“Ҡара алтын”дың ҡара бәләһе Донъя баҙарында нефткә хаҡтың түбәнәйеүе күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Рәсәй бюджетын ҡабул иткәндә уның хаҡы барреленә 50 доллар тип күҙалланғайны. Әле иһә 28-гә тиклем төшөп, һуңғы көндәрҙә 32-гә күтәрелде. Ә бит нефть, газ беҙҙең йыллыҡ бюджеттың яртыһы тиерлек. Аптырашта ҡалған халыҡты төрлөсә тынысландырырға тырышалар: социаль һәм иҡтисади мәсьәләләр хәл ителәсәк, инфляция ауыҙлыҡланасаҡ. Хәйер, һуңғыһын кеше үҙ муҡсайына ҡарап та белә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 512 тапҡыр // Тотош уҡырға
Итәк кейеп илде ҡотҡарып буламы? Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Европаға миллиондан ашыу ҡасаҡ килгән, һәм уларҙың иҫәбе көндән-көн арта ғына. Белгестәр әлеге күренеште Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иң ҙур мәжбүри күсенеү тип баһалай. Тик эш бит статистикала ғына түгел. Тәүҙә, ҡайһы бер интеллигенттар әйтмешләй, әлеге “хәрәкәт”, иҫләһәгеҙ, Европала ҡыҙыҡһыныу ғына уятты. “Кемдәр килә? Ә, ҡасаҡтар... рәхим итегеҙ...”
Ком: 1 // Уҡынылар: 864 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙип фатихаһын бирҙе Билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин менән осрашыу үтте. Ҡунаҡҡа шулай уҡ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова ла килгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ун дүрт йәшлек килен Борон фәлән-фәләндәр 13, хатта 12 йәшлек ҡыҙға өйләнгән, тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, аптырай торғайныҡ. Әле балалыҡтан сығып өлгөрмәгән, ҡулынан ҡурсағы төшмәгән ҡыҙға нисек намыҫың етеп өйләнәһең инде? Хәйер, ул дәүерҙе ниндәйҙер кимәлдә аҡларға ла була. Аслы-туҡлы йәшәгән ярлы ғаилә артыҡ тамаҡ булып иҫәпләнгән ҡыҙҙарынан тиҙерәк ҡотолоу яғын самалағандыр. Өҫтәүенә ер майҙандары ла ир балаларға ғына бүленгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 682 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шоферға ла шиғыр кәрәк Яңыраҡ билдәле шағир, күренекле журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары, төрлө жанрҙағы бер нисә китап авторы Дамир Шәрәфетдинов менән Өфө автотранспорт колледжында бик фәһемле, йөкмәткеле осрашыу булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 591 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухи ныҡлыҡ  ниҙән башлана? Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, вәғәҙәбеҙҙе үтәйбеҙ: Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмә ойошторғандан һуң уның халҡыбыҙ рухиәте, йолалары, тел, ер мәсьәләләре тураһындағы фекерҙәре менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итербеҙ, тигәйнек. Халыҡ уҡытыусыһының күҙәтеүҙәренә, шәхси кисерештәренә бәйле кинәйәләрен рәхим итеп тыңлағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1210 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һөйгәндәргә арнар йырҙарым бар...” Ҡайҙа барма, уйҙар һиңә илтә,
Оноторға юҡтыр хаҡҡынам.
Ары торһон Кавказ, Ҡырымы ла,
Булмаһамсы һиңә ят ҡунаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 465 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кемдең күсе  дәррәү үрсей? Ҡыш бал ҡорттары сағыштырмаса тыныс була, уларҙа матдәләр алмашыныуы аҡрын бара һәм аҙыҡ аҙ тотонола. Быны ҡышҡы осорҙа күскә уҡмашып йәшәүҙәре менән аңлаталар. Һауа температураһы уртаса 10 градусҡа еткәс, улар өйкөмгә уҡмаша башлай. Ҡорт күсе төндә йәки һыуыҡ көндәрҙә хасил була, ә йылы ваҡытта тарала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәртә тулы малың булһын Үгеҙ булған көтөүҙә ирекле йөрөгән һау-сәләмәт һыйырҙың ҡыҫыр ҡалыуы икеле. Шулай ҙа уны билдәләп була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 403 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ун ғүмергә торошло йәшәү дәрте Педагогия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Ушинский исемендәге миҙал кавалеры, профессор Рафаэль Аҙнағолов башҡорт диалектологияһы, хәҙерге лексикологияның актуаль проблемалары, башҡорт халҡының этнолингвистик тарихынан йөкмәткеле лекциялар уҡыны, студенттарҙың диплом эштәренә етәкселек итте. 15 монография һәм методик китаптар авторы, ете һүҙлек әҙерләп нәшерләне, унан тыш урта һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусылары, студенттар өсөн 11 программа төҙөнө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 467 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына