Инженерҙар  үҙебеҙҙә үҫә! Инженерҙар етмәү мәсьәләһенең көнүҙәккә әүерелеүен, уны хәл итеүгә өлөш индереү мөһимлеген күҙ уңында тотоп, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы маҡсатлы эш алып бара. Буласаҡ һөнәр эйәләре “Робот техникаһы” (етәксеһе – Зилә Ғәниева) һәм “Айтишниктар”(етәксеһе – Ришат Хөсәйенов) түңәрәктәрендә әүҙем шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 386 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижад йәме – ихласлыҡ 5 йәшлек Родион Фәйзуллинды дауалау өсөн бер миллион һумға яҡын аҡса кәрәклеге хаҡында ишеткәс, “Gizmo” исемле рок-шоу-банда хәйриә концерты үткәреп, сабыйға ярҙам итергә ашыға. Ижади төркөмдөң изге ниәте тормошҡа аша – сабыйҙың сәләмәтлеге өсөн бер аҙ матди өлөш туплана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шамил моңо йәшәй күңелдә “Бәллүр яҙмыш”, “Төнгө серенада”, “Ҡойон”, “Парлы тормош”, “Өфөләргә барам әле”, “Үҙең аңла”... Халҡыбыҙ күңелендә урын алған был йырҙарҙы тыңлаған һайын тыңлағы килә. Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуров ана шундай үҙенсәлекле, моңло тауышы менән бихисап тамашасының яратҡан йырсыһына әүерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, замандашыбыҙ бынан бер йыл элек яҡты донъянан китеп барҙы. Шулай ҙа Шамилдың моңо бөгөн дә беҙҙең күңелдә сыңлай. Ә инде ижадташ дуҫтары уның ғәжәп кеше булыуы хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр яңылыҡ  беҙҙән башлана Яңыраҡ Өфөлә “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә” исемле Рәсәй форумы булды. Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде. Әһәмиәтле сара урынының осраҡлы һайланмауы көн кеүек асыҡ: республика — торлаҡ-коммуналь хужалығында реформаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса илдә әйҙәүсе төбәктәрҙең береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 399 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер ырыҫы — ир иңендә “Искра” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, район Советы депутаты Рәмил Мостафин бөтә ғүмерен тыуған ауылына, яҡташтарына хеҙмәт итеүгә бағышлай. Һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, ғүмер байрамының 60 йәш үренә күтәрелгәндә лә ул ер кешеһе булып ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ихтыяр көсө,  саялыҡ Район үҙәгенә төньяҡтан ингән ерҙә бөркөт һыны ҡуйылды. Проекттың авторы – Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы директоры Рәмил Арыҫланов. Уға был эштә уҡыу йорто студенттары Айнур Ҡыҙрасов менән Динислам Йәғәфәров ярҙам иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 344 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәстәрлек өлгөһө Аҡъярҙа яңы йорттар ҡалҡыуы ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Заманса ҡупшы өйҙәр, тотош урамдар район үҙәгенең йөҙөн билдәләй, халыҡтың һәйбәт йәшәүен күрһәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 313 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүребайҙарҙы ҡыш ҡурҡытмай Һуңғы йылдарҙа тәбиғи газға, электр энергияһына хаҡтарҙың “тешләшеүе” үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә сығымдың саманан тыш артыуына килтерҙе. Ҡайһы бер фатир хужаларының түләүҙе ваҡытында башҡармауы ла бихисап проблема тыуҙыра. Мәсьәләне хәл итеүҙең һөҙөмтәле сараһы – был йорттарҙы айырым йылытыу системаһына күсереү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 284 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атлы башҡорт  арҡалы Игеҙәк туғандар Иршат менән Илшат Үлйәбаевтарҙы районда яҡшы беләләр. Тырыш егеттәр алты йыл элек эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, “Ҡыпсаҡ” крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 298 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Халҡыбыҙ тырыш, бирешмәйәсәкбеҙ” Ҡылғанлы далалары, тау-урмандары, уңдырышлы баҫыуҙары, ер аҫты байлыҡтары, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота Хәйбулла районы. Һәр саҡ алға ҡарап йәшәгән төбәктең социаль-иҡтисади хәле өлгө итеп ҡуйырлыҡ: төҙөлөш объекттары сафҡа инә, юлдар төҙөкләндерелә, күперҙәр һалына, шәхси йорттар йылдам ҡалҡа... Был эштәр халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 43 Алға
Бит башына