Йөрәкте тетрәтерҙәй әҫәрҙәр тыуһын! Яҙыусыларға эшләү өсөн тейешле шарттар булдырыу хаҡында күп һөйләйбеҙ. Мәҫәлән, совет осоронда йәшәгән әҙиптәр күпселек әҫәрҙәрен ижад йортонда яҙған. Ниндәйҙер заводта хеҙмәткәр тип иҫәпләнеп,
эш хаҡы алыуы ла сер түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бирәсәккә ваҡыт бирелмәй шул, көтәсәккә уны алмайҙар” Истанбулдың һомғол мәсеттәре
Хайран итер йәме был яҡтың.
Олоғайғас ҡына тәүге тапҡыр
Аҙан моңо мине уятты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 604 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Балаҡайым — бауыр итем…” Өсөнсө балаһын көтә ине Сәлимә. Оло улына – ни бары дүрт, ә кесеһенә ике генә йәш. Ҡайны менән ҡәйнә лә ризаһыҙлыҡ белдермәне. Хәйер, йыл ғына айырма менән бер-бер артлы бала тапҡанға аптыраусы, ғәжәпләнеүсе булманы. Һәр сабыйҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алып, йәш әсәгә күрше-күлән, туған-тыумаса бәпес сәйен ойоштора килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аһ-зар белмәй Аҡназар Тәбиғәттең аҡлыҡҡа сумған илаһи мәле. Ауыл халҡы, ошо матурлыҡтың эсендә йәшәгәнгәлер, бер-беребеҙҙе уҙышып, ҡарҙа эҙ ҡалдырырға тырышыуыбыҙға ла, көрт йырып алға ынтылыуыбыҙға ла сәйерһенеп ҡарағандай тойолдо. Төпкөлдөң ҡөҙрәте ҙур шул: унда тыуған ерҙең күңелгә ни тиклем яҡын булыуына ныҡлы инанаһың. Бала саҡ, үҫмерлек йылдары хәтергә төшөп һағышҡа һала, йөрәкте семетеп ала... Тап төпкөлдә күкрәгеңде тултырып тын алыу, эшсән, уңған халыҡҡа ысын күңелдән һоҡланыу, ябайлыҡта бөйөклөк икәнлегенә инандырған кешеләр менән танышыу мөмкинлеге бар. Ихласлыҡ, дәрт, сәм, ихтыяр көсө, рух йәшәй бында!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1053 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ат санаһында  фильм ташыған Матур йолаға әүерелгән “Йыл йомғаҡтары” сараһын хәйбуллалар Әҙәбиәт йылын оҙатыу, Кино ғәли йәнәптәрен ҡаршылау рәүешендә ойошторҙо. Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова ла ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡараңғылыҡҡа сорналған көн Көн дә район, республиканы береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ юл фажиғәләре тетрәндерә. Ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙе, уларҙың яҡындарын йәлләп йән өҙөлә, бәндәләргә барыһын да кисереү өсөн сикһеҙ сабырлыҡ теләргә генә ҡала. Ерҙә ҡалғандарға, йәшәгәндәргә һәм йәшәйәсәктәргә бындай ҡазаны бер ҡасан да күреү түгел, ишетергә лә яҙмаһын ине...
Ком: 0 // Уҡынылар: 377 тапҡыр // Тотош уҡырға
Серле машина Һөйөнсө! Ғәли һалдаттан ҡайтты. Быны ишетеп, ауыл халҡы ғәҙәттәгесә егетте ҡотлап, күрешергә йыйылды. Ғәлиҙең машинала елдергәнен күреп, күҙҙәре дүрт булды. “Москвич”, “Жигули”ҙан башҡаһын күрмәгән халыҡ аһ итте. Төрлө шыш-быш ишетелеп ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 438 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл ниндәй ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә? Йылына өс тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙғандарҙың танытмаһын тартып аласаҡтар. Юлда тикшергәндә алкоголдең күләмен түгел, ә барлығын күрһәткән приборҙар ҡулланыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Штраф артырмы? Дәүләт Думаһында ОСАГО-һыҙ йөрөгәндәргә штраф күләмен арттырыуҙы тәҡдим итәләр. Язаны көсәйтеү һөҙөмтәһендә депутаттар ялған полистарға ҡаршы көрәшмәксе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 365 тапҡыр // Тотош уҡырға
Американдар ҙа һорай Bloomberg агентлығы төҙөгән рейтинг буйынса, барыбыҙ ҙа белгән “Урал” мотоциклы донъяла иң яҡшыһы тип билдәләнгән. Уны белгестәр, ғәжәп уңайлы транспорт төрө, унда ҡарҙа ла, батҡаҡта ла, ҡомда ла теттереп йөрөргә була, ти. “Урал” Свердловск өлкәһенең Ирбит мотоцикл заводында етештерелә. Транспорттың күпселек өлөшө АҠШ-ҡа оҙатыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 390 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына