Һөнәрҙе дөрөҫ һайла Менеджмент, юриспруденция йүнәлешендә уҡырға теләүселәрҙең һаны артып китте бер саҡ. Һәр хәлдә, юридик һәм иҡтисад факультеттарының түләүле бүлектәренә лә инеү хыялы менән янғандар аҙ булманы. Әммә ваҡыт үткәс, шул асыҡланды: ошо һөнәрҙәргә эйә булғандар бөтөнләй башҡа тармаҡҡа эшкә урынлаша, ябай һөнәрмәндәр иһә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Телеэкранда әле лә “Иретеп йәбештереүсе, электрик талап ителә” тигән иғландарға йыш тап булабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 394 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҙон ғүмерле “Йома” Теүәл 25 йыл элек ғинуарҙың һуңғы йомаһында Башҡортостан телевидениеһы үҙенең тамашасыларын өр-яңы рухи аҙыҡ менән ҡыуандырҙы: Рәсәйҙә төп каналдарҙың береһендә лә дини тапшырыуҙар күрһәтелмәгән дәүерҙә “Бөгөн – йома” тигән программа бүләк итте. Әңгәмәсебеҙ – “Йома” тапшырыуына нигеҙ һалыусы, уның тәүге авторы һәм алып барыусыһы, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты Шәүрә Fәббәс ҡыҙы FИЛМАНОВА.
Ком: 0 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғаилә гөл һауытына оҡшаш Айырым шәхестәр, бигерәк тә бар яҡтан уңған, алдынғы ҡарашлы, тарихҡа ла битараф ҡалмаған ғаиләләр республика йөҙөн күркәмләй. Айгөл менән Илфат Таҡаловтарҙың ғаиләһе лә – күптәр өсөн матур өлгө. Унда һәр балала эшкә, ижадҡа, тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләнә, ололарға ихтирам да күҙ уңынан сығарылмай. Балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү, татыу һәм бәхетле ғаилә ҡороу серҙәре тураһында “Әсә” фильмында ҡатнашҡан игеҙәктәр Айгиз менән Нургиз, оҫта бейеүсе һәм спортсы Алмас, бәләкәс Рушананың әсәһе Айгөл Таҡалова менән серләштек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Китегеҙ. Ял бирегеҙ...” Аҙна элек Мәскәүҙә промоутер ҡыҙҙы атып үлтерҙеләр. Урамда тауыш көсәйткес аша үткенселәрҙе яҡындағы тун кейемдәр магазинына саҡырған өсөн. Баҡтиһәң, эргәләге йортта йәшәгән иргә ял итергә ҡамасаулаған ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бушлай! Һуңғы тапҡыр... Торлаҡты бушлай хосусилаштырыу мәсьәләһе йылдан-йыл ҡуйыра килде. “Хәҙер юллап өлгөрмәһәгеҙ, аҙаҡ фатирығыҙҙы дәүләттән түләп аласаҡһығыҙ” тигән хәбәр күптәрҙе хафаға һалды. Һуңғы тапҡыр хосусилаштырыу ваҡытын 2016 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтҡайнылар. Хөкүмәт яңыраҡ ҡарар сығарып, был эште йәнә бер йылға һуҙырға булды. Тимәк, һәр кем, 2017 йылдың 1 мартына тиклем кәрәкле ҡағыҙҙарҙы юллап, күсемһеҙ милкенә тулы хоҡуҡлы хужа була ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
Робинзонға әйләнмәһен ҡарттар Атаҡлы драматург Флорид Бүләковтың “Күгәрсенкәйҙәрем” тигән драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарамаған кеше һирәктер. Ҡарттар йортонда йәшәгән инәйҙәрҙең көнитмешен күреп, йән ғазаптарын тойоп күңел һыҙлай, күҙҙәргә йәш төйөлә. Хәйер, ундай хәлгә тарыған оло быуын кешеләре тормошобоҙҙа йыш ҡына осрап тора. Өлкән йәштәгеләрҙең: “Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел”, – тип уфтанғанын үҙегеҙ ҙә ишеткәнегеҙ барҙыр. Балаларымды кеше итәйем тип ғүмере буйына бил бөккән, иле өсөн тир түккән кешеләр, оло йәшкә еткәс, ни өсөн иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡала һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәк бөтә, сәс ағара... “Ҡыуырға кәрәк бөтәһен дә!” Рәттән бишенсе матчта отолғас, “Салауат Юлаев” көйәрмәндәре араһында ризаһыҙлыҡ көсәйҙе. Матур тамаша талап иткән кешене тынысландырып ҡара...
Ком: 0 // Уҡынылар: 394 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылына –  50 мең дана тире! “Октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Рәсәйҙә төп йәнлекселек хужалығы. Бында 2010 йылдан ҡиммәтле тиреле йәнлек үрсетеү комплексын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 725 миллион һум тәшкил итә. Әле ошо аҡсаның 400 миллион һум самаһы үҙләштерелгән. Хужалыҡтың етәксеһе – Александр Анатольевич Авдеев.
Ком: 0 // Уҡынылар: 321 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милләтем тип  янған ҡаһарман Рухи донъябыҙҙың символы булырҙай легендар шәхесте, Башҡортостандың милли автономияһын булдырыу тарихында һәм милләтебеҙҙең хәтерендә мәңгелек урын алған мәшһүр дәүләт эшмәкәрен, РСФСР-ҙың иң юғары өс наградаһына лайыҡ булған күренекле ғәскәр башлығын большевиктар, милләтселектә ғәйепләп, үлем язаһына хөкөм иткән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 364 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белорет районында «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» туристик-рекреацион кластер төҙөлөшөн тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына