Маяҡ итеп ғорур Аҡбейекте Юлға сығыр алдынан көн боҙолоп китте. “Бөрйәндә нисек? – тип ҡыҙыҡһынып шылтыраттыҡ Әбделмәмбәттән Инсур Үтәбаевҡа. – Буран булһа, һеҙгә бармай торайыҡмы икән?” Бындай һорау аптыратты шикелле ир-уҙаманды. “Ә ниндәй булырға тейеш һуң февраль? – тине ғәжәпләнгәндәй. – Ҡыштың йәме шул буранда инде! Күҙ асҡыһыҙ ыжғыр елдәрҙе еңеп, алға барыу үҙе бер кинәнес түгелме ни?”
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
Биш йыллыҡ әңгәмә Илдар менән был һөйләшеүҙе 2011 йылда башланыҡ. Һис көтмәгәндә С. Маршактың “Ванька-Встанька” тигән китабы ҡулға килеп эләккәйне. Рәссамы – И. Мостафин, тип яҙылған. Аңлашылып тора, беҙҙең егет, тик ҡайҙан ғына табаһың уны. Әлеге лә баяғы Интернет селтәре ярҙамға килде. Эҙләп таптым, ниһайәт, мин Илдар Харис улын. Ошо рәүешле башланды аралашыу. Аҙаҡ Мәскәүҙә осрашып та һөйләшеүҙе дауам иттек. Нисектер әңгәмә барҙы, ә матбуғатҡа тәҡдим итергә форсат тыуманы. Һәр нәмәнең, күрәһең, үҙ ваҡыты: оҙаҡ йылдар баш ҡалала йәшәп ижад иткән рәссам хаҡында башҡалар ҙа белергә тейеш тә инде. Ул арала Илдар хаҡында “Аманат” журналына ла яҙып бирҙем, бәлки, балаларҙы дәртләндерерлек миҫал булыр тип. Ә инде “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса флешмоб ойоштора башлағас, тап Илдарҙың “Урал батыр” рәсемен флаер өсөн файҙаландыҡ. Күкте иңләп, ҡеүәтле батыр атта осоп бара унда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1102 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәммәт пәйғәмбәрБисмилләһир-рахмәнир-рахим. Бөйөк пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошо тураһында күптәребеҙ белеп бөтмәйҙер, моғайын. Үҙем дә, ислам ғалимдарының китаптарын уҡымаҫ элек, уның хаҡында өлкәндәрҙән өҙөк-һурыҡ ҡына ишеткеләнем. Китаптарҙағы төрлө мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, олуғ пәйғәмбәребеҙҙең тормошон әҙме-күпме сағылдырған әҫәр яҙыу теләге тыуҙы. Романды бер ниндәй әҙәби алымдар ҡулланмай, аңлайышлы итеп яҙырға тырыштым. Нисек кенә булмаһын, бөйөк пәйғәмбәребеҙҙең ғүмер юлы тураһында һәр мосолман белергә тейеш.
Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булһын.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Виртуаль донъямы, ысынбарлыҡмы? Уңайлыҡтарға ифрат бай XXI быуатта йәшәйбеҙ: тирә-яғыбыҙҙы “аҡыллы” машиналар уратып алған, һәм улар кеше урынына бихисап эште башҡара, шул ыңғайы ваҡытты һаҡсыл тотонорға ярҙам итә. Уйлай китһәң, фән һәм технология ҡаҙаныштары әҙәм балаһына тейешле барлыҡ йөкләмәләрҙе үтәйәсәк көндәргә оҙаҡ ҡалмаған кеүек. Диванда ятҡан килеш, мейе көсөн генә файҙаланып, планетаның икенсе осонда йәшәгәндәр менән аралашырға ла мөмкин булыр әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 374 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡойма һуҡһаң, улым, матур яғы күршеләргә булһын...” Урамда йөрөгәндә, биналарға ингәндә, йәнә башҡа урындарҙа ла шундай күренештәр осрай: бер урындан ҡасаһы, бер урында мәңге ҡалаһы килә. Юҡ, эш ерлеккә бәйле түгел, ә шундағы кешеләрҙең мөнәсәбәтендә сағылған яҡшылыҡ менән яманлыҡҡа ҡайтып ҡала...
Ком: 0 // Уҡынылар: 404 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡара диңгеҙ буйы “ҡара баҙар”ға әйләнмәһен Донъя сәйәсәтендәге үҙгәрештәр Рәсәйгә эске туризмды үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асты – элек Мысыр, Төркиә яҡтарында ял итергә яратҡандар ҙа хәҙер Ҡырым һәм Краснодар курорттары менән хушһына. Бәлки, тәбиғәт хозурлығында һаулыҡ нығытыу өсөн таулы, урманлы башҡа урындарыбыҙҙы ла һайларҙар ине, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ил төбәктәренең күпселегендә бындай сервис үҫешмәгән. Ә Ҡара диңгеҙ ярҙары ял итергә теләүселәрҙең барыһын да һыйҙырып бөтә алырмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 471 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ашыҡҡан – ашҡа бешкән Башҡортостан парламентарийҙары тәүге уҡыуҙа ҡабул иткән, 14 йәштән никахҡа инергә рөхсәт биргән закон тураһында бәхәстәр йәмәғәтселек араһында тынмаған әле. Ҡануниәттең яҙмышы, әлбиттә, хәл ителмәй ҡалмаҫ. Әммә был йәмғиәттә ярылып ятҡан башҡа мәсьәләләрҙе урап үтерме һуң?
Ком: 1 // Уҡынылар: 1031 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алыҫтағы ауҙы күргәнсе, яҡындағы яуҙы күр Байтаҡҡа артта ҡалған көҙ һаман електе туңдырған һымаҡ. Ҡарһыҙ ҡара һыуығы тамам үҙәккә үтте бит. Аҡъюлай тип атап йөрөтөлгән декабрҙә лә күктең, ябалаҡ ҡарҙар елберләтеү урынына, рашҡы менән шәмәреп тороуы ла ҡышты ҡыш итмәне инде. Ә ғинуар, һыуығай, хаттин ашыуҙан да үткәреп ебәрҙе. Шығырлап торған, шәкәрҙәй аҡ ҡар ятыр саҡта тубыҡ тиңе бысраҡ бутҡаға батып, ҡыш уртаһында донъяның һәммә хәшәрәттәрен мәлһеҙ иретеп ағыҙған һыуҙы кисеп йөрө әле! Ваҡыттың самаһын, ғүмерҙең үлсәмен белгән ололар, ошо хәлдәрҙе күреп, “йыл йылға оҡшамай шул, туғандар”, тип үҙҙәрен нимә өсөндөр ғәйепле һанағандай һығымта яһаһа ла, был күңелде күтәрмәй. Әллә тәбиғәттең холҡон тәртиптә тоторлоҡ механизмдар көйһөҙләнде, әллә күҙ алдынан үтеүсе хәлдәр әҙәми заттарҙың холоҡ-фиғеленә яуап бирмәй… Күҙебеҙ тоноп, зиһенебеҙ зәғифләнеп, күңелебеҙ ҡатып, бәлки, һүҙһеҙ генә әйтелгән теләк-әмерҙәрҙе ишетеү ҡеүәһенән яҙғанбыҙҙыр?
Ком: 0 // Уҡынылар: 387 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғашиҡтарға –  татлы рекорд Ғашиҡтар көнөндә өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына бүләккә “валентинка” түгел, ә бауырһаҡ таратылды. “Каруанһарай” майҙанында үткәрелгән байрамға 1143,5 килограмлыҡ милли ризыҡ килтерелгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 380 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәжәп бит роботтар иле! Баҡтиһәң, кешегә оҡшаш роботтарҙы кинола, йәнһүрәттә генә түгел, үҙебеҙҙең ҡәҙимге тормошта ла күреп була икән. Республика башҡорт лицей-интернатында ойошторолған “Роболига-2016” фестивале тап ошо өлкә оҫталарын бергә йыйҙы, сағыу бер тамаша менән һоҡландырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына