Әҙәбиәт – әҙәп донъяһы Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән “Әҙәбиәт йылы”нан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты һәм уның кафедралары ла ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы профессор, Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты Т.Н. Дорожкина етәкселегендә ноябрь айында донъя һәм рус әҙәбиәтен өйрәнеү проблемаларына арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 732 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һорауҙар һәм яуаптар шарты Кешеләргә һорау менән йыш мөрәжәғәт итәм мин. “Күпме тора?”, “Һөйләшә алаһығыҙмы?”, “Хәлдәр нисек?” һымаҡ ғәҙәтиҙәрҙән тыш, сөнки эшем шулай минең. Шундай мөмкинлек булғанда, ниңә быны файҙаланмаҫҡа тейешмен әле? Бәғзе яуаптар миңә ике икең дүрттәй билдәле, әммә һорайым, сөнки быны студиялағы ҡунаҡтарым әйтергә тейеш. Шуның өсөн саҡырылған бит улар. Һәм был — тотош бер сәнғәт, иптәштәр!
Ком: 2 // Уҡынылар: 1198 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәре Әсә ине Ҡала урамында аҙашҡан биш йәшлек ҡыҙ: “Шуны ла белмәйһегеҙме? Донъяла иң яҡшы кеше – минең әсәйем”, — тигән, “Әсәйең кем һуң?” тип һорағастар. Элек мәктәп дәреслегендә ошо хаҡта уҡый торғайныҡ. Ысынлап та, донъялағы бар тереклек бәпләп, яратып, һаҡлап торған әсәһенә мохтаж. Ҡәҙерлебеҙҙе күктәге Ҡояшҡа тиңләйбеҙ, ҙурлайбыҙ, һоҡланабыҙ. Үҙебеҙ күптән әсәй-өләсәйгә әйләнһәк тә, уларға һыйынабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 504 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәңәшләшеп, килешеп... Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Журналистар союзының ХХ съезы үтте. Уның эшендә союздың 83 беренсел ойошмаһынан 89 делегат, шулай уҡ саҡырылған 85 ҡунаҡ ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорттар Эрмитажда ла “йәшәй” Санкт-Петербург ҡалаһындағы Эрмитажда халҡыбыҙға бәйле бик үҙенсәлекле ҡомартҡылар һаҡлана. Атап әйткәндә, XX быуат башында эшләнгән фарфор һындарҙа башҡорт ғаиләһе кәүҙәләндерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабыйым хаҡынаНоябрь башында ҡар ҡатыш ямғыр яуып торҙо ла көндәр тағы ла аяҙға тартты. Шундай мәлдәрҙең береһендә хәрби хеҙмәткә саҡырылыу сәбәпле, төҙөлөш идараһындағы ташсы Йыһангир эштән бушатылды. Төшкә тиклем ул обходной лист тултырып, бухгалтерия менән иҫәп-хисапты өҙөп йөрөнө. Бергә эшләгән иптәштәре менән хушлашҡанда:
— Һеҙҙең менән оҙаҡ эшләй алманым. Шулай ҙа һеҙ күп изгелектәр ҡылып, күңел йылыһын бирҙегеҙ. Әрмегә һеҙҙең хаҡта йылы тойғолар алып китәм, — тине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҡиҡәт  юлланы ул... Төбәгебеҙҙә халҡыбыҙҙың күренекле улы, яҙыусы, журналист, тынғыһыҙ эҙәрмән, рәссам Рәүеф Насировтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған айлыҡ уҙҙы. Райондың үҙәк китапханаһында, Ҡунаҡбай ауылы клубында һәм ҡаланың 1-се лицейында әҙиптең хәтер кисәләре үткәрелде, ошо уҡ ауылдың музейында уның хөрмәтенә стенд асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан хаҡында дастан Мәскәү һынлы Мәскәүҙә башҡорт шағирҙарының китабы баҫылған, исеме лә ниндәй бит әле – “Башҡортостан хаҡында дастан”! Тупланған шиғырҙары менән иһә, милләттең ғорур намыҫын, шатлыҡ-ҡайғыһын, һынмаҫ рухын, киләсәккә яҡты ышанысын үҙ эсенә алып, есеменә лә тап килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Р. С. Зәйнетдинов Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Сәйфетдин улы Зәйнетдинов вафат булды. Р. Зәйнетдинов — республикала ҙур танылыу яулаған рәссам, монументалист, педагог. Ул 1938 йылдың 18 июнендә Ғафури районының Яңы Ҡауарҙы ауылында тыуған. 1980 йылдан — Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. 1972 йылдан республика, төбәк, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырға һалып хат ебәрәм, Фатима,
Йыр һөйөүсе дуҫтарымдың артынан.
Бик алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән,
Ут эсендәге илдәрҙән –
Өҙөлөп сәләм һиңә ҡартыңдан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 633 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәм күңеле ҡанундарға, ҡағиҙәләргә генә буйһоноп йәшәмәй. Ҡайһы берҙә кеше ҡалыпҡа һыймаҫтай күренгән аҙым да яһай. Бәлки, шунһыҙ тормош бер төрлө, төҫһөҙ булыр ине…
Ком: 0 // Уҡынылар: 414 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала бер төндә 200 иҫерек водитель тотолған. Шуларҙың дүртәүһенә енәйәт яуаплылығы янай. Полиция хеҙмәткәрҙәренең рейды Башҡортостандың бөтә район, ҡалаларында үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләй. Ҡеүәтле циклон төбәккә ҡар бураны килтерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 279 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл 87 меңдән ашыу кеше Башҡортостандағы тәбиғәт парктарында булған. Республикалағы Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, туристарҙың иң яратҡан ял урыны “Ҡандракүл” икән. Бында 46 меңгә яҡын кеше ял иткән. Икенсе урында — “Ирәмәл” тәбиғәт паркы. Унда 14,7 меңдән ашыу кеше барған. “Мораҙым тарлауығы” менән “Асылыкүл” 13-әр мең туристы ҡабул иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 331 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл байрамы етә. Күңелле мәшәҡәттәр көтөү менән бергә беҙҙе төрлө бәлә-ҡаза ла һағалап тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 338 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 29 Алға
Бит башына