Еңел юл ҡәнәғәтләндермәй 2002 йылда башҡорт эстрадаһында барлыҡҡа килгән “ЕвроАзия” төркөмө (тәүге исеме – “Ала ҡарға”) тамашасыны үҙенсәлекле ҡатын-ҡыҙ вокалы һәм романтик рок стилендә башҡарылған йырҙары менән әсир иткәйне. Тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтһә лә, радио аша, телевидениела уларҙың тауышы һирәк яңғырай. Был хәл рок стилендәге музыканың ҡайһы берәүҙәрҙең ҡолағына ятышлы булмауына бәйлелер. Әле “ЕвроАзия” төркөмө өр-яңы проект өҫтөндә эшләй, көн дә репетициялар үткәрә. Ошо тығыҙ графиктарына ҡарамай, әңгәмәләшеүгә ихлас ризалаштылар. Төркөмдөң солисы Линара ШАБАЕВА һәм гитарист, аранжировкалаусы Айрат ВӘЛИУЛЛИН менән йәнле һөйләшеү килеп сыҡты, әйтерһең, беҙ – күптәнге дуҫтар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 799 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөнир ҠУНАФИН: “Яҙыусы – замандың намыҫы ул” Әҙәбиәт һөйөүселәргә Мөнир Ҡунафиндың исеме яҡшы таныш. Тормоштоң үҙе кеүек ҡатмарлы, күктең үҙе кеүек ҡатлы-ҡатлы әҫәрҙәрен еңелсә генә уҡып сығыу мөмкин түгел, шуға күрә кәйлә менән ер аҡтарған шахтер кеүек, фекерҙәр һәм уйҙар ҡатламында ҡаҙынырға тура килер. Уның геройҙары көн менән төн, тыуым менән үлем, диуаналыҡ менән бөйөклөк ҡауышҡан сиктә йәшәй. Уларҙы уҡып, күҙ йәшендә йылмайыу барлығын, хәсрәттә шатлыҡ йәшәүен, һалҡындан йылылыҡ бөркөлөүен тойорһоң.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1523 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәстәрҙәр төрлө, таяныс уртаҡ Һаулыҡҡа хоҡуҡ Рәсәй һәм Башҡортостан конституциялары тарафынан яҡланған. Йыл һайын ил Хөкүмәте граждандарҙы түләүһеҙ медицина ярҙамы менән тәьмин итеү буйынса Дәүләт гарантиялары программаһын ҡабул итә. Ауырыуҙың мәғлүмәтлелеген арттырыу, граждандарҙың үтенестәрен өйрәнеү тармаҡ етәкселәре яуаплылығында тип иҫәпләһәк тә, бөгөн һәр кемдән үҙ хоҡуҡтарыңды яҡшы белеү талап ителеүен онотмайыҡ. Халыҡты бөгөн нимә борсой? Ҙур көс һалып ҡабул ителгән закондар ғәмәлдә тәьҫирлеме? Медицина өлкәһендәге “ауыртҡан” урындарҙы яҡшыраҡ өйрәнеү, халыҡтың һулышын тойоу, ярҙамға мохтаждарға кәңәш биреү, юл күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо ла инде бөгөнгө тура бәйләнеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 482 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Донъяны йәмләйҙәр,  үҙҙәрен данлайҙар Яңауыл – республикалағы иң матур, төҙөк ҡалаларҙың береһе. Йәшеллеге, юлдарҙың төҙөклөгө менән дә күптәргә үрнәк булып тора ул. Шуға яңауылдар үҙҙәренең төбәге менән хаҡлы ғорурлана. Ҡаланы шундай дәрәжәгә күтәреүҙә Юл һәм йәшелләндереү эштәре буйынса муниципаль унитар предприятие коллективының тырышлығы ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 521 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғорурланырлыҡ эштәре бар Беҙҙең климат шарттарында, бигерәк тә ҡышҡы осорҙа, тормоштоң сифаты күп яҡлап йорттарҙың, сәнәғәт һәм социаль-көнкүреш биналарының нисек йылытылыуына бәйле. “Октябрьсктеплоэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡаланың йәшәйешендә ана шундай әһәмиәтле урын биләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт аты – халҡым ҡото Был хужалыҡтың тарихы 11 йыл элек Ғәле Сибәғәтуллиндың шәхси ихатаһындағы ике тиҫтә баш йылҡынан һәм заманында тоҡом репродукторы статусын алған хужалыҡтарҙың күтәртерлек хәлдә ҡалған малдарынан башланған. Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгән, һуңғы йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз рәйесе вазифаһын башҡарған ир-уҙаман бала саҡтан күңеленә яҡын шөғөлгә – йылҡы үрсетеүгә – тотонған. Улай итмәҫ тә ине, башҡорт атының яҙмышы борсоған уны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 657 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зарар килтермәҫкә! Мәғлүм булыуынса, Башҡорт дәүләт университетында ике йыл элек теология ғилеме өйрәтелә башланы. Яңы специальность халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҙған йыл аҙағында иһә уҡыу йортонда теология буйынса ғилми-белем биреү үҙәге асылып, дини ойошмаларҙың эшен көйләгән дәүләт органдары, төрлө конфессия вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды.
Ком: 1 // Уҡынылар: 677 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнһеҙ йәнһүрәттәр тураһында Бала саҡ менән тығыҙ бәйле булған “Йәнһүрәт башланды!” тигән һүҙҙәрҙе онотоу мөмкин түгелдер, сөнки уларҙы ишеткәс тә тышта уйнап йөрөгән бала-саға, өйгә килеп тулып, зәңгәр экранға төбәлер ине. Мөғжизәле әкиәттәр донъяһы, төрлө геройҙарҙың образдары, яратып, көтөп алған мәл әленән-әле иҫкә төшә. Элек йәнһүрәттәр бик йыш күрһәтелмәне, уларҙы ҡарау үҙе бер байрам ине. Бөгөн иһә хәл башҡасараҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 687 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаһарманлыҡ Студент йылдары ваҡиғаларға ла, хәтирәләргә лә бай була. Улар онотолмай, һәр кем күңелендә иң яҡты иҫтәлектәр булып һаҡлана. Төрлө райондарҙа, төрлө ғаиләлә тәрбиә алһаҡ та, төркөмдәштәр бик татыу йәшәнек, үҙебеҙ ойошторған сараларҙы бергә үткәрҙек. Диплом алып таралышҡас та йыш ҡына осраша торғайныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 445 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәпһеҙгә ҡарап,  әҙәпле бул! Бәндә сүрәтендә тыуыу ғына кеше итмәй. Һәр әҙәм балаhы ерҙә яралған көнөнән үҙенең кешелеген холоҡ-фиғеле, тәртибе, аңы, аҡылы, ҡылған эштәре менән даими иҫбатларға мәжбүр. Һәр кем үҙенең яҡты донъяға тыуып йәшәүе өсөн ата-әсәhенә генә түгел, йәмғиәткә лә бурыслы булыуын аңлап, аҡлап йәшәргә тейеш. Бәғзе ата-әсәгә ҡарағанда, йәмғиәт уға бурысын йышыраҡ иҫкәртеп, дилбегәhен ҡыҫҡараҡ тоталыр ҙа әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 546 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына