Беҙҙең “ромео”  бер урында тапанмай Бөгөнгө әңгәмәсем – яҡташым, Ейәнсура районының Абҙан ауылы егете Роберт Йылҡыбаев. Башҡорт театр сәнғәтен һөйөүселәргә уның исеме яҡшы таныш. Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Таңсулпан Бабичеваның курсын тамамлаған бер төркөм йәштәр – Шәһит Хамматов, Илгиз Таһиров, Салауат Юлдашбаев, Лилиә Исҡужина – менән үҙен сәнғәт академияһында ла, Милли йәштәр театрында ла сағыу ролдәрҙә, ҡыҙыҡлы проекттарҙа күрһәтеп, тиҙ арала билдәлелек яуланы. Ошо рухлы, дарманлы егеттәр менән бергәләп “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ҙур ғына резонанс тыуҙырған “Реалити-шоу. Дүрт йөрәк”, “Дүшәмбе” ижадханаһында “Дүшәмбе шатмандары” исемле мәҙәк-шоу проекттарын сығарҙыҡ. Йәштәр театрында ҡуйылған “Ромео һәм Джульетта” спектаклендә лә был йәштәр бик матур сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бер-беребеҙҙең  ҡәҙерен беләйек” ...Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында бейеү түңәрәге бара. Ҡырмыҫҡалы ҡыҙы Флүрәнең һоҡланғыс сығышын барыһы ла хайран ҡалып күҙәтә. Теге саҡ Өфөнән хатта Фәйзи Ғәскәров килеп, уны ҙур ансамблгә саҡырғайны бит. Әммә атаһы Ғәлимйән ағай ҡырҡа ҡаршы төштө. “Уҡыуыңды тамамламайынса, ситкә бер аҙым да баҫмайһың”, – тине...
Ком: 0 // Уҡынылар: 523 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хыянат өҙгән ғүмерҙәр Көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, эш тип өҙлөкһөҙ сабып йөрөгән әҙәм балаһының кешелек сифаттары юғала барғандай тойола. Күрше күршенең хәлен белмәй, бер туғандар аҡса, фатир өсөн ҡан дошманға әйләнә, ә кемдер юғарыға үрләү ниәтендә хеҙмәттәшенә яла яғырға әҙер. Шуға күрәлер инде яныбыҙҙа ғына ниндәй фажиғәләр булыуын күрмәйбеҙ, күрһәк тә, белмәмешкә һалышабыҙ. Шулай еңелерәк бит. Ыҙа сигеп йәшәгән балаларҙың күҙ йәше лә тетрәндермәй башланы түгелме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 665 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уролог менән  дуҫлашҡың килһә… Урология өлкәһендә сирҙәр һуңғы йылдарҙа йышая, ти белгестәр. Сәбәбе тормошобоҙҙоң ҡырҡа үҙгәреүенә бәйле тигән фараз ҡылһағыҙ, бер ҙә яңылышмаҫһығыҙ. Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен нәҡ әлеге ауырыуҙарҙы дауалауға бағышлаған табип әңгәмәнең башында уҡ ошо хаҡта белгертеп ҡуйҙы. Һүҙ – медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһындағы урология бүлеге мөдире Рәсил МОРАҘЫМОВҠА.
Ком: 0 // Уҡынылар: 504 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мул һалынған хеҙмәт бирә уңыштың мулын Үткән йылға йомғаҡ яһағанда хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү йолаһы районда электән һаҡлана. Күркәм байрам, ғәҙәттәгесә, ҡыш уртаһына тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 437 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшһеҙ ҡалдым...  Кредитты нисек түләргә? Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс — берҙән-бер көн эшһеҙ тороп ҡалдығыҙ йәки эш урынығыҙҙа хеҙмәт хаҡығыҙҙы ҡыҫтылар, ти... Ә алда — түләнмәгән кредиттар... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бөгөн нәҡ ошондай проблемалар менән йәшәргә мәжбүр. Хәйер, бындай тормошто йәшәү тип атап буламы икән? Бурыстар... Коллекторҙар... Бер туҡтауһыҙ янауҙар... Ни ҡылырға һуң был осраҡта? Кемдән ярҙам һорарға? Бөгөнгө яҙмабыҙ – ошо хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 552 тапҡыр // Тотош уҡырға
Флүр Ғәлимовтың һуңламаған тәүбәһе Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы менән таныштырыу булды. Китап байрамында оло яҙыусылар ҙа, урта һәм йәш быуын әҙиптәре лә, тәнҡитселәр ҙә, төрлө өлкәлә танылған шәхестәр ҙә, ябай китап уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1145 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙҙәр ҡыйынһынмаһын Бәләкәй ҡалаларҙың береһе данлы юбилейына әҙерләнә бер заман. Ялтыратып китап та сығарҙылар. Урамдарҙа хәлдәренән килгәнсә, рәхмәт, асфальт яңырттылар. Бөтә ерҙә тигәндәй, ҡотлау, тәбрик, изге теләк һүҙҙәре. Тик барсаһында ла өндәш һүҙ алдынан өтөр ҡуйылмағайны. Етмәһә, ҡала кешеләренә гел тура мөрәжәғәт итеп яҙылған. Аралаштырып, исмаһам, “Яҡташтарыбыҙҙы юбилей менән ҡотлайбыҙ!” тиелһәсе лә бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 676 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман йүнселлек талап итә Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында тармаҡтың былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, ағымдағы йылға бурыстар билдәләнде. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов та ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 382 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөҙөмтә бар, йәнә тырышырға кәрәк “Тышта февраль бураны ҡоторһа ла, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек ҡыҙыу бара. Быйыл сәсеүгә 7,7 миллиард һум, йәғни былтырғынан 15 процентҡа күберәк, аҡса тотоноу күҙаллана. Шуның 1,5 миллиард һумы яғыулыҡ-майлау материалдарына йүнәлтелә. Ил һәм республика ҡаҙналарынан 1,5 миллиард һум бүленһә, 3,5 миллиардын банктарҙан үтескә аласаҡбыҙ. Ғөмүмән, аҡса етергә тейеш”, – тине республика Башлығы агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмәлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына