Милләтебеҙ таяуы –  уяу йәштәр Милләттәштәребеҙ, аҡтамырҙай, төрлө урында нығынған. Рухы, моңо, көс-ҡеүәте менән балҡып йәшәй улар һәр ерҙә. Туған телен онотмай, быуындан быуынға тапшыра киләләр. Һөҙөмтәлә күрше өлкәләрҙәге йәш милләттәштәребеҙҙең, республикабыҙға килеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала башҡа тиҫтерҙәре менән бер рәттән ҡатнашыуы – ғорурланырлыҡ ваҡиға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 910 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шүлгәнташ һаҡлаған серҙәр байтаҡ әле Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир ҒӘЙНУЛЛИН – Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнеү һәм ҡурсалау өсөн бар тырышлығын һалған кешеләрҙең береһе. Күптән түгел был данлыҡлы мәмерйәгә сит илдән билдәле ғалимдар килде. Уларҙың нимә менән ҡыҙыҡһыныуы, Шүлгәнташты һаҡлау һәм унда туристарҙы йәлеп итеү өсөн ниндәй саралар күрелеүе тураһында Данир Әхмәҙи улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 701 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шағирә саҡырған  сафлыҡ донъяһы Балалар шағирәһе Фәүзиә Рәхимғолова донъяны, кешеләрҙе яратып, ҡыуанып йәшәне. Ер-һыуыбыҙға, тәбиғәткә булған мөхәббәте шиғырҙарында асыҡ сағылыш алды. Улай ғына ла түгел, хатта өйөнөң стеналарын тотош тәбиғәт күренеше менән биҙәгәйне апай. Урман-тауҙар, йылға – бына шул мөхиттән айырылманы. Үҙенә лә балаларса һоҡланыу хас ине. Ошо сафлыҡ һәм тәбиғилек һалынған да инде шиғриәтенә. Донъяны яратырға өйрәткән ижады күп йәш быуынды тәрбиәләр әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1053 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һайрай ҙа һайрай һандуғас... Урамда балалары менән саф һауала йөрөргә сыҡҡан күренекле артист, йырсы Алһыу Бәхтиеваны күреп, уның хаҡында гәзиткә яҙыуымды үтенеүҙәрен әйткәс, аптырап китте.
— Яңыраҡ ҡына “Башҡортостан ҡыҙы” журналында мәҡәлә баҫылды бит, — тине.
— Һәр баҫманың үҙ уҡыусылары. “Башҡортостан”ды алдырыусылар ҙа яратҡан шәхестәренең тормошо менән ҡыҙыҡһына, — тип осрашып һөйләшергә килештек.
Ком: 3 // Уҡынылар: 2584 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Тереклек сығанағы – Сибайҙа Сибай ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан карьерҙа Башҡортостан ғалимдары микроорганизмдарҙың яңы төрөнә юлыҡты. Тап ошо цианобактерияларҙан Ерҙә тормош башланған. Яңы табышты Европа һәм Америка ғалимдары фәндә ҙур алға китеш тип билдәләне, сөнки был бактерияларҙың күпселеге әлегә тиклем бөтөнләй өйрәнелмәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 408 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөрйән ҡыҙҙарын кем ҡорбан иткән? Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, археолог Вячеслав Котов оҙаҡ йылдар дауамында Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнә. Бында алып барылған археологик эҙләнеүҙәрҙең һәр экспедицияһында ҡатнаша ул. Һуңғы ҡаҙыу эштәре мәлендә ғалимдар ҡыҙыҡлы асышҡа юлыҡҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәнғәттең сиктәре юҡ Өфө рәссамы Светлана Мөхәмәтгәрәеваның эштәре Францияла Рус мәҙәниәте аҙналығы уңайынан Кастельно-ле-Лез ҡалаһында үткәрелгән күргәҙмәгә ҡуйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләкәй дәүләт – илгә ҙур терәк Һәр төбәктә уңған ғаиләләр бар, улар үҙҙәренең матур итеп донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 429 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелектең юйылмаҫ эҙҙәре Нимәгә тотонһаң да, мәңге торорлоҡ итеп эшләргә тырышыу хас ерҙең ысын хужаларына, ил ағаларына. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан ордены кавалеры Миһран Солтангәрәевте Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында нәҡ шундай кеше тип хәтерләйҙәр. Ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулған булыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1010 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алма алырға онотманыңмы? Алма тәмле һәм туҡлыҡлы аҙыҡ ҡына түгел, ҡайһы бер ауырыуҙарға ҡаршы яҡшы дауалау-иҫкәртеү сараһы ла. Халыҡ медицинаһында шешенгәндә, склероздан яфаланғанда, бөйөрҙәрҙә таш булғанда, һимергәндә, яралар оҙаҡ төҙәлмәгән осраҡта даими рәүештә алма ашарға тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 259 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына