Донъя кимәлендә үҙ урыныбыҙ бар 2015 йылға ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Үтеп барған йылдың шатлыҡ-ҡыуаныстары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы-хәсрәттәре лә, юғалтыуҙары ла булды. Донъя бит... Уның ҡарауы, был һынауҙар беҙҙе сыныҡтырҙы. Беҙ сираттағы тапҡыр, Рәсәйҙең күптән инде үҙ позицияһы, донъя кимәлендә үҙ урыны, үҙ һүҙе булыуын дәлилләп, беҙҙең менән дә иҫәпләшергә кәрәклеген асыҡ күрһәттек. Хәҙер иһә нисек тә ошо юлдан тайпылмаҫҡа...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1196 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәләмдәре үткер, һүҙҙәре тос Түбәндәге ижади хеҙмәткәрҙәребеҙ һәм авторҙарыбыҙ “Башҡортостан” гәзитенең 2015 йылғы лауреаттары тип билдәләнде:
АБДУЛЛИНА Лариса Хашим ҡыҙы,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1309 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әле генә килгәйнең дә, китәһең дәме, йылым? 2016 йылды Маймыл йылы тиҙәр. Ҡытай, япон календары буйынса, имеш. Кем белә инде, ҡайҙан килгәндер, әммә беҙҙең халыҡта ла шул 12 йыллыҡ мөсәл электән йәшәп килгән. Һынамыштары ла булған: Барыҫ йылы тары сәс, тары булмаһа барын сәс. Тауыҡ йылы – ҡоролоҡ, Ҡуй йылы – ҡытлыҡ, Ҡуян йылы – йотлоҡ, Йылан йылы – баллыҡ, Ҡабан йылы – байлыҡ, Лыу (аждаһа) йылы – һыулыҡ. Сысҡан йылы – игенле, шуға сысҡан да күбәйә инде. Йылҡы йылы – ҡаты йыл, уның башынан һағай, тип тә әйтеп ҡалдырғандар.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1586 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тышта һыуыҡ, ә баҡсала – йәй Өфөнөң ботаника баҡсаһында Яңы йыл байрамына ҡарай экзотик үҫемлектәр әүҙем үҫеш осоро кисерә. Баҡса хеҙмәткәрҙәре 115 йыллыҡ цикастың сәскә атыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Бер быуат эсендә был үҫемлек сәскәһе менән ни бары дүрт тапҡыр ҡыуандырған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 778 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң мөһиме – күңел тыныслығы Яңы йыл алды көндәре – һәр кемдең күңелле, мәшәҡәтле осоро. Яҡындарға бүләк әҙерләү, табынға – һый, ҡунаҡтарға күстәнәс алыу кеүек хәстәр менән йүгергеләгән мәл. Сиратта тороу күптән онотолһа ла, халыҡ артыҡ ығы-зығыһыҙ ғына һатып алынасаҡ әйберенең исемлеген барлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 829 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше һаулығы, кеше бәхете өсөн – Беҙҙең социаль-иҡтисади сәйәсәт үҙәгендә һәр саҡ кеше булды һәм артабан да шулай булып ҡала, тап шуға ла дәүләт ҡаҙнаһының өстән ике өлөшө мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, мәҙәниәткә, спортҡа, халыҡты социаль яҡлауға һәм кешенең тормош сифатына туранан-тура йоғонто яһаусы башҡа йүнәлештәргә тотонола, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер ай элек кенә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 715 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәҙрә янында Иҫке йылдың һуңғы көнө. Радионан күңелле йыр ағыла. Мәрйәм көйләй-көйләй байрам табыны әҙерләй. Яңы йыл өҫтәленә гел ҡуян бәлеше бешерә ул. Ҡунаҡтары: “Һай, үҙебеҙҙең Мәрйәмгә етәме ни, бигерәк оҫта, үҙен бөгөндән Мәскәү ресторанына алып китергә кәрәк”, – тип маҡтай-маҡтай ашай ул әҙерләгән ризыҡты. Ҡатын бәлешен мейескә тыҡты ла:
– Сарсап киттем әле, – тип ирен өҫтәл янына саҡырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1235 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Гел йүгереп йөрөйөм” Һикһән дүрт йәше менән барған Ләлә апай Бейешеваны әле концерт залында, әле башҡа сарала йыш күрергә мөмкин. Республикала төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнлектең дә  була төрлөһө... Баҙар кәштәләрендә лә, календарҙарҙа ла, ҡотлау хаттарында ла – Маймыл. Йылын ҡаршылайбыҙ бит, был йәнлектең “батшалыҡ” итеүе – тәбиғи. Ошо теремек, үтә ҡыҙыҡһыныусан, етеҙ ҡиәфәтле йәнлектәр донъяһы вәкиле йылында тыуғандарға “Һеҙ ниндәй маймыл?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 797 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Һеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлайым!
2015 йыл төрлө сараларға, етди ҡаҙаныштарға, күптән көтөлгән асыштарға һәм тормош һабаҡтарына бай булды. Илебеҙ ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар менән осрашмаһын, беҙ берҙәмлек, халыҡтар дуҫлығы, Тыуған илгә һөйөү кеүек күркәм сифаттарҙы һаҡлап ҡалдыҡ, еңел булмаған заман шарттарына лайыҡлы яраҡлаша алдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 760 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Тәмле сохарый” Ҡапҡасыға Яңы йылға иң ҙур бүләк нимә, беләһегеҙме? Һуңғы уйында ҡапҡаһына бер шайба ла индертмәү! Юлаевсы Никлас Сведберг был йәһәттән бәхетле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алма тултырылған ҡаҙ Байрам табынын мейестә бешерелгән ҡаҙҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Телеңде йоторлоҡ ҡош итен өҫтәлгә ҡуйған хужабикәне маҡтап туя алмай ҡунаҡтар. Һеҙҙең иғтибарға оҫталарҙан бер рецепт тәҡдим итмәксебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 506 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәхсән минең өсөн ҡәҙимге йыл булды тип әйтә алмайым. Әҙәбиәткә бағышланыуы ҡыҙыҡлы сәфәрҙәр, балҡышлы танышлыҡтар, фекерле аралашыуҙар вәғәҙә итер тигән өмөт бөрөләнеп ҡуйғайны йыл башында уҡ. Һәм, ысынлап та, баш ҡалала һирәгерәк йөрөлдө, ахыры, республика төбәктәрендә генә түгел, сит өлкәләрҙә лә милләттәштәребеҙ менән күрешеү бәхете йыш тейҙе. Бәхете, тим, сөнки, ысынлап та, рухыңа тап килгән фекерҙәштәр менән аралашып йәшәү – үҙе ҙур табыш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңелдән булманы үтеп барған йыл. Нефткә хаҡ төштө, көтмәгәндә Мысыр менән асыуланыштыҡ, ноябрҙәге фажиғәнән һуң Рәсәй Төркиәгә иҡтисади сара менән яуап бирергә мәжбүр булды. Шулай итеп, хәҙер беҙгә уларҙан ҡош ите, помидор, һуған, алма, груша, абрикос, персик, нектарин, виноград, слива, еләк, шулай уҡ тоҙ, ҡәнәферҙе индереү ҡәтғи тыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 525 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маймыл йылын нисек ҡаршыларға, киләһе йылда үҙеңде нисек тоторға, ниндәй кәңәштәргә таянырға икәнен нығыраҡ белеү өсөн йондоҙҙарға мөрәжәғәт итәйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1092 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына