Рәжәп юлы Бәғзе бер кеше изге уй-ниәттә, халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып, айырыуса мөһим эш башҡара ла, барсабыҙҙың иғтибарын яулап, тарихҡа инә. Эйе, әгәр ҙә башҡарған эшең менән ихтирам яуланыңмы, һин быуаттар дауамында телгә алынасаҡһың тигән һүҙ. Миңә, һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған ир-уҙаманға, Екатерина Икенсе һалдырған, урындағы халыҡ әйтмешләй, Әбей батша юлынан миҙгелдең төрлө ваҡыттарында әллә нисә мәртәбә үтергә тура килгәндер. Ташкүпер тирәһендә авария барлыҡҡа килеп, түңкәрелеп ятҡан машиналарҙы ла күрергә, Казарма тауында апрель айында тайғаҡ юлдан күтәрелә алмай, тығын барлыҡҡа килтергәндәрҙе, әллә нисә сәғәт дауамында транспортты һөйрәтеп сығарыуҙарын көтөп алырға ла тура килгеләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ғәлиәбаныу”  һаман да әсир итә... Тамаша залында ут һүнде. Халыҡ, мөғжизә көткәндәй, шымып ҡалды... Холда гармун тауышы яңғыраны, уға ҡушылып йыр ағылды һәм киске уйынға сыҡҡан егеттәр сәхнәгә табан юлланды. “Ғәлиәбаныу” спектакле ошолай үҙенсәлекле башланып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 882 тапҡыр // Тотош уҡырға
Янып эшләр,  йәшәр сағы А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Әлфирә Ғәлләмова хозур тәбиғәтле Бөрйәндә Рәшиҙә менән Хәләф Ғәлләмовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған труппа яңы асылған Милли йәштәр театры өсөн махсуслаша. Шуға күрә ҡулдарына диплом алған ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе Өфөлә хеҙмәт юлын башлай. Улар араһында Әлфирә лә була, әммә 1992 йылда ғаилә сәбәптәре арҡаһында йәш белгес Сибай театрына эшкә ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы заман геройы Флүр Ғәлимовтың трилогияһы баҙыҡ характерҙар һынландырылған ҡатлаулы сюжеттарға ҡоролған. Яҙыусы төрлө көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә, тормошсан темаларҙы яҡтырта: мөхәббәт, тәрбиә, ата-әсә һәм балалар мөнәсәбәте, ер һәм дәүләтселек, хоҡуҡ һәм бурыстар, йәшәү һәм эшҡыуарлыҡ, яугирлек һәм ижад, намыҫ һәм хыянат, әхлаҡ һәм иман, эскелек, ришүәт, мәрхәмәт, магия, эзотерика, күрәҙәселек, сихыр, никах һәм ғаиләләрҙең тарҡалыуы, “артабан беҙгә нисек йәшәргә”, “кешелек ҡайҙа бара”... Был әҫәр тураһында киң матбуғат сараларында йәмәғәтселек һәм китап уҡыусыларҙың фекере күп булыр әле. Сөнки үҙенә йәшәү мәғәнәһен асҡан Салауат Байғазин образы, заманса һәм уйландырырлыҡ тормош ваҡиғаларына бай был трилогия бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1009 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур йәшәге килә, әлбиттә... Оҙайлы ҡыштан һуң бөтәһе лә түҙемһеҙлек менән яҙҙы, йәйҙе көтә. Ә бына мәктәп йәшендәге балалары булған ата-әсәләр – бер аҙ һағайыбыраҡ та. Тиҙҙән сығарылыш кисәләре үтәсәк бит, уға нисек аҡса еткерергә?..
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
 “Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә” Шулай ти Буранбай ауылынан Гүзәл менән Ришат Әминевтәр. Белмәй әйтмәйҙәрҙер: бер аҙ Өфөлә торғандан һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 393 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөт йылғаһы  башланған ерҙә Ауыл хужалығы – иң ҡатмарлы тармаҡтарҙың береһе, ә малсылыҡ иһә – уның күп көс талап иткән йүнәлеше. Көндөң ә тәүлектең ҡайһы мәле булыуға ҡарамаҫтан, малдарҙы тәрбиәләп, ашатып торорға кәрәк. Быны ауыл эшсәне яҡшы аңлай, шуға ла ҡышҡы осорҙо уңышлы тамамлау өсөн бар көсөн һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 380 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрамғолдар бейемәйенсә түҙмәй Быйыл “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. “Байрамғол” совхозы директоры итеп Әҙһәм Шәрәфетдинов тәғәйенләнгәс, унда үҙешмәкәр сәнғәт киң йәйелдерелә башланы. 1964 йылда Белорет ҡалаһында зона смотрында байрамғолдар беренсе урынды алды. Бындай һөҙөмтәгә өлгәшеүҙә Фатима Солтанова менән Әлфиә Мөхәмәтханованың өлөшө ҙур булды. Ошо данлыҡлы ансамблдең тарихы хаҡында Луиза Фархшатова “Ләйсән” – шифалы ямғыр” тигән китап яҙҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы осорҙа «социаль эшҡыуарлыҡ» тигән һүҙбәйләнеште йыш ишетергә тура килә. Уның асылы йүнселлеккә яңыса ҡараш тәрбиәләүҙән ғибәрәт, булдыҡлы замандаштарыбыҙҙың йәмғиәтебеҙҙәге айырым проблемаларға даими иғтибар бүлеүҙәрен хәстәрләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 345 тапҡыр // Тотош уҡырға
Красноярск ҡалаһында иҡтисади форум үтте. Уның эшендә Рәсәй һәм сит ил белгестәре ҡатнашты. Бөгөнгө көрсөк, унан сығыу юлдары хаҡында фекер алышҡан, алдағы ун биш йылға ил иҡтисадын үҫтереү мөмкинлектәрен барлаған сараның иң сағыу мәле социаль эшҡыуарлыҡ буйынса уңышлы проекттарҙы билдәләү ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына