Йәшник эсендә... бала И, донъя!.. Әҙәм балаларының башҡа һыймаҫ ҡылыҡтарын ишетеп, сәс үрә торорлоҡ. Тегендә берәү кеше үлтергән, бында – аҫылынған, унда балаһын сүп йәшнигенә ташлаған... Аҙыумы был, әллә аҡылдан яҙыумы?! Рәсәйҙә ай һайын 15 – 23 сабыйҙың ғүмере ҡыйылыуы ғына ла ҡот осҡос хәл! Ҡотолоу юлы бармы? Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә “бэби-бокс”тар асыу кәрәклеге тураһында бәхәстәр ҡуйырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илгә тоғролоҡ – хеҙмәттә Кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларына Хөкүмәт наградалары тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 366 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уралдан Ҡырымға ҡайнар сәләм Яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) Ҡырымға ижади сәфәр ҡылды.
“ЯЛОС-2016” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, ул Ялта ҡалаһында ойошторолған әҙәби кисәләрҙә сығыш яһаны, урындағы яҙыусылар, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре,
сәнғәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостандың Ҡырым Республикаһындағы вәкиллеге, урындағы Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты етәкселәре, Белорет районы китапханасыларының көньяҡ ярымутрауҙағы дуҫтары –
Кореиз китапханасылары
менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңған кеше өсөн – көн дә ураҡ өҫтө – Беҙҙә әле ҡыш, тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә бөтмәгән, әммә тәбиғәт уяна башланы инде, – тип ҡаршыланы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Рәсих Минязев. – Төбәктә мал ҡышлатыу осоро тамамланыуға бара, яҙғы баҫыу эштәренә күптән әҙерлек башланды, техника паркы ла тикшерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бар, ти,  бер тирмә... “Тирмәстан” йәштәр төркөмө хаҡында радио-телевидение, Интернет киңлектәре аша хәбәрҙарбыҙ. Ундағы егет һәм ҡыҙҙар бергәләшеп сәйәхәт итә, театрға, киноларға йөрөй, ябай ғына, әммә әһәмиәтле йыйылыштар ойоштороп, көндәрен матур һәм файҙалы үткәрә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 773 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡ һынауға әҙерме? Быйыл яҙ иртә килде һәм ҡапыл йылытып ебәрҙе. Шул уҡ ваҡытта үткән ҡышта яуым-төшөм мул булды. Тимәк, һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Ә ташҡынға әҙербеҙме, ғөмүмән, хәүефләнергә урын бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән ҡала хакимиәтенең мобилизация әҙерлеге һәм граждандарҙы һаҡлау бүлеге начальнигы Олег ТЮРЕНКОВҡа мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 358 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул тауҙарға ғашиҡ Бала саҡтан зирәк булған Гөлназ Халиҡова үҫкәс тә үткерлеген, әүҙемлеген ташламай. Республика кимәлендәге медиафорумда ул хатта Башҡортостан Башлығына етди һорау биреп өлгөрә. Туған халҡының, еренең бөгөнгөһө, киләсәге ҡыҙ өсөн мөһим һәм ҡәҙерле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алыҫ диңгеҙ аръяғында ла кемлегеңде онотма” Бик нәзәкәтле, нескә һәм шул уҡ ваҡытта көслө, маҡсатына ынтылыусан ул Гөлназ БУРАНШИНА. Башҡорт һылыуы ситтә, алыҫ тарафта ятҡан илдән ҡурҡып тормай, юлға сыға. Ул бөгөн Дубай ҡалаһында йәшәй, уңышлы эшләп йөрөй. “Ҡәтғи тормош девизым юҡ, әммә һәр саҡ яҡшы кеше булыу маҡсатына тоғро ҡалырға тырышам”, – ти ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 370 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһөйәрҙәр килде ҡунаҡҡа Һәр кем үҙ халҡына хеҙмәт итергә, уның бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртырға бурыслы. Кеше тормошоноң бар мәғәнәһе шунан ғибәрәт тиерлек. Тыуған илеңә, ватандаштарыңа һөйөү, тоғролоҡ тойғоһо бер ниндәй ҙә донъяуи ҡараштарға, ҡанундарға буйһонмай. Ул йөрәктән урғылып сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 456 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәстәрлекте тойоп үҫтек,  һыр бирмәй йәшәнек Илебеҙ мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусыларының биш йыл һайын осрашыуы матур йолаға әйләнгән. Әбйәлил районында ла был сара даими үткәрелә. Асҡар мәктәбен 1956 йылда тамамлаған уҡыусылар, хәҙер инде сал сәсле ир-уҙамандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, сығарылыштарының 60 йыллығын билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына