Милли әҙәбиәт – ил именлегенә нигеҙ Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау сиктәрендә Өфөлә Рәсәйҙең, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлыҡтары, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ, республиканың Мәғариф министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторған “Мәҙәниәттәр бәйләнешендә милли әҙәбиәт: рух тәрбиәләүсе һәм туплаусы ҡеүәт” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәктәр Көләмәстәрһеҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереп булмай. Ниндәй генә заман елдәре иҫмәһен, шатлыҡ, ауырлыҡтар килмәһен, улар мәшәҡәттәрҙән арындырып, күңел кәрәҙен тултырып тора. Шуныһы ғына үкенесле: ҡайһы саҡ араларында халҡыбыҙға хас булмаған әсе оятһыҙҙары ла йөрөй. Мәғәнәһен ярлыландырып, “көлкө” яғын ғына ҡалдыра, әйтер һүҙҙең төптә ятҡан ысын асылы юғала. Ундайҙар уйландырмай, зирәктәрҙең төртмә, йор һүҙенең айышын тыңлаусыға еткермәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 924 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйҙары ла, эштәре лә яҡтылыҡҡа ҡоролған Энергетика ҡеүәттәрен файҙаланыу кешелектең уңайлы йәшәйешен тәьмин итә. Балтас “Сельэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге әлеге мөһим бурысты тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Гөлкәйҙең бәхете” Һәр кем бәхетле булырға ынтыла, уны үҙенсә таба. Баҡһаң, сере лә ябай – һөйгәнең менән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү. Быға өҫтәп яратҡан эшең дә булһа, бәхетең тулы тигән һүҙ. Тормоштоң асылы шунда. Тик ҡайһы берәүҙәр бөгөн ул төшөнсәне башҡа төрлөрәк күреп, карьера, аҡса артынан ҡыуа, яңғыҙлыҡтан ҡәнәғәтлек таба. Ғаилә йәмғиәттең нигеҙе, ҡиммәте булыуҙан да туҡтай бара түгелме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иген тапшырылды.  Ҡасан иҫәпләшерҙәр? “Башаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – районда иң тотороҡло эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған Мәжит Шәғәлиев етәкселегендәге коллектив мал ҡышлатыу осорона ентекле әҙерләнгән. 200-ҙән ашыу һауын һыйыры йылы ҡурала торһа, 100-ҙән ашыу йылҡы әле тибенлектә йөрөй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өй туйланылар Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, йәштәр сәйәсәтенә арналған Хөкүмәт ултырышында һәр ҡала һәм районда Йәштәр йорто асыу кәрәклеген билдәләп, уны булдырыу мөмкинлектәрен эҙләргә ҡушҡайны. Республикала беренселәрҙән булып шундай йорт Асҡар ауылында асылды: элекке Малик Яҡшембәтов исемендәге кинотеатр бинаһы йәштәр ҡарамағына тапшырылды. Район етәкселеге ярҙамында унда ремонт эштәре башҡарылды, яңы заманса йыһаз һатып алынды. Бер ҡыйыҡ аҫтында йәш техниктар станцияһы ла урынлашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәләмәтлекте хәстәрләп Кешенең донъяла бер нәмәгә лә алмаштырғыһыҙ байлығы ул һаулыҡ. Тик һау-сәләмәт кеше генә тормошта рәхәтләнеп йәшәй, эшләй, йәмғиәтебеҙгә ҙур файҙа килтерә, матур ғаилә ҡора һәм һау-сәләмәт балалар үҫтерә. Был йәһәттән республика Хөкүмәтенең дә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүлеүе юҡҡа түгел. Бер кемгә лә сер түгел: һуңғы йылдарҙа район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан ауылдарҙа дауахана үҙәктәренең хәле мөшкөлләнә төштө, бәғзеләре ябылды. Икенселәренең хатта көндәлек кәрәк дарыуҙарҙың булмауы, биналарға ремонттың йылдар дауамында эшләнмәүе ауыл фельдшерҙарының зарына әйләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 385 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөғжизәләр иле, күлдәр иле Хозур тәбиғәте, мул һыулы 33 күле, Башҡортостандың йөҙөк ҡашы, дауалау ҡеүәте бар илде таң ҡалдырған “Яҡтыкүл” шифаханаһы, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып асыҡ һауала урынлашҡан динопарк — барыһы ла райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Шулай уҡ район аша Сибай – Өфө тимер юлының үтеүе, аэропорт урынлашыуы, Магнитогорск ҡалаһының яҡынлығы ла әбйәлилдәр өсөн бик отошло.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур йәшәйек тиһәк Төнө буйы буран ҡоторҙо, юлдарҙы ҡапланы. Ә йорттарыбыҙҙа йылы, яҡты. Таң менән урамдарҙы ҡарҙан таҙарталар... Һәр кем теләгән еренә ваҡытында барып етә. Тормошобоҙҙоң уңайлығы өсөн торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре йылдың бар миҙгелендә лә ҙур көс һала. Шуға ла был тармаҡ һәр ваҡыт заман менән алға барыуҙы талап иткән етди өлкәләрҙең береһе булып ҡала. Өфөлә үткән “ТКХ үҙгәрә” Бөтә Рәсәй йомғаҡлау форумында мөһим мәсьәләләр ҡаралды, киләсәккә пландар билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 391 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәржемә оҫтаһы Әхмәт Ҡотошов – 36 йыл ғүмерен башҡорт совет матбуғатын үҫтереүгә арнаған журналист. Ул –марксизм классиктары хеҙмәттәренең иң оҫта тәржемәсеһе, башҡорт әҙәби телен камиллаштырыуға, уны билдәле бер дәрәжәлә тәртипкә һалыуға ҙур өлөш индереүсе лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына