– Матбуғат баҫмаларына яҙылыу осоро башланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзит-журналды алдырырға аҡса етеңкерәмәй, шуға мәғлүмәтте уларҙың сайттарынан уҡыйым. Күптәр минең менән риза түгел...
Ком: 0 // Уҡынылар: 351 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегендә үткән “түңәрәк өҫтәл”дә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары иттифағын ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде. Быға тиклем милли хәрәкәттә әүҙем эшләгән гүзәл заттар яңы ойошманың йүнәлешен билдәләне, ә рәйес итеп Фатима Ҡобжасарова һайланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борондан халҡыбыҙҙың аҡыл эйәләре әйтер һүҙен йыйындарҙа ғәм алдына сығарып, йә булмаһа кәңәш-төңәш итер өсөн ҡорға тупланып фекер төйнәгән. Элек-электән ауыл, ырыу аҡһаҡалдары булған. Иң абруйлы һүҙ уларҙыҡы һаналған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төбәктең үҫешен тәьмин итеү маҡсатында белем биреү тармағын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре, заманса уҡытыу, тәрбиә, йәштәр сәйәсәте, дипломлы белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү ниәтендә ойошторолған “Киләсәк мәғарифы” форумы ғилем туплауҙың яңы алымдары менән яҡындан танышыу мөмкинлеген бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 326 тапҡыр // Тотош уҡырға
Намыҫ һәм бурыс билдәһе Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы тулы составта байраҡ тапшырыу тантанаһына йыйылды. Сарала министрлыҡтың Волга буйы төбәге үҙәге етәксеһе Игорь Паньшин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 379 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына республика Хөкүмәтенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса
отчет тәҡдим итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 314 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ауылымды һағынып ҡайттым...” Бай фольклорыбыҙҙа киң урын алған, шиғыр юлдарында йыш осраған “ай” һүҙе менән бәйле ауылдар республикабыҙҙа бихисап. Һәр береһе тормошон матур итеп үҙенсә ҡорған, төҙөклөгө һәм күркәмлеге менән маҡтана ала, бәләкәйҙәре лә, ҙурҙары ла бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөғжизәле  һәр миҙгеле “Ни өсөн мин артист булып киттем? Беренсенән, әсәйем бик матур йырланы, унан күскән һәләт. Икенсенән, башҡа һөнәр эйәһе булһам да, барыбер ҡунаҡта, төрлө түңәрәктә, бәйгеләрҙә сығыш яһап йөрөр инем. Күңелеңә һалынған икән, унан ҡасып булмай”, – тип серҙәре менән уртаҡлашты Башҡортостандың халыҡ артисы Римма АМАНГИЛДИНА. “Ҡояшлы таңым ата” исемле концерты алдынан ҡорған әңгәмәбеҙ барышында йырсы һоҡланғыс гүзәл зат, әсә булараҡ та асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләнә Районда 1970 йылда балалар музыка мәктәбе эш башлағас, унда кескәйҙәр тәүге көндәрҙән үк ҙур теләк менән йөрөгән, төбәктә ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә, конкурс-смотрҙарҙа ихлас ҡатнашҡандар. Беренсе уҡытыусылар Зөфәр Шакиров, Миләүшә Хөсәйенова, Тамара Маткалыкова, Резида Шафиҡова балалар күңелендә музыкаға, һүрәт төшөрөргә һөйөү уятыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. Уҡыусыларҙан күптәр, мәктәпте тамамлағас, яҙмышын ошо өлкәләр менән бәйләгән. 1994 йылда иһә музыка мәктәбе балалар сәнғәт мәктәбе итеп үҙгәртелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 439 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы һүҙ – йән аҙығы Туймазы районындағы Үрге Троицк психоневрология интернатының Йәрмәкәй бүлексәһе 2005 йылда асылған. Бында ауыр хәлдә ҡалған граждандар, инвалидтар һәм йәшәр мөйөшө булмаған кешеләр килә. Әле Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк райондарынан, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан һәм башҡа яҡтарҙан 24 кеше тәрбиәләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 39 Алға
Бит башына