Йән фалижы “Дошмандарыңдан ҡурҡма – иң насар осраҡта уларҙың һине үлтереүе ихтимал. Дуҫтарыңдан ҡурҡма – иң насар осраҡта улар һиңә хыянат итер. Битарафтарҙан ҡурҡ – улар үлтермәй ҙә, хыянат та итмәй, әммә донъялағы бар хыянат һәм үлтереш уларҙың өнһөҙ ризалығынан башҡарыла”. Польша яҙыусыһы Бруно Ясенскийҙың был ҡанатлы һәм тәрән мәғәнәле һүҙҙәрен ишетмәгән кеше юҡтыр. Ғөмүмән, битарафлыҡ – һәр кешегә таныш булған иң фажиғәле сифаттарҙың береһе. Сөнки яҡындарыңдың, Тыуған илеңдең яҙмышына ҡарата вайымһыҙлыҡтан да ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡтыр.
Ком: 4 // Уҡынылар: 994 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярҙам һорай Һаҡмар Ғәҙеллек юллап йөрөү еңелдән түгел. Төрлө инстанцияларҙы үтеп, әллә күпме хужаның ишеген шаҡырға ла тура килә. Ахыр сиктә кешеләр ярҙам һорап редакцияларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Баймаҡ районының Ҡыуат һәм Әбделкәрим ауылдары халҡының гәзиткә ебәргән хатына барлығы 55 ҡултамға ҡуйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 684 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт инәйҙәре  рәхмәт әйтте Ҡаҙаҡ менән башҡорт халҡы элек-электән аралашып йәшәгән. Дуҫлыҡ ептәре бөгөн дә өҙөлмәй, ныҡ. Һүҙем – ошо хеҙмәттәшлектең тағы ла сынығыуы хаҡында. Яңыраҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһына гастролгә барып ҡайтты. Улар Наил Ғәйетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде” пьесаһын сәхнәгә ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәшлегемә ҡайтып барам...” Тап ошолай атар инек яратҡан артистарыбыҙ Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаева ауылыбыҙға алып килгән концертты. Аҙна-ун көн алдан иғлан ителгән тамашаны көтөп алдыҡ. Ауыл мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығырым тулы ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 644 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етенсе күккә мендерер “Етегән” Ҡалабыҙҙа саф башҡорт телендә “Етегән” мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ байрамы үткәреләсәге хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 924 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шифалы ямғырҙар  Төн буйы йоҡо алманы Зифаны. Ятҡан урын-ерендә әйләнде лә әйләнде. Бына икенсе көн инде буран ҡотора. Көслө февраль бураны, тәҙрәләргә бәрелеп, һырынты һала. Таң менән тороп төш еткәнсе көрт көрәргә кәрәк. Уның кеүек яңғыҙы ғүмер кисергән кешегә ҡапҡа алдына, мунсаға, баҡсалағы ҡойоһона көрт йырып һуҡмаҡ һалыу ҙа арыу ғына мәшәҡәт шул.
Ҡотора буран. Туҡтарға иҫәбе лә юҡ кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өйҙәр йылы һыуыҡ ҡышта ла Тәбиғәт йоҡонан уяна, ҡояш нурҙарына иркәләнеп түбәләрҙән тәүге тамсылар тама. Шундай саҡта үҙенән-үҙе донъяға һоҡланаһы килә. Ә донъя беҙ йәшәгән ерҙән башлана. Был осраҡта һүҙ ҡала мөхите хаҡында бара. Меңдәрсә кешелек ҡалалағы күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәклеген “Теплоэнерго” йәмғиәте директоры Розалия Аҡбашева яҡшы белә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 386 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр һуҡмаҡ таныш уға Бала саҡтан тәбиғәткә ғашиҡ Фаил Ниғәмәтов өсөн мәктәпте тамамлағас та ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай. Ул һис бер икеләнеүһеҙ Өфө урман хужалығы техникумын һайлай һәм яңылышмай. Ҡулына диплом алғас та, Фаил Нәбиулла улы тыуған яғы — Хәйбуллаға ҡайтып, уның ер биҙәге урманды күҙ ҡараһылай һаҡлай, тирә-яҡ мөхитте бысратыуға юл ҡуймау өсөн бар тырышлығын һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 441 тапҡыр // Тотош уҡырға
88 йәштә һунар итә Айыу алған һунарсылар тураһында йыш ишеткәнегеҙ барҙыр, әммә 88 йәшлек бабайҙың әле булһа һунарға йөрөүе — һирәк күренеш. Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәгән Шәүкәт Ҡыйбатовты районда яҡшы беләләр. Ғүмере буйы колхоздың алдынғы шоферы һәр һабантуйҙа яҡшы эшләгәне өсөн бүләкләнер булған. Үткер күҙле, етеҙ хәрәкәтле уҙамандың һунарға булған ҡомары бәләкәйҙән килә: “Ҡушкөбәкте ҡулыма алғанда, мылтыҡ минән ҙур ине”, – тип хәтерләй геройым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 372 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә 2016 йылда Башҡортостан халыҡҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә федераль ҡаҙнанан 174 миллион 558,6 мең һум субсидия аласаҡ. Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына