Ҡурайсының  бәхет юлы Эйе, Башҡортостан еренән һут, күктәрҙән нур алып, яҙғы, йәйге наҙлы елдәрҙә тирбәлеп үҫкән үләндең, музыка ҡоралы булараҡ, даны бөтә донъяға таралды. Сөнки күңелдәрендә ер-ил ғәмен, халҡыбыҙҙың тарихи үткәндәренең рухи көсөн, ғорурлығын, азатлыҡҡа ынтылыу хис-кисерештәрен, ҡайғы-һағыштарын, хеҙмәт, батырлыҡ сәме менән һуғарылған бөгөнгө көнкүрешен, киләсәккә булған өмөт-ышаныстарын ошо ябай, ләкин тылсымлы ҡурай моңдары аша еткереү маһирлығына эйә ҡурайсы ир-уҙамандарыбыҙ булды һәм, Аллаға шөкөр, әле лә бар улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 775 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй 8 Март байрамы. Ҡыҙҙар, кәләштәр, ҡатындар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр – барыһы ла ҡояштай шат. Матур һүҙҙәр, айырым иғтибар, сағыу гөлләмәләр, ҡиммәтле бүләктәр... Улар бәхетле!
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Тарихи мираҫ һағында Илебеҙ, республикабыҙ тарихына ҡағылышлы документаль мираҫ архивтарҙа һаҡлана. Бөгөнгө йәмғиәттә уларҙың әһәмиәте бик ҙур. Борондан тупланып килгән дәүләт документтарын, халҡыбыҙ йылъяҙмаһын һаҡлау нисек ойошторолған? Республика архивтарының хәҙерге торошо, уларҙың эшмәкәрлеге, уңыштары һәм проблемалары хаҡында һөйләүен үтенеп, беҙ Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы И. В. ҒӘЛЛӘМОВҠА мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 534 тапҡыр // Тотош уҡырға
БДИ: себештәрҙе яҙ ҙа һанайҙар ...Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Төпкөлдә ятҡан ауыл балаһы баш ҡалаға килеп, имтихан тапшырырға теләгән юғары уҡыу йортон эҙләп йөрөй. Аҡса еткерә алмағанлыҡтан, ата-әсәһе уның яңғыҙын ебәргән. Документтарын ҡабул итһәләр, һынау тапшырыу өсөн йәнә бер үҙенә килергә тура киләсәк. Ятаҡта урын булмаһа, ни эшләр? Һанаулы ғына аҡса менән фатирға түләп тороу хаҡында хыялланырға ғына ҡала...
Ком: 0 // Уҡынылар: 440 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишлеләргә бәхет ишелә Йомарт ерҙең ҡуйынына барыһы ла һыйған: ҡуйы урмандар ҙа, сылбыр булып теҙелеп киткән тауҙар ҙа, икһеҙ-сикһеҙ яландар ҙа... Кешеләрҙең күңеленә лә күскән был киңлек. Тыуған төйәген мөкиббән яратҡан халыҡ мул тормошта күп бала үҫтереп, ихлас донъя көтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 407 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҫтаханала тыуған гүзәллек “Девятов һәм Ко” художество оҫтаханаһының тарихи тамырҙары 1990 йылға барып тоташа. Тап шул осорҙа Сибайҙағы Көньяҡ-көнсығыш геология разведкалау экспедицияһы ҡарамағында халыҡ ҡулланыуы тауарҙары цехы ойошторола. Унда биҙәүестәр, утилитар әйберҙәр, йәшмәнән сувенирҙар етештерәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 357 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белмәҫһең, күпме ята торғандыр был хайуандар, ҡуҙғалып бер яҡҡа сығып китһәләр, йөрөрһөң ас. Биштәремдәге сәй ҡайната торған ҡомғанды алдым да йылғанан һыу килтерҙем. Миңә тиклемге көтөүселәр ут яҡҡан ергә утын йыйып, утты тоҡандырып, әҙер аҫҡаҡҡа ҡомғанды ҡайнатырға элдем. Атайымдың йыры иҫемә төштө: “Ут яна-а, күмер була, көл була, үткән генә ғүмер шул була-а-а“, — тип утҡа ҡарап һыу ҡайнауын көтөп ултырҙым. Ҡапыл эргәмдә генә бер бәләкәй кәзә тәкәһе әсе итеп баҡырып ебәрҙе. Тертләп киттем. Төкөргә итәме әллә? Ҡалалағы ике аяҡлы кәзә тәкәләренең төкөүенән биҙеп бөткәнмен. Быныһын тибеп тә осорорға була, ә тегеләрен...
Ком: 0 // Уҡынылар: 377 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында ауылына “киләсәкһеҙ” тигән мөһөр һалынһа ла, район етәкселәре килеп тә, саҡыртып алып та мотлаҡ икенсе ергә күсергә кәрәклеге тураһында ҡайта-ҡайта иҫкәртһә лә, йәшәгән төйәген ташлап китмәй ир-уҙаман Рифҡәт Хәйретдинов. Башҡорт Бөркөтө тигән ауылда бары тик өс кенә ғаилә йәшәп ҡалған саҡта барып, Рифҡәт ағай менән оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырылды.
90 йәшен тултырған уҙамандың зиһене яҡты, фекерҙәре теүәл, хәтере яҡшы ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 482 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырмын тип кем әйтмәй, –
Яу килгәндә йүне юҡ;
Сәсәнмен тип кем әйтмәй, –
Дау килгәндә өнө юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 560 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гандбол бик мауыҡтырғыс һәм файҙалы спорт төрө икән. Футболға оҡшаған, әммә тупты типкеләп түгел, ҡулы менән ырғытып гол индерә малайҙар. Иң мөһиме — сәмләнеп, тирләп-бешеп йүгерешә улар. Тимәк, сәләмәтлеген дә нығыта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 432 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына