Үҙгәрештәр үҫешкә төбәлгән Халыҡ элек-электән аң-белемгә ынтылған, тормош шарттарын ғилем нигеҙендә яҡшыртыу мөмкинлеген белгән. Хәҙер инде камиллашыу юлдары бихисап, яңынан-яңы асыштарға шаһитбыҙ. Фәндең йылдам үҫеше арҡаһында хатта уҡыу-уҡытыу программаларын, методик әсбаптарҙы, дәреслектәрҙе ваҡытында төҙөп өлгөртөү ауырлаша. Шулай ҙа, һис шикһеҙ, мәғариф тармағында реформа үткәреү мөһим. Йәш быуын яңы шарттарға яраҡлашып, конкуренцияға һәләтле булып үҫергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртә яҙ урмансы файҙаһынамы? Күп тә үтмәҫ, ялан-ҡырҙар ҡарҙан әрселеп матурланыр. Тәбиғәт балаһы булараҡ, кеше “әсәһе” ҡосағына ашҡыныр. Тик ҡайһы бер осраҡта шул “әсә һәм бала осрашыуы” күңелһеҙ тамамланып ҡуя. Ял итеүселәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында урмандарҙа янғын йыш сыға. Ошо йәһәттән һығымталар, күҙаллауҙар артынан Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Маҡар урмансылығы буйынса территориаль бүлеге начальнигы Ринат Ғаяз улы ЗӘЙНУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 597 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ вайымһыҙ түгел Дәүләт етәкселәре власты халыҡҡа яҡынайтыуҙың төрлө юлын эҙләй. Телевидение аша аралашыу – иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та тура эфирҙы йыш ҡуллана. Үткән аҙнаның кесе йомаһында ул республиканың төп телеканалы ярҙамында ике сәғәт дауамында Башҡортостан халҡы менән аралашты. Әйткәндәй, ошоғаса ойошторолған тура трансляцияларҙан айырмалы, быйыл тәүге тапҡыр төбәктәр ҙә ҡушылды: Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Баймаҡ һәм Салауат тарафтарында йәшәүселәргә лә эфирға сығыу мөмкинлеге бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 341 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Осҡон” авторҙарын эҙләй “Осҡон” башҡорт видеоконкурсын ойоштороусылар иң яҡшы ролик авторҙарын эҙләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 329 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Үлемһеҙ полк”тың яңы шарттары “Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте “Еңеү ирекмәндәре” ойошмаһы һәм “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә акция үткәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 282 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төбәк Башлығы юлаевсыларҙы ҡотланы Ял көндәрендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Салауат Юлаев” хоккей клубының 2015-2016 йылғы миҙгелен ябыуға арналған байрамға килде. Төбәк етәксеһе “Өфө-Арена”ла ойошторолған интерактив майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡты, көйәрмәндәр менән аралашты һәм шайба индереү бәйгеһендә ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ваҡыт алға! Уҡытыусыларҙы өйрәтәһе түгел: эшләй ҙә, хеҙмәтен күрһәтә лә, сәмләнеп ярыша ла белә улар. Һәр тантананы ҡабатланмаҫ, сағыу байрамға әйләндерәләр. Был юлы ла шулай булды: республика буйынса 26-сы тапҡыр үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының йомғаҡлау өлөшө еңеү сәме, ҡыуаныс-шатлыҡ, күҙ йәштәре менән бергә ҡушылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 397 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәрәевтең мираҫы һаҡлана Мостай Кәрим “Республикабыҙҙың төньяҡ ҡапҡаһы” тип нарыҡлаған Яңауыл – Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә киң танылыу алған бихисап арҙаҡлы шәхестәрҙең тыуған төйәге. Төрлө йылдарҙа халыҡ хужалығының күп тармаҡтарында шөһрәт һәм дан ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр, хәрбиҙәр, шағир һәм яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре – яҡташтарының оло ғорурлығы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Онотолмаҫ байрам бүләк итте әҙип Тормошобоҙҙо күңеле яҡты, нурлы шәхестәр биҙәй. Улар менән осрашҡандан һуң ниндәйҙер илһам, сафланыу алаһың.
Ошо арала Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында шундай шәхестәрҙең береһе Ноғман ағай Мусин менән осрашыу бәхете тейҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 384 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр уңышҡа ҡыуанһаң... Заман технологиялары алға китһә лә, уҡытыусыһыҙ бер ни атҡарып булмай. Үҙгәреш юлындағы ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итеү, шул уҡ ваҡытта йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү тап уның һөнәри оҫталығына, ижади һәләтенә, мәҙәни кимәленә бәйле. Ошондай педагогтарҙың береһе – Күсей мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илүзә Латипова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 440 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына