Мәсемемдә үҫә ҡурайым Тыуған ерҙең һутынан моңдар
алып,
Мәсемемдә үҫә ҡурайым.
Шул ҡурайҙың моңон
тыңлағанда
Тарихтарҙы айҡап урайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үрге Йәркәйҙәге физкультура-һауыҡтырыу комплексында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Таусы”ға  ихлас ҡотлау Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенең төп бүләгенә — Төбәктәр кубогына — лайыҡ булған “Таусы” клубы уйынсыларына һәм тренерҙар штабына телеграмма ебәрҙе. Учалы командаһы финалдағы өс матчта Воронеж өлкәһенең “Россошь” командаһын еңеп сыҡҡайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 397 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шүлгәнташ  һүрәттәренә –  36 мең йыл Сит ил ғалимдары Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе тикшерҙе һәм уларҙың 36 мең йыл элек төшөрөлгән булыуы ихтималлығын белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 372 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Исхаҡов: “Халыҡ үҙе хужа булып өйрәнергә тейеш” Бына дүрт йыл инде 21 апрелдә Рәсәйҙә Урындағы үҙидара көнө билдәләнә. Властың был кимәленең әһәмиәтен арттырыу, демократияны һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы календарҙа яңы датаның барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Байрам көндәрендә “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡовҡа бер нисә һорау бирергә булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 730 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарама беләккә,  ҡара ГТО билдәһенә... Илебеҙҙең мәғариф системаһы һуңғы йылдарҙа реформа артынан реформа кисерә. Берҙәм дәүләт имтихандарын булдырыу хаҡында хәбәр таралғас, йәмәғәтселек байтаҡ ҡына шаулап алғайны. Заман менән бергә атлаусылар үҙгәреште хупланы, ә мәсьәләнең айышына төшөнөп етмәгәндәр утҡа кәрәсин һибеүен дауам итте. Эт өрөп торор, бүре йөрөп торор тигәндәй, ете йыл тирәһе тәжрибә үткәргәндән һуң, ниһайәт, депутаттар БДИ тураһында закон ҡабул итте. Яңы системаның уңайлы яҡтарын балалары БДИ тапшырған ата-әсәләр тойғандыр инде. Төбәктәрҙә үткәрелгән социологик тикшеренеү шуны күрһәткән: уртаса алғанда, йөҙ студенттың 90-ы БДИ-ны хуплай, алтауһы ниҙер әйтергә ҡыйынһына, бер нисәһе генә ҡаршы фекерен белдерә. Ҡыҫҡаһы, халыҡтың күпселеге яңылыҡтан бик тә ҡәнәғәт. Элекке шикелле үҫмер ике урында – мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла – имтихан тапшырып ыҙа сикмәй, ә аттестаттағы билдәләре буйынса артабан ҡайҙа уҡырға теләһә, шунда юллана.
Ком: 1 // Уҡынылар: 847 тапҡыр // Тотош уҡырға
Машинаң  таҙамы? Башҡортостанда ЮХХДИ-ның “Таҙа автомобиль” тигән сираттағы операцияһы башланды. Был турала республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында яҙған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 359 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һандуғасы ине  тыуған яҡтың... Сәхнәнән ағылған моң башҡарыусы менән тыңлаусының күңелдәрен ҡауыштырып, бер бөтөн итә. Өҙҙөрә генә ансамблдең ҡара ҡашлы, ҡара күҙле ир-уҙамандары! Баян телдәре түгел, йөрәгеңдең бер ҡылы өҙөлөп китмәйме шунда! “Капитан” Данир ағай Мәхмүтов репертуарҙы һайлай белә шул – төркөмдөң һәр сығышы танһыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл урамынан гармун үтә Ҡасандыр туйҙар, киске уйындар, һалдат оҙатыу саралары гармунһыҙ үтмәгән. Хатта һөйөү хистәре лә күректәр аша белдерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо илаһи моң тарих төпкөлөндә аҙашып ҡалды кеүек. Ауаздары бик һирәк ишетелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урамдар араһында ярыш үткәрергә кәрәк тигән тәҡдим яһағайны Яңы Усмандың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йыл башында. Һәр ваҡыттағыса, ауыл халҡы башланғысты дәррәү күтәреп алды. “Күрмәгәнде күрһәтер инде был ауылдаштар!” – тигәйне мәрәкәсел клуб мөдире Шәфҡәт Мәжитов бәйгене асыу тантанаһында. Ысынлап та, шулай булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына