Аҡ тирмәлә – Ҡыш бабай …Ҡар бөртөктәрен генә түгел, мөғжизә көткәндәрҙе лә осороп алып китергә теләгәндәй һыҙғырған әсе ел нисек кенә ҡолатырға тырышмаһын, аяҡта ныҡ баҫып торабыҙ: Ҡыш бабай килә бит! Ундай ҡунаҡты аяғүрә ҡаршы алырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге ниәт берләштерә Йәш быуындың һаулығы, әүҙемлеге һәм илһөйәрлеге – Рәсәйҙең төп байлығы. Яҡты киләсәк теләйбеҙ икән, балаларҙы сәләмәт тормошҡа, спортҡа, ижадҡа нығыраҡ ылыҡтырырға тейешбеҙ. Был йәһәттән республикабыҙҙың Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев етәкселегендәге Полиатлон федерацияһы бик ҙур эш башҡара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 560 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрам бүләк итте Әнүәр Донъяла даланлы кешеләр була бит. “Салауат Юлаев” командаһында ла шундай хоккейсы бар. Әнүәр Лисин ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 473 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың 24 районында тәртип һаҡсылары шыршыны законһыҙ киҫеүҙең 40-тан ашыу осрағын теркәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Вильнюста ХIII “Tindirindis” халыҡ-ара анимациялы фильмдар фестиваленә йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан режиссеры, аниматор Рим Шәрәфетдиновтың “Супер 8” тигән эше дипломға лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 408 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Йыл аҙағында үткән эшкә йомғаҡ яһау йолаһына ярашлы иркенләп һөйләшеп ултырайыҡ. Һеҙ – журналистар – күп ерҙә булған һәм күпте күргән халыҡ. – Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачевтың матбуғат вәкилдәре менән быйылғы һуңғы осрашыуы шулай башланып китте. Әңгәмә, ысынлап та, ябай шарттарҙа барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Волга буйы транспорт прокуроры Тимур Кебеков менән осрашыуында төбәктең транспорт системаһын камиллаштырыу мәсьәләһе тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 336 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫән-һау ашарға яҙһын Баҙар ҡайҙа ла баҙар инде: берәү тауарын маҡтай-маҡтай һата, кемдер сифатлыһын, үҙе өсөн файҙалы яғын ҡарап ала. Был юлы баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән Беренсе республика ит фестивале лә шулай булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 348 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәт көсө – Яратам... Көтәм... – йәш ҡатындың һағыныу, наҙ тулы һүҙҙәрен телефон сымдары иҙерәп йоҡлаған ҡышҡы ҡалалар, урман-яландар буйлап берҙән-беренә – һөйгәненә алып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 860 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙ – серле донъя Бынан бер нисә йыл элек мосолман ҡатын-ҡыҙына ҡаршылыҡ тыуҙырған байтаҡ мәсьәләләрҙең бөгөн ыңғай хәл ителеүе, дини талаптарҙы үтәгән гүзәл заттарға белем алыу, рухи, ижади, физик яҡтан камиллашыу, аралашыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы – шатлыҡлы күренеш. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, “Ғибадуррахман” берләшмәһе һәм “Ғәйшә” журналы ойошторған “Заман мосолман ҡатын-ҡыҙы – шәхес, ғаилә, йәмғиәт” исемле ғилми-ғәмәли конференция быны асыҡ дәлилләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 575 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 43 Алға
Бит башына