Асияның аҫыл асылы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле сәсәниә, Сибай ҡалаһының “Ағинәйҙәр ҡоро”, БДУ-ның Сибай институтындағы “Арҡайым” этно-рок ансамбле, “Ете ҡыҙ” этнографик, һынлы сәнғәт һәм матурлыҡ студияһы, республиканың Сәсәндәр мәктәбе нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Урал батыр” эпосы үҙәге етәксеһе Асия Ғәйнуллинаны хатта сит илдәрҙә лә беләләр.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1024 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Килен”дә бар хәҡиҡәт “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале барышында
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттарына “Килен” исемле билдәле төркмән фильмы күрһәтелде. Ә һуңынан сәхнәгә кинолағы төп ролде башҡарған актер, СССР-ҙың халыҡ артисы Майя Гүзәл Аймедова сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 407 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауаттарға – салауат Илебеҙҙең төрлө тарафтарында барса халыҡ йыл һөҙөмтәләрен барлаған көндәрҙә Салауатта уҙған “Әҙәби нағыш” марафоны рухи тормошобоҙға үҙенең сағыу ялҡынын өҫтәне. Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Яҙыусылар союзы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Милли әҙәбиәт музейы, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы тарафынан район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә ойошторолған был сара республикабыҙҙы урап сығып,
Ком: 0 // Уҡынылар: 438 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зиһендәр китһен  сафланып! Әҙәбиәт йылы уңайынан тип әйтеп тә булмайҙыр, әммә, Аллаға шөкөр, башҡорт телендә китаптар сығып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тау эсенә сәйәхәт Һеҙҙең Балҡантауҙа булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ерҙе күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Балҡантауҙы күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Балҡантау...
Ком: 1 // Уҡынылар: 1105 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Һандар менән эшләгең килһә, рәхим ит! Аҡса менән эш итеүселәрҙе, йәғни финансистарҙы, ҡаты күңелле халыҡ тип әйтеүҙәре төптө дөрөҫ түгел. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы үҙенең 85 йыллығын нисек итеп билдәләүе – быға асыҡ дәлил. Буласаҡ финансистар ҙа, уларҙың уҡытыусылары ла был көндө рәхәтләнеп байрам итте, ихлас күңел асты. Юбилейға саҡырылған ҡунаҡтарҙа ла тик яҡшы тәьҫораттар ҡалғандыр, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл хәстәрлектәре  менән йәшәйҙәр Үткән быуаттың 70-се йылдарында ауылдарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында илдә “Сельэнерго” берләшмәләре ойошторолған. Заманы өсөн бик тә әһәмиәтле бурысты ғәмәлгә ашырған улар. Әммә үҙгәртеп ҡороуҙың иҡтисади ауырлыҡтары был тармаҡты ҡаҡшатты. Күп өлкәләрҙә ундай предприятиелар тарҡалды. Шулай ҙа беҙҙең республикалағылар, заман һынауҙарын үтеп, бөгөн дә уңышлы эшләп килә. Федоровка районындағы “Сельэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — шуларҙың береһе. Райондағы энергетика мәсьәләләре тулыһынса әлеге предприятие яуаплылығында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эткә лә, малға ла закон кәрәк Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигәндәй, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшкәндә генә ярайһы уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Килешеп эшләү киләсәккә маҡсаттар билдәләгәндә айырыуса ныҡ ярҙам итә. Район һәм ҡалаларҙа йыш ҡына төрлө сетерекле хәлдәр сыҡҡылай, ҡайһы бер муниципалитет депутаттары үҙҙәрендәге ябай ғына берәй проблема менән күҙгә-күҙ бәрелешкәндә юғалып-албырғап ҡалыусан йә уны ситләтеп үтеүсән, шуға күрә йәнле аралашыуҙар һәр йәһәттән дә, төрлө саҡта ла кәрәк. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Башҡортостанда урындағы үҙидара тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу һәм тормошҡа ашырыу тураһында” тигән темаға ҡоролған кәңәшмәгә Иглин һәм Шишмә район Советтары депутаттары ла саҡырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 372 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Йәш бей. Минең тиҫтер, утыҙ тирәһендә.
— Ғаиләһе, бала-сағаһы?
— Ике йәш балаһы бар, тиҙәр ине…
— Хуп, бик хуп! – тип эләктереп алды ҡапыл Килмөхәмәт. Был нуғай өсөн уның нимәһе хуп икәнлеге Бикбауға аңлашылманы. – Туған-тыумасаһы?
— Уларына тиклемен белеп бөтмәйем. Мәгәр яугирҙәр нәҫеленән. Ағай-энеләре лә – утты-һыуҙы күп кискән бәндәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 368 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә баймаҡтар, йәнә үҙҙәренең тәүәккәллек тигән сифатына тоғро ҡалып, Талҡаҫ күле, Ирәндек тауҙары буйында яҙыусылар өсөн Ижад йорто асты. Әҙәбиәт йылындағы иң матур һәм әһәмиәтле сарала район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, “Талҡаҫ” шифаханаһы директоры Мортаза Абдуллин, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов һәм бер төркөм яҙыусы ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 497 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына