Илдең иң ҙур хазинаһы Һәр халыҡтың, һәр илдең иң ҙур хазинаһы быуындан быуынға тупланған алтын күләме йәки һумдар, долларҙар һаны менән түгел, ә китаптары менән билдәләнә. Дәүләттең төп байлығы – атаҡлы банктар түгел, ә атаҡлы китапханалар. Һәр ҡалалағы иң бай йорт – эре-эре банктар түгел, ә ошондағы китапханалар ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт һылыуы өсөн тауыш бирегеҙ “Рәсәй һылыуҡайы-2016” милли матурлыҡ конкурсының финалында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған, “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” студияһында шөғөлләнгән Гөлнур Зиннәтова Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 418 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурай моңо тынмаҫ әле... Үрге Тәтешлеләге балалар сәнғәт мәктәбенә килеп ингәс тә, илаһи ҡурай моңон ишетеп, күңелдәр күтәрелде. Башҡорт ҡурайының был төбәктә лә яңғырауына ихлас ҡыуаныс кисерҙек. Ә йөрәктәргә үтеп инерлек итеп кем уйнай һуң? “Тиҫтәләгән малайҙың ҡурай буйынса уҡытыусыһы, тамашасының яратҡан көй оҫтаһы Айнур Ҡыямов ул”, – тип таныштырҙы мәктәп директоры Марат Саҙретдинов ҡурайсы егет менән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыр юлы оҙон “Юрға”ның Ат элек-электән башҡорт халҡының тоғро дуҫы, айырылмаҫ юлдашы булған. Өс йәше тулған малайҙарҙы эйәргә ултыртып, бәләкәйҙән һыбай йөрөргә өйрәткәндәр. Башҡорт атына дан йырлаған “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”, “Ҡара ат” һымаҡ эпостарыбыҙ, “Сыбай ҡашҡа”, “Ерәнсәй”, “Толпар”, “Аҡбуҙат” кеүек йырҙар ижад ителгән.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт тоҡомон һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереү, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡты тергеҙеү кеүек бихисап эш башҡарыла. Бигерәк тә хәҙер, аттың дауалау көсөнә эйә булыуын иҫәпкә алып, иппотерапия үҫешә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояш аҫтындағы урын ни хаҡ? Быйыл республика халҡы туризмдың арзаныраҡ йүнәлештәренә өҫтөнлөк бирә

Иҡтисади көрсөк Башҡортостан халҡының ҡулланыусы булараҡ ихтыяжына ла тәьҫир итмәй ҡалманы — күптәр тәү сиратта ял итеүгә сығымдарын ҡыҫҡартты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫәпкә инмәй ҡалмағыҙ! 1 апрелгә тиклем эшҡыуарҙарҙың иҫәбен алыу ойошторолғайны. “Башҡортостанстат”тың 8 апрелдә үткәргән мониторингы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының 74,4 проценты, шул иҫәптән бәләкәй предприятиеларҙың – 70,9, шәхси эшҡыуарҙарҙың 76,7 проценты отчеттарын тәҡдим иткән. Баҡалы, Нуриман, Тәтешле һәм Саҡмағош райондары был эште тулыһынса тамамлаған. Тағы ла 11 район иҫәп алыуҙы 97 процентҡа башҡарған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 390 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы аҡса, яңы тәҡдим Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина белдереүенсә, тиҙҙән Рәсәйҙә 200 һәм 2000 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсалар сығасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Емереп эшләнем. көсөмә ирҙәр ҙә шаҡ ҡата ине...” Алексей Стаханов, Банат Батырова, Шәүәли Вахитов, Риза Яхин, Килдебай Сөләймәнов... Белмәйем, киләсәктә ошоноң һымаҡ хеҙмәт батырҙарының ысын ҡаһарманлығы күрһәтелерме, йәш быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнерме — барыһы ла илдәге сәйәсәттән тора. Әммә беҙ балаларыбыҙға атай-олатайҙар, әбей-бабайҙарыбыҙ хаҡында һөйләргә бурыслы. Ысын тәрбиә төрлө каналдарҙан өйҙәребеҙгә бәреп ингән ялған геройҙарҙың ҡылыҡтары аша түгел, ә үҙ тупрағыбыҙҙа тыуып, фанилыҡта кешелек өсөн аҙ ғына булһа ла изгелек ҡылған шәхестәр миҫалында алып барылырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 373 тапҡыр // Тотош уҡырға
Закуан Әхмәтов: “Кешеләрсә мөнәсәбәткә  ни етә!” Закуан ағай хаҡында тәүге тапҡыр 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағында ишеттем. Спортсы, көслө рухлы ағай хаҡында һөйләйҙәр ине, әммә ул бынан байтаҡ йылдар элек белем алып сыҡҡас, үҙен уҡыған осорҙа күрергә насип булманы. Уның низағтарҙа милли мәсьәләләргә ҡағылышлы бәхәстәрҙе лә егеттәрсә хәл иткәне тураһында ла миҫал килтерҙеләр. “Йәшлек” гәзитендә эшләгәндәге тәүге командировкаларымдың береһе Әлшәй районына булды. Шунда таныштым яҡташым, миһырбанлы йөрәкле, ҡайһы бер хакимиәт эшмәкәрҙәренә хас булмағанса һиҙгер күңелле шәхес, бына инде нисәмә йыл Әлшәй районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Закуан Зөфәр улы Әхмәтов менән. Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек, тиҙәр. Һәр эште еренә еткереп атҡарған, яҡташтарының ғына түгел, мөрәжәғәт иткән һәр кемдең үтенесен тәрән аңлап, хәленә инергә тырышҡан етәксе менән әңгәмә ҡорам тигәнемә лә ике тиҫтә йыл үтеп китә яҙған. Ул арала ниндәй генә һынауҙар үтмәне Закуан Зөфәр улының башынан! Әммә ул һаман элеккесә – егеттәрсә дәрт, күңел зирәклеге менән ҡаршылай тыуыр көндәрен. Нисәмә йыл ниәт итеп йөрөткән әңгәмәбеҙҙә дәүер, замандаштар, шәхси кисерештәр хаҡында һөйләшәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһамға – илһамлы сәм Өзләү буйынса Бөтә Рәсәй бәйгеһендә ҡатнашырға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 34 кеше теләк белдергән. Улар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Тверь, Вологда, Архангел өлкәләренән, Удмурт, Коми, Мордва, Карелия республикаларынан солистар һәм ижади коллективтар (йәмғеһе 200 кеше) бар. Башҡортостан исеменән Илһам Байбулдин сығыш яһаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 397 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына