Мөхәббәт көсө – Яратам... Көтәм... – йәш ҡатындың һағыныу, наҙ тулы һүҙҙәрен телефон сымдары иҙерәп йоҡлаған ҡышҡы ҡалалар, урман-яландар буйлап берҙән-беренә – һөйгәненә алып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 892 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙ – серле донъя Бынан бер нисә йыл элек мосолман ҡатын-ҡыҙына ҡаршылыҡ тыуҙырған байтаҡ мәсьәләләрҙең бөгөн ыңғай хәл ителеүе, дини талаптарҙы үтәгән гүзәл заттарға белем алыу, рухи, ижади, физик яҡтан камиллашыу, аралашыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы – шатлыҡлы күренеш. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, “Ғибадуррахман” берләшмәһе һәм “Ғәйшә” журналы ойошторған “Заман мосолман ҡатын-ҡыҙы – шәхес, ғаилә, йәмғиәт” исемле ғилми-ғәмәли конференция быны асыҡ дәлилләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 609 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Матурлыҡты  үҙебеҙҙән башлайыҡ” Әсәй, өләсәй, етәксе... Һәр вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән үтәгән, ауырлыҡтарҙан һығылып төшмәгән мөләйем ханымға һоҡланмау мөмкин түгел. Ифрат дәртле, тәүәккәл кеше ул. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлшат Лавренованы Асҡарҙа күптәр “атаһының ҡыҙы” тип атай. Был һүҙҙәр хаҡ: Зиннәт Әхтәмов төбәктә бик хөрмәтле кеше була, оҙаҡ йылдар балаларға белем бирә, хакимиәттең мәғариф идаралығына етәкселек итә, район музейын булдырыуға күп көс һала. Тырыш, уңған, булдыҡлы ҡыҙы атаһының юлын лайыҡлы дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал ҡортоноң “көйөн” тыңлап Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Солтановтарҙың дәртләнеп донъя көтөүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғаилә башлығы Ишмырҙа олатай хаҡлы ялға сыҡҡас, умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Ҡасандыр ҡортсолоҡ шөғөлө бер күстән башланһа, бөгөн уның 13 умартаһы бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр Костромала йыйылды Ошо көндәрҙә Кострома ҡалаһында “Йәштәр мөхитендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү үҙәге”н булдырыу проекты тормошҡа ашырылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә был йүнәлештәге эште йомғаҡлау буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 377 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыйыу  аҙымдар менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе баш ҡалала “Реаль эштәр” проектының беренсе форумын үткәрҙе. Сара ике көн дауамында барҙы. Ул партияның төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың брифингы менән асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гүзәл затҡа - дөрөҫ һүҙ, ир-егеткә дөрөҫ ғәмәл кәрәк
Ком: 0 // Уҡынылар: 480 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыл миләш Ап-аҡ ҡырау яландарҙа,
Балланды миләштәре.
Ап-аҡ сәскәләрҙә ине
Һөйөүем тәлгәштәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1117 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атай биргән аҡыл “Улым, бер ҡасан да тәмәкене үҙеңә яҡын юлатма. Мин тартманым, һин дә ауыҙыңа алма”, – тигәйне атайым. Был һүҙҙәрҙән ситкә тайпылманым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 437 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөн сирата, ойоҡ бәйләй...Һәр кешенең тиерлек күңел һалып, яратып башҡарған бер шөғөлө була. Күп осраҡта донъя мәшәҡәте, эш, балалар тәрбиәләү арҡаһында кемдеңдер быға ҡулы етеңкерәмәй ҙә тора. Ә бына хаҡлы ялға сыҡҡас, йәш саҡта тормошҡа ашыра алмаған эшкә тотоноу форсаты тыуа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрам етмәгән әле Етеп килгән Яңы йыл шауҡымымы? Юлаевсылар ваҡытынан алда ялға киткәндәй тойола. Улай тиһәң, быйыл һуңғы матч 28 декабрҙә генә буласаҡ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе конференцияһы асылда йыл йомғаҡтарын барлауға, киләсәккә бурыстар билдәләүгә һәм партияның XV съезына делегаттар һайлауға ҡайтып ҡалды. Сарала республика Башлығы, партияның Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин, партия ағзалары, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡ башҡорт халыҡ драма театры Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортонда талантлы драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” спектаклен сәхнәләштерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тигән боронғолар. Хаҡ һүҙҙәр. Ата-бабаларыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың мәңгелек төйәге булған зыяраттарҙы тәртиптә тотоу – мөҡәддәс бурысыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшем байтаҡ булһа ла, гәзит-журналдарҙы күп алдырам, яратып уҡыйым. Иң тәүҙә “Башҡортостан” менән танышып сығам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 356 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына