Мөғжизәле  һәр миҙгеле “Ни өсөн мин артист булып киттем? Беренсенән, әсәйем бик матур йырланы, унан күскән һәләт. Икенсенән, башҡа һөнәр эйәһе булһам да, барыбер ҡунаҡта, төрлө түңәрәктә, бәйгеләрҙә сығыш яһап йөрөр инем. Күңелеңә һалынған икән, унан ҡасып булмай”, – тип серҙәре менән уртаҡлашты Башҡортостандың халыҡ артисы Римма АМАНГИЛДИНА. “Ҡояшлы таңым ата” исемле концерты алдынан ҡорған әңгәмәбеҙ барышында йырсы һоҡланғыс гүзәл зат, әсә булараҡ та асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләнә Районда 1970 йылда балалар музыка мәктәбе эш башлағас, унда кескәйҙәр тәүге көндәрҙән үк ҙур теләк менән йөрөгән, төбәктә ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә, конкурс-смотрҙарҙа ихлас ҡатнашҡандар. Беренсе уҡытыусылар Зөфәр Шакиров, Миләүшә Хөсәйенова, Тамара Маткалыкова, Резида Шафиҡова балалар күңелендә музыкаға, һүрәт төшөрөргә һөйөү уятыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. Уҡыусыларҙан күптәр, мәктәпте тамамлағас, яҙмышын ошо өлкәләр менән бәйләгән. 1994 йылда иһә музыка мәктәбе балалар сәнғәт мәктәбе итеп үҙгәртелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 439 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы һүҙ – йән аҙығы Туймазы районындағы Үрге Троицк психоневрология интернатының Йәрмәкәй бүлексәһе 2005 йылда асылған. Бында ауыр хәлдә ҡалған граждандар, инвалидтар һәм йәшәр мөйөшө булмаған кешеләр килә. Әле Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк райондарынан, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан һәм башҡа яҡтарҙан 24 кеше тәрбиәләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хыялдары  тормошҡа ашыр Һуңғы йылдарҙа районда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, үҙ кәсебенә тотоноусылар арта. Был, әлбиттә, ҡыуандырмай ҡалмай. Әлегә алты мең кеше шәхси эшен асҡан булһа, бөтәһе 60 крәҫтиән хужалығы теркәлгән. «Йәрмәкәй районында бәләкәй һәм урта зшҡыуарлыҡты үҫтереү» программаһына ярашлы быйыл биш крәҫтиән (фермер) хужалығы дәүләттән 1 миллион һумдан ашыу күләмдә аҡсалата ярҙам алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр ҡайтһын ауылға! “Байраҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙәге һаналған Усман-Ташлы ауылы үҙенең төҙөклөгө, матурлығы менән районда күптәргә өлгө булып тора. Бында эшкә бөтмөр, тырыш, булдыҡлы халыҡ йәшәгәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә салына. Һәр ихатала тиерлек еңел автомобиль, тракторҙарҙы күреп, фекерҙең хаҡлығына йәнә бер тапҡыр инанаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгелме? Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, ти халыҡ әйтеме. Хаҡ һүҙҙәр. Ауыр тормош юлы уҙған өлкән йәштәге яҡындарыбыҙҙың тормошона шаһитбыҙ. Әммә бөгөн мин үҙебеҙҙең, хатта ки беҙҙән дә йәшерәк быуындың ҡартлығын күҙаллағым килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙға – яңы көс менән Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре сәсеү алды мәшәҡәттәрен кисергән кеүек үк, урмансылар ҙа яңы миҙгелде эшкә сумып ҡаршылай. Үҫентеләрҙе тәрбиәләү, техниканы ремонтлау, ағас ултыртыу өсөн ер әҙерләү...
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ниндәй төҫтә отолмаҫһың? Яҙ, йәй миҙгелдәрендә киң ҡулланылған төҫтәр аҡһыл күктән асыҡ алһыуғаса палитраға ҡарай. Гүзәл ханымдар кейем-һалым, биҙәүес йә башҡа кәрәк-яраҡ һайлағанда түбәндәге төҫтәргә өҫтөнлөк бирә ала, ти дизайнерҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Питер хайран ҡалды һылыуҙарға Республикабыҙҙан ситтә – тарихҡа бай, ҙур, күркәм Санкт-Петербург ҡалаһында – белем алһаҡ та, башҡорт халҡының төп сифаттары булған татыулыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, тыйнаҡлыҡ төшөнсәләренә тап төшөрмәй йәшәйбеҙ. Йыш ҡына йыйылып экскурсияларға йөрөйбөҙ, төрлө саралар үткәрәбеҙ, тыуған яҡ йылыһын һүндермәҫкә тырышабыҙ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1105 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Сәләмәт тормош яҡлылар Йәштәр үҙәге нигеҙендә ГТО нормативтарын үтәү буйынса тест үҙәге асылыуы райондың спорт һөйөүселәре өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Унда бөтәһе 400-гә яҡын кеше теркәлгән, 339-ы ГТО нормативтарын тапшырған да инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 352 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына