Әкиәти тамаша Баш ҡала халҡының һорауы буйынса Гия Эрадзеның Король циркы Өфө дәүләт циркында 17 апрелгә тиклем эшләйәсәк. Өс сәғәткә тиерлек һуҙылған әкиәти тамашаның үҙенсәлекле, иғтибарҙы яуларлыҡ яҡтары бихисап: киң ҡоласлылыҡ, донъяла тиңе булмаған һоҡланғыс декорациялар, артистарҙың иҫ киткес оҫталығы, өйрәтелгән йәнлектәрҙең шаҡтай күплеге...
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡ – берҙәмлектең әсәһе – Науруз – яңы яҙ байрамы. Ә ҡайҙа яҙ, шунда гелән – мөхәббәт, ғүмер, бәхет, өмөттәр. Ҡояш, ниндәй милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәммәбеҙҙе лә тигеҙ йылыта, мөхәббәт менән бөтөнләй таныш булмағандарҙың йөрәгендә лә һөйөү сатҡылары тоҡандыра. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы бушҡа ғына Наурузды халыҡ-ара байрам тип атамаған. Милләттәрҙе генә түгел, тотош илдәрҙе берләштерә ул, – тип күркәм телмәр менән сәләмләне халыҡты Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы Халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр биҙәй еребеҙҙе. Шундай шәхестәрҙең береһе — Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙ Ибраһим Рәхмәтуллин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 431 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шешәнән сыҡҡан ен Йәштәр, үҫмерҙәр һәм балалар алкоголизмы тормошобоҙҙоң социаль афәтенә әйләнеп бара, шуға ла был хаҡта һәр беребеҙ уйланырға һәм уға ҡаршы көрәшкә өлөшөбөҙҙө индерергә, алкоголизмдың хәүефле эҙемтәләрен аңлатыу эшен алып барырға, «йәшел йылан»ға нәфрәтле ҡараш тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Йөрәгенән  моң тама Балалар баҡсаһында башлыса ҡатын-ҡыҙҙың эшләүе ғәжәп түгел – гүзәл зат тәбиғәттән бала бағыуға, уға һөйөү, наҙ биреүгә һәләтле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 500 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъяның ҡояшһыҙ яғы... Һәр бала – Аллаһ Тәғәләнең бүләге, ул кәмһетелергә, мыҫҡыл ителергә тейеш түгел. Балаға ата-әсә наҙы, мөхәббәт кәрәк. Уларҙың бәхетле бала сағын тәьмин итеү – өлкәндәрҙең изге бурысы. Был, әлбиттә, бар кешелеккә билдәле хәҡиҡәт. Ләкин, үкенескә ҡаршы, һәр ваҡытта ла улай ғына килеп сыҡмай шул. Үҙ балаларын мәсхәрәләгән, язалаған, өйөнән ҡыуып сығарған, хатта үлтергән ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр хаҡында ла ишетелеп тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәсеүгә әҙерһеңме? Тиҙҙән республикала сәсеү башлана. Ошо айҡанлы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса республика штабының ултырышы уҙҙы. Унда быйылғы сәсеүҙең үҙенсәлектәре ентекле тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 509 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өйөмдө һатам.  Кредит түләү өсөн Бер нисә йыл элек кенә ауылда яҡшы итеп йорт һалып ингән Фәһим донъяһын һата... Был хәбәргә халыҡ ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Әммә һүҙ дөрөҫ. Кредитҡа бәләкәй автобус алып, ҡаланан ауылға кеше ташыған ғаилә башлығы ҡапыл эшһеҙ ҡалды. Унда-бында ярҙам итерҙәй туғаны, танышы булмағас, маршрутты дауам итеү өсөн тендерҙан үтмәне. Ә бурысты түләргә кәрәк. Етмәһә, өй туйлау өсөн йәнә бөтә йыһазды кредитҡа алғайны. Тормошта һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай икән. Һаулығың булып та, бурысыңды ҡаплата алырлыҡ эш таба алмауың ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡ булығыҙ: ташҡын! “Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай”, тиһәләр ҙә, һәр тине өсөн хәләл тиреңде түгеп, бөртөкләп йыйған донъяң бер килеп ғәрәсәткә тарыһа, фажиғә сәбәпсеһенең утмы, һыумы булыуында айырма юҡ кеүек. Быйыл, гидрометеорология шарттарын иҫәпкә алып, йылғаларҙың ғәҙәттәгенән ике – биш көнгә иртәрәк асылыуы көтөлә. 2 — 8 апрелдә — Ағиҙелдә, 31 марттан 6 апрелгә тиклем — Ҡариҙелдә, 6 апрелдән 12-һенә тиклем Дим йылғаһында боҙ китеүе күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 416 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тантаналарға бай көн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте йортонда юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән тармаҡ алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Сәнғәт әһелдәренә юғары дәүләт наградаларын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 39 Алға
Бит башына