Янып эшләр,  йәшәр сағы А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Әлфирә Ғәлләмова хозур тәбиғәтле Бөрйәндә Рәшиҙә менән Хәләф Ғәлләмовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған труппа яңы асылған Милли йәштәр театры өсөн махсуслаша. Шуға күрә ҡулдарына диплом алған ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе Өфөлә хеҙмәт юлын башлай. Улар араһында Әлфирә лә була, әммә 1992 йылда ғаилә сәбәптәре арҡаһында йәш белгес Сибай театрына эшкә ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы заман геройы Флүр Ғәлимовтың трилогияһы баҙыҡ характерҙар һынландырылған ҡатлаулы сюжеттарға ҡоролған. Яҙыусы төрлө көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә, тормошсан темаларҙы яҡтырта: мөхәббәт, тәрбиә, ата-әсә һәм балалар мөнәсәбәте, ер һәм дәүләтселек, хоҡуҡ һәм бурыстар, йәшәү һәм эшҡыуарлыҡ, яугирлек һәм ижад, намыҫ һәм хыянат, әхлаҡ һәм иман, эскелек, ришүәт, мәрхәмәт, магия, эзотерика, күрәҙәселек, сихыр, никах һәм ғаиләләрҙең тарҡалыуы, “артабан беҙгә нисек йәшәргә”, “кешелек ҡайҙа бара”... Был әҫәр тураһында киң матбуғат сараларында йәмәғәтселек һәм китап уҡыусыларҙың фекере күп булыр әле. Сөнки үҙенә йәшәү мәғәнәһен асҡан Салауат Байғазин образы, заманса һәм уйландырырлыҡ тормош ваҡиғаларына бай был трилогия бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1009 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур йәшәге килә, әлбиттә... Оҙайлы ҡыштан һуң бөтәһе лә түҙемһеҙлек менән яҙҙы, йәйҙе көтә. Ә бына мәктәп йәшендәге балалары булған ата-әсәләр – бер аҙ һағайыбыраҡ та. Тиҙҙән сығарылыш кисәләре үтәсәк бит, уға нисек аҡса еткерергә?..
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
 “Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә” Шулай ти Буранбай ауылынан Гүзәл менән Ришат Әминевтәр. Белмәй әйтмәйҙәрҙер: бер аҙ Өфөлә торғандан һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 393 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөт йылғаһы  башланған ерҙә Ауыл хужалығы – иң ҡатмарлы тармаҡтарҙың береһе, ә малсылыҡ иһә – уның күп көс талап иткән йүнәлеше. Көндөң ә тәүлектең ҡайһы мәле булыуға ҡарамаҫтан, малдарҙы тәрбиәләп, ашатып торорға кәрәк. Быны ауыл эшсәне яҡшы аңлай, шуға ла ҡышҡы осорҙо уңышлы тамамлау өсөн бар көсөн һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 382 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байрамғолдар бейемәйенсә түҙмәй Быйыл “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. “Байрамғол” совхозы директоры итеп Әҙһәм Шәрәфетдинов тәғәйенләнгәс, унда үҙешмәкәр сәнғәт киң йәйелдерелә башланы. 1964 йылда Белорет ҡалаһында зона смотрында байрамғолдар беренсе урынды алды. Бындай һөҙөмтәгә өлгәшеүҙә Фатима Солтанова менән Әлфиә Мөхәмәтханованың өлөшө ҙур булды. Ошо данлыҡлы ансамблдең тарихы хаҡында Луиза Фархшатова “Ләйсән” – шифалы ямғыр” тигән китап яҙҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы осорҙа «социаль эшҡыуарлыҡ» тигән һүҙбәйләнеште йыш ишетергә тура килә. Уның асылы йүнселлеккә яңыса ҡараш тәрбиәләүҙән ғибәрәт, булдыҡлы замандаштарыбыҙҙың йәмғиәтебеҙҙәге айырым проблемаларға даими иғтибар бүлеүҙәрен хәстәрләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 345 тапҡыр // Тотош уҡырға
Красноярск ҡалаһында иҡтисади форум үтте. Уның эшендә Рәсәй һәм сит ил белгестәре ҡатнашты. Бөгөнгө көрсөк, унан сығыу юлдары хаҡында фекер алышҡан, алдағы ун биш йылға ил иҡтисадын үҫтереү мөмкинлектәрен барлаған сараның иң сағыу мәле социаль эшҡыуарлыҡ буйынса уңышлы проекттарҙы билдәләү ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырын юҡһынған башҡорттоң
Елберләне елгә еләне.
Толпарының ялҡайынан тотоп,
Хәйерле күк юлы теләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең ғаилә элек-электән “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡый. Фәһемле, файҙалы мәҡәләләрҙе ҡырҡып алып һаҡлайбыҙ хатта. Һуңғы ваҡыттағы яҙмаларҙан баҫманың 18 март һанында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның халыҡты иң борсоған һорауҙарға яуап биреүе иғтибарҙы йәлеп итте. Шундай эшлекле депутаттар күберәк булһын ине! Көньяҡ-көнсығыш төбәк буйынса үҙ хәбәрсе Кәримә Усманова яҡташтары тормошон яҡындан өйрәнеп, күңелдәргә барып етерлек итеп яҙа. Рәхмәт!
Ком: 0 // Уҡынылар: 380 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 39 Алға
Бит башына