Кем ул “Маха”? I “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален ябыу тантанаһы. 2014 йыл мәҙәниәт байрағы аҫтында тамамланып килә ине. Шул саҡ сәхнәгә Гагариндың Йыһандан әйләнеп ҡайтыуын документаль киноға төшөргән яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 2011 йылда “Рәсәй кинематографына индергән юғары ҡаҙаныштары өсөн” номинацияһында “Ника” кинопремияһына лайыҡ булған Мәхмүт Рафиҡов күтәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡсан ижад балҡышы Яңыраҡ Башҡортостандың Яҙыусылар союзында шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!” тигән яңы китабының исем туйы һәм 55 йәшлек юбилейы айҡанлы бик матур кисә уҙғарылды.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1148 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урау булһа ла, юл яҡшы “Аҡсарлаҡ”, “Аҡ болоттар”, “Әйҙә әле, йырлап үтәйек”, “Ҡәнәферҙәр”, “Әллә ниңә һине юҡһынам” йырҙарын тап ошо артист башҡарыуында яратып тыңлаусылар аҙ түгел. Үҙенсәлекле, күңелгә үтерлек моңо менән тамашасыны әсир иткән ул Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күтәрерме башҡорт Башһыртын? ...Емеш-еләккә күмелгән йәшел утрауҙан ҡоштар моңо өҙөлмәй. Йырлы ерҙә бөтөн йән эйәләре үҙ-ара дуҫ, татыу. Төйәген һөйәләр, хәстәрләйҙәр, яңынан-яңы биҙәк өҫтәйҙәр... Бүтән ерҙә лә үҙҙәрендәге кеүек гүзәллек булыуын теләй улар. Изгелек өләшкән утрауға һоҡланып туймаған ҡояш та көноҙоно ошонда... Тап шул әкиәт күренеше күҙ алдынан үтте Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы менән танышҡас. Юғарылағы тып-тын, ап-аҡ “утрау” тирәләй бөтөн донъя әйләнгәндәй. Бәләкәй генә изге ер яҡты нурҙарын барлыҡ Йыһанға өләшергә, йәшәйештең асылын аңлатырға ынтыла ла...
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тауҙарығыҙҙы оҡшатып килгәйнек, телегеҙ ғашиҡ итте” Өфөләге Америка-Башҡорт интерколледжында эшләгән АҠШ граждандары тураһында бығаса матбуғаттан, интернеттан уҡып, кешенән ишетеп кенә белә инем. “Улар башҡорт телен белә, мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһына”, – тиһәләр, ныҡ аптырай торғайным. Шик тә тыуғыланы. Рәсәйҙең төпкөлөндә, Урал тауҙары ҡуйынына һыйынып йәшәп ятҡан бәләкәй генә милләттең теле хаҡында әллә ҡайҙа, океан аръяғында ишеткәндәр ҙә өйрәнергә килгәндәр, имеш... Шулай ҙа ирле-ҡатынлы Линдси һәм Крейг менән танышҡас, икеләнеүҙәр юҡҡа сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ырыҫ һаҡлай сәсән вариҫтары ...Сибайҙа йәшәгән бер апай танышынан тыуған ауылына ҡайтҡанда Ташкит шишмәһенең һыуын алып килеүен үтенә. “Буранбайҙан талантлыларҙың күп сығыуын шул инештең ҡөҙрәте менән бәйләйҙәр. Был һыу, бәлки, миңә лә уй-ниәтемде тормошҡа ашырырға ярҙам итер”, – ти...
Ком: 0 // Уҡынылар: 785 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарих саңы  ҡунмай исеменә Ошо көндәрҙә республиканың Хәрби дан музейында “Тарих-онлайн” проекты нигеҙендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, күренекле дәүләт эшмәкәре һәм хәрби етәксе Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы мәктәп уҡыусылары өсөн интернет-дәрес үткәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 416 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт шағирәһе – еңеүсе! Мәскәүҙә, Әҙәбиәтселәрҙең үҙәк йортонда Н. Лесков исемендәге иң шәп нәфис тәржемә әҫәрҙәре өсөн бирелгән “Һүҙҙәрҙең бәйләп торған ептәре”(“Словес связующая нить”) Бөтә Рәсәй әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы булып үтте. 1-се дәрәжә дипломға Дмитрий Мизгулиндың “Ҡасандыр ҡояш Алла ине” тигән китабын фин-уғыр тәржемәләгән шағирҙары лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 461 тапҡыр // Тотош уҡырға
“...Беләм тел ҡәҙерен” Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залында “Туған тел аҙналығы-2016” сараһын йомғаҡлау һәм “Урал батыр” байрамы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 489 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был донъяның рәхәте —  сабый саҡта “Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр, эшең хаҡ булһа, ғаиләң шат булыр”. “Татыу булһа ҡатының, ары торһон алтының”. “Яңғыҙҙың йәйәһе лә юғалыр, күмәктең уғы ла табылыр”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына