Оҫта барҙа донъя йәмле Әйләнә-тирәбеҙҙә ғәжәп яҙмышлы, оҫта ҡуллы, тормошто йәмләргә, матурларға ынтылып йәшәгән кешеләр бар. Малаяҙ ауылында ғүмер иткән Эльмира Хәкимова — шуларҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гармун моңо Олоғая барған һайын йәшлеген йышыраҡ иҫенә төшөрә башланы Хәбибулла. Ни ғәләмәт, төштәрендә лә – шул уҡ йәш, сая, дәртле саҡтары. Имеш, ул ҡаштарын һикертә-һикертә гармунда уйнай. Ә түңәрәк уртаһында бөтөрөлөп, эре ҡыҙыл борсаҡ төшкән күлдәк итәктәрен өйөрөлтөп бер сибәр ҡыҙ әйләнә. Уянып китә лә Хәбибулла, ҡыҙҙың исемен иҫенә төшөрөргә тырышып, хәтер һандығында соҡона башлай. Кем һуң әле ул?
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙең “мөхәббәт байрамы” буласаҡ! 1 мартта Стәрлетамаҡта урындағы ҡоролтай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр бүлеге менән берлектә ғаилә ҡиммәттәре, мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа арналған “Етегән” башҡорт байрамын үткәрә. Был күркәм башланғыс хаҡында белешеү маҡсатында төп ойоштороусыларҙың береһе, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ләйсән ЙОСОПОВАға мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 966 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Эй, шиғриәт, һәр һүҙеңде Һөтләндерсе, ыуыҙландыр” Тауышһыҙҙы тауышландыр,
Һағышһыҙҙы һағышландыр,
Эй, шиғриәт, донъяларҙы
Сағыуландыр, баҙыҡландыр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 621 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырҙарын  иҫкә алғанда...23 февралдә Өфөләге Еңеү паркында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ойошторолған тантанала ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 459 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырлы-моңло, алсаҡ шағир ине Сафуан ағай... Сафуан Әлибай... Бала саҡтан яҡындан аралашып, ижади кисерештәр, тормош мәшәҡәттәре менән уртаҡлашып, юлдаш, табындаш һәм оҙаҡ йылдар күршеләр булып йәшәгән кеше хаҡында иҫтәлек яҙыу еңел түгел. Уның инде был донъяла түгеллеге аңға барып етә алмай, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән һымаҡ, буталсыҡ хистәр уята. Ошондай уҡ кисерештәр Динис Бүләков ағайҙың Мәләүез районындағы музейына тәү тапҡыр ингән саҡта йөрәкте тетрәткәйне. Күренекле шағир Сафуан Әлибайға быйыл февралдә 75 йәш тулған булыр ине...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1179 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булһа – бүреләй, булмаһа – сүреләй Кешенекен алаһың, үҙеңдекен бирәһең, ти халыҡ әйтеме. Эйе-эйе, бурысҡа алғанды әйтәм. Өс көнгә генә тип уйлаһаң да, ҡайтарыу ваҡытын һуҙырға сәбәп табылып ҡына тора. Ярай яҡындарың, һуҡранһа ла, көтә. Ә финанс учреждениелары һиңә дуҫ та, туған да түгел...
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡтың ихтыяжын тойоп Башҡортостандағы кондитер ризыҡтарын әүәл Өфөләге “Конди” фабрикаһы күпләп етештерҙе. Әле иһә баҙарға өр-яңы компаниялар сыҡты. Улар иҫәбендә шәхси эшҡыуар Ләйсән Дәүләтшинаның да фабрикаһы бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
Капитанға талап ҙур Илебеҙ ир-егеттәре Ватанды һаҡлаусылар көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Юҡ, байрам булған өсөн генә түгел. Тап ошо йәкшәмбе-дүшәмбелә Континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 434 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сафуан Әлибаев менән миңә “Совет Башҡортостаны” (хәҙерге “Башҡортостан”) гәзите редакцияһында бергә эшләргә яҙҙы. Абруйлы баҫманың яңы етәксеһе Мансур Әйүпов үҙгәртеп ҡороу башында иғлан ителгән билдәлелек осоронда редакцияға эшкә төрлө төбәктәрҙән йәштәрҙе йыйып алғайны. Журналистикала, әҙәбиәттә йәки башҡа гуманитар йүнәлештәрҙә киләсәктә исемдәре яңғыраясаҡ Фәрзәнә Аҡбулатова, Морат Төхвәтуллин, Фаил Ҡылысбаев һымаҡ юғары уҡыу йортон яңыраҡ тамамлаған йәш белгестәр бер осор саҡырылғайныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Башҡортостандың Милли музейында Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арнап “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе. Шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр менән дәүләт, йәмәғәт һәм фән эшмәкәрҙәре сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 393 тапҡыр // Тотош уҡырға
Медицина тармағының бөгөнгө торошо нисек? Республика һәм ил әһәмиәтендәге дәүләт программалары, закондар халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәме? Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыу йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарыла? Ауырыуға үҙ хоҡуҡтарын даулап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
3 мартта сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем редакцияла үткәреләсәк “тура бәйләнеш”тә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 340 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр Башҡортостан халҡы ваҡлап һатыу селтәренән 784,5 миллиард һумдан ашыу хаҡҡа тауар алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 296 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылдың ошо миҙгелендә Өфө сәхнәләрен республиканың башҡа ҡалаларынан килгән театр тамашалары балҡытыуы күркәм йолаға әүерелгән. Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары 25-26 февралдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сығыш яһаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда йыл башында 1 миллион 147,6 мең пенсионер иҫәпләнгән. Уларға тәғәйенләнгән пенсияның уртаса күләме 11 419,7 һум тәшкил итә, былтыр иһә был һан 10 286,9 һум булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 348 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына