Булмағанды булдырырҙай Шаулы ҡалаларҙа ла, ауыл ерендә лә йыш ҡына һоҡланғыс ҡатындар осрай. Яҡшы тәрбиә алғанлығы, белемле, мәҙәниәтле булыуҙары менән әйләнә-тирәләге һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә улар. Тормош ауырлыҡтары алдында баҙап ҡалмайҙар. Иҫ китмәле уңғандар. Булмағанды булдырырҙай булдыҡлылар. Тап шундай гүзәл заттарҙың береһе Көйөргәҙе тарафтарында көн итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балҡыштарҙан тора ғүмере Яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Шакированың юбилей концерттары республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында шаулап-гөрләп үтте. Әйткәндәй, “Ғүмер байрамы” тип аталған ҙур тамаша быға тиклем Рәсәйҙең күп кенә тарафтарында ҙур уңыш менән барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 725 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ысын депутат Былтыр ауылдашыбыҙ Клара Ярулла ҡыҙы яңынан халыҡ депутаты итеп һайланды. Был осраҡлы түгел. Ханым бар булмышы менән элек-электән халыҡ депутаты. Ураҙмәттәргә генә түгел, һәр кемгә үрнәк булырҙай кеше ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр һүҙенә ҡолаҡ һалдылар Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районындағы Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының эш тәжрибәһе күптәргә өлгө итеп ҡуйыла. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкселегендәге хужалыҡтың уңыш-ҡаҙаныштары һоҡланырлыҡ, ул хеҙмәт ярышында яңынан-яңы еңеүҙәр яулай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 464 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фортуна Әнисә менән Дәриғәт буй еткереп килгән өс балаһы менән Ташкенттан көтмәгәндә ҡайтып төштө. Алыҫ йәшлектәрендә бар байлыҡтары бер-беренә оло мөхәббәт кенә булған ике йәш кешене ҡолас йәйеп ҡаршы алған үзбәк иле 90-сы йылдарҙа икенсе йөҙөн күрһәтте: белемдәре, тырышлыҡтары менән вертолет заводының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә әйләнгән был ике кешегә, башҡа ватандаштары кеүек үк, ҡала уртаһындағы өс бүлмәле фатирҙарын, гараж-баҡсаларын, хатта машиналарын да ҡалдырып, тиҙ арала ҡайтып китергә тәҡдим иттеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхил бул, аҡһаҡал... Йәш сырайлы, йор һүҙле, етеҙ, итәғәтле, ихлас күңелле, шул уҡ ваҡытта талапсан... Тап шундай булып хәтеребеҙҙә һаҡланыр Әмир ағай Фәтихов. Күптән түгел йөҙ йәшен тултырған аҡһаҡалдың йәне баҡыйлыҡҡа күсте...
Бер дәүерлек ғүмерендә ни генә күреп кисермәй Әмир Хәбиб улы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаман көнитмеш, аҡса табыу тураһындамы хәстәрегеҙ? Ә мине хәүефһеҙлек мәсьәләһе борсой. Ун көн ялда ятып, Ер шарында бер генә тыныс урындың да булмауын күрҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҙған быуат иҫәпһеҙ-һанһыҙ тарихи һәм фажиғәле ваҡиғалар шаһиты булды. Ике донъя һуғышын, көслө йотлоҡ йылдарын, Бөйөк Еңеүҙе, Йыһанға осоуҙы, донъяла беренселәрҙән булып социалистик ҡоролош төҙөүҙе өлкән быуын вәкилдәренең береһе лә онотмайҙыр, моғайын…
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президенты В.В. Путин: “Башҡортостанды нығыраҡ белеү өсөн урыҫ һәм башҡорт телдәрен тәрән өйрәнергә кәрәк”, – тигәйне. Әлбиттә, яуаплылыҡтың мөһим өлөшө башҡорт теленең байлығын һәм бөйөклөгөн балаларға, халыҡҡа еткереүҙә төп бурысты үтәүсе уҡытыусы иңенә төшә. Үтә ауыр һәм ҡатмарлы был мәсьәләне тик үҙ эшенә бирелгән, уның яҙмышы өсөн янып-көйөп йөрөгән, “телем менән илем – бер бөтөн” тигәнде йөрәгендә йөрөткән педагог ҡына хәл итә ала. Шундайҙарҙың береһе – Ағиҙел ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлфиә Әфтәх ҡыҙы Динисламова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 497 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр, Рәсәйҙә иғлан ителгән Әҙәбиәт йылында, Башҡортостан яҙыусылары әүҙем булды. Улар сығыш яһамаған бер генә район да ҡалманы республикала. Шундай осрашыуҙар уҡыусылар күңелендә лә, яҙыусыларҙа ла онотолмаҫ матур тойғолар ҡалдырҙы. Сараларҙа миңә лә ҡатнашырға тура килде. Ваҡыт менән сикләнгән осрашыуҙарҙа барыһы тураһында ла һөйләп булмай. Уҡыусыларым һәм күп һанлы тамашасыларым пьесаларым буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарап һоҡланыуҙарын әйтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 536 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуындар алмашына, күпте белгән оло кешеләр һирәгәйә. Белгән нәмәләрен, әгәр ҡыҙығыусылар, һорашып яҙып алыусылар булмаһа, үҙҙәре менән алып китәләр. Беҙҙең башҡорт ере исем-атамаларға бай бит ул. Исемһеҙ тау, йылға, күл, урман, шишмә, уйһыуҙар юҡ. Әгәр киреһенсә икән, ҡасандыр бер ваҡыт иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында онотолған. Атамаларҙы музейға ҡомартҡы итеп һалып булмай, уны халыҡ телендә йәки яҙып алып, урынын билдәләп кенә һаҡлау мөмкин. Маңҡортлашып барған бер дәүерҙә күпмеһелер юғалып китмәҫ тип кем әйтә ала?
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фәрихә Ғаттар ҡыҙы менән Насир Ғиләжетдин улы Заһитовтарҙың бергә йәшәүенә 60 йыл тулды. Был матур ваҡиғаны улар балалары, ауылдаштары менән бергә мәҙәниәт йортонда уҙғарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
Каникул осоронда Туймазылағы китапханаларҙа Балалар киноһы көнө ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 927 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө районының Яңы Булгаков ауылында биш етем балаға фатир асҡыстары тапшырылды. Урындағы хакимиәттә аңлатыуҙарынса, әгәр былтыр өй туйлаусылар өсөн көтөлмәгән бүләк фатирҙарҙы йыһазландырыу булһа, был юлы төҙөүселәр торлаҡ майҙанын 48 квадрат метрға тиклем киңәйткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 311 тапҡыр // Тотош уҡырға
Интернет-магазиндар һәм почта аша алынған кеҫә телефондарының, планшет компьютерҙарҙың, ноутбуктарҙың Евразия иҡтисади союзы талаптарына ярашлы рөхсәт ҡағыҙы булырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 262 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына