Ғүмеремдең сәғәте алға китә лә бара... Етди, абруйлы ойошмалар, уҡыу йорттары, мәҙәни усаҡтар күпләп урынлашҡан, Өфөнөң йөрәгеләй типкән, көн дауамында гөрләп торған урамдарҙың береһендәге йорттоң иң бейек ҡатындағы оҫтаханаға килеп индек. Иркен, яҡты бүлмәлә – ҙур ҙа, бәләкәй ҙә картиналар – китап-журнал, Интернет аша ғына күреп белгән һүрәттәрҙең ысын варианттары. Һанһыҙ бумала, буяуҙар хаҡында әйтеп тораһы түгел. Бейек диуар буйлап “йүгергән” күҙ өҫтә ҡояш нурҙарынан балҡып торған тәҙрәлә туҡтап ҡала. Абау, аҫтараҡ – бик ышаныслы баҫҡыс та бар икән. Төшөндөк: тәҙрәне асыр-ябыр өсөн ошо ҡымшанмай ҙа, олпат урынлашҡан баҫҡыс буйлап менеү кәрәк. Хәйер, рәссам Хатип ФАЗЫЛОВтың да булмышы ошо ябайлығы менән бөйөк күренештең үҙе кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡан хәтерен йәндә тергеҙәһең, Ҡот ҡояһың бөгөн халыҡҡа Бөгөн ауылдарҙа, төбәктәрҙә Совет осоронда барлыҡҡа килгән ҡатын-ҡыҙҙар советтары бөтөнләй эшләмәй тиеүселәр ҙә бар. Заман башҡа – заң башҡа, ти бит халыҡ мәҡәле. Тап ана шул дәүер менән бергә йәмәғәтселек ойошмаларының үҙгәреше, яңыса тын алып йәшәп китеүе хаҡында уйландым Федоровка һәм Күгәрсен райондары ағинәйҙәре менән осрашҡандан һуң.
Социаль селтәрҙәрҙәге фотоларға, матбуғат биттәрендәге мәҡәләләргә күҙ һалып, бәлки, ҡай берәүҙәр ағинәйҙәрҙең эше йырлап-бейеүгә генә ҡайтып ҡала тип уйлай торғандыр. Әммә борон-борондан килгән халҡыбыҙ мираҫынан, хазинаһынан айырып та ҡарап булмай бөгөнгөбөҙҙө. Глобалләштереү, хатта ҡулайлаштырыу кеүек заман күренештәренә бирешмәҫ өсөн беҙгә тамырҙарыбыҙға йәбешеп, Уралыбыҙға кендегебеҙҙе нығыраҡ бәйләү мөһим. Шуға күрә халыҡ ижадынан, тарихи сығанаҡтарҙан һут алмау мөмкин түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1041 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар ҙа йәлеп ителә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараһын йәнләндереү, уға барлыҡ быуын вәкилдәрен йәлеп итеү маҡсатында Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса
территориаль органы республика балалары араһында инша һәм һүрәт конкурстары иғлан итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихтан күренеүенсә, ауыл хужалығы иҫәбен алыу дәүләт идараһында ҙур урынды биләй. Башҡортостанда XVIII быуат башына тиклем бындай сараларҙың ойошторолғанын раҫлаған мәғлүмәт булмаһа ла, яһаҡ йыйыу үҙе үк ниндәйҙер хисап үткәрелгәнен иҫбатлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
Журналистар нисек ял итә? Өфө ҡалаһындағы 20-се башҡорт гимназияһының спорт залында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Юлдаш” радиоһы, республика гәзит-журналдары һәм ветерандар командаһы волейбол буйынса Журналистар союзы кубогына ярышта осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 518 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һабанда һайрашыр мәл етә Быйыл ҡарҙың күп булыуы ауыл эшсәнен
шатландырмай ҡалманы. Шуға күрә ер кешеһенең кәйефе күтәренке, киләһе уңышҡа өмөт бар. “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Хәйбулла филиалындағы оҫтаханала ҙур йәнлелек: кемдер тракторҙарҙы тикшерә, икенселәре тырма-катоктарҙы барлай, өсөнсөләре сәскестәргә һуңғы һынау үткәрә. Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәре
алдынан була торған ҡыҙыу эш бара. Хужалыҡ етәксеһе Илшат Бохарбаев әйтеүенсә, эшсәндәрҙең тырышлығы менән ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау ваҡытында һәм
сифатлы итеп башҡарылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Сараны үткәреү ваҡыты: 2016 йыл, 1 июль – 15 август күҙәтеү объекттары һәм мәғлүмәт йыйыу алымдары
Ком: 0 // Уҡынылар: 526 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эште мәктәптән башлаһаҡ... “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – комплекслы мәсьәлә. Уны яйға һалыуҙа власть органдарының, ошо йүнәлештәге ведомстволарҙың ҡатнашыуы мөһим”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советы президиумының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса күптән түгел үткән ултырышында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 539 тапҡыр // Тотош уҡырға
Татлы еңеү тәме Ишек алдында – иҡтисади көрсөк, тиһегеҙ инде? Аҡса етмәй, эшһеҙ ҡалыу ҡурҡыныс, ә ҡалыптарҙан ҡотолоп, тормошоғоҙҙо үҙгәртеү йәһәтенән аныҡ аҙымдар яһарға теләк тә, көс тә юҡмы? Тик бөтәһен дә бер епкә теҙмәгеҙ – өлгөр, ҡыйыу милләттәштәребеҙ арабыҙҙа етерлек. Бәлки, улар миҫалында һәүетемсә аҡҡан тормошоғоҙға сағыу үҙгәрештәр индерергә йөрьәт итерһегеҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1093 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ бында сәмсел, эшһөйәр – Яҡшы кешенең ҡунағы бер көндә инде. Иртән Ырымбур өлкәһенән вәкилдәр килгәйне, уларға 50 баш тоҡомло һыйыр малы һатып ебәрҙек. Шөкөр, әле бына һеҙҙе ҡаршылайбыҙ. «Башҡортостан» гәзитен яратып уҡыйбыҙ, айырыуса ауыл тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләрҙе көтөп алабыҙ, – тип ихлас ҡаршы алды беҙҙе «Игенсе» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәғит Ғәлиев.
Ком: 0 // Уҡынылар: 472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡумыҙҙай ғына моңло ғүмер Был хәйләһеҙ музыка ҡоралын – ҡыбырлап торған телле тимер киҫәген – әҙәпле, күп ваҡытын үҙ йортонда үткәргән, шау-шыулы йырҙарҙан, мәжлестәрҙән өрккән мөслимәләр яратыр булған. Илаһи тыйнаҡлыҡтан хасил булған шым, мөғжизәле моң малайҙың йөрәген әсир итә, тәүге ҡумыҙын да ҡулына әсәһе тоттора. Ошо бәләкәй генә тимер киҫәге менән малайға оло бәхет килә, үҙенсәлекле, камил маҡсат ярала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Самолеттан санағаЗаман шундай ҙур тиҙлек менән алға елә – техник яңылыҡтар артынан ҡыуып етеү хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Бөгөнгө балаларҙың мөмкинлектәрен барлайым да, бынан ике тиҫтә йылдан ашыу булып үткән бер ваҡиғаны иҫләп, йылмайып ҡуям. Хәйер, әллә ҡайҙа аҙашып ҡалған сая, эскерһеҙ бала сағымды юҡһынып ҡына йылмаям, сөнки әлеге бейеклектән ҡарағанда, был хәл бер ҙә ҡыҙыҡ булмаған, киреһенсә, ҡыҙғаныстыр... Аллаһ Тәғәлә беҙҙе, ҡанаттары нығынып етмәгән бер ҡатлы балаларҙы, бәлә-ҡазанан аяған икән, тип уйлайым.
Ком: 1 // Уҡынылар: 754 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урам тәртип ярата Һәр кемдең көн дә уҙа торған юлы була. Уҡыусылар өсөн был – өй менән мәктәп араһы. Уны хәүефһеҙ үтеүҙе ата-әсә, педагогтар, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре берлектә хәстәрләргә бурыслы. Иглин ҡасабаһында тап шул маҡсатта “Атлаусы автобус” сараһы ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 497 тапҡыр // Тотош уҡырға
Автокредит юллайым тиһәң... Халҡыбыҙ хәрәкәтсән. Борон-борондан ир-аттың ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙың да һыбай йөрөргә яратыуы – быға аныҡ дәлилдер. Хәҙер иһә, замандың үҙгәреүенә, яңы технологияларҙың барлыҡҡа килеүенә бәйле, ялын уйнатып торған юртаҡтарға алмашҡа “тимер ат”тар килде. Уларҙың да ниндәйе генә юҡ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 390 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелегең үҙеңә әйләнеп ҡайтыр Тормошобоҙҙоң нигеҙен тәшкил иткән күркәм төшөнсәләр, сифаттар бихисап. Шуларҙың береһе – изгелек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 441 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына