Тәүге аҡса килде Мәғлүм булыуынса, Күмертау Рәсәйҙәге өс йөҙҙән ашыу моноҡала исемлегенә индерелгән. 2014 йылда Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев тап ошондай тораҡтарға ярҙам йөҙөнән махсус Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды төҙөлөүе хаҡында хәбәр итте. Ул төбәктәрҙең хәлен яҡшыртыу, инвестиция проекттарын бойомға ашырыу буйынса эш алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 407 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле Йорто алдына килеп туҡтағас та, магнитолаһынан ағылған йырҙы тыңлап бөтәйем тип, машинаһынан төшмәй ултыра бирҙе Рәмил.
“Ашҡына ғүмер, көт һин саҡ ҡына
Бәхетле булыр тормош хаҡына”…
Йәштәрҙең яратҡан йырсыһы хисләнеп китеп йырлай. Туҡта, бая ғына ишетте түгелме шул йырҙы? Цехта Хәсән йырлап йөрөй бит. Йырлай тип, анауындай машиналар геүләп торған ерҙә ҡайҙан ишетелһен, тиһең. Кейенеп-сисенеү бүлмәһендә лә, ашарға барғанда ла көйләй ине.
Үҙе лә йәшерәк саҡта шулай ине түгелме? Цехташтарына: “Йырсы түгелмен, ә бына машиналар геүләгәндә матур йырлайым ул”, – тип шаярта. Бер лаҡапмылыр, шуны ла өҫтәп: “Матур йырлайым, бигерәк тә тракторға ултырып ер һөргән саҡта тауышым асылып китә, тигән берәү”, – тип һөйләп иптәштәрен көлдөрөп ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 470 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңышты күктән көтөп булмай Өфө эргәһендә баҡсалар бихисап. Яҙ етеү менән биштәр аҫҡан
хаҡлы ялдағылар ҙа, зиннәтле машиналарына тейәлгән баҡсасылар ҙа ҡала ситенә ағыла. Йома көн кис һәм дүшәмбе иртән тығындар ике сәғәткә һуҙыла. Баш ҡалабыҙ эргәһендә байтаҡ баҡсасы ширҡәте бар. Уларҙы бергә туплап торған ойошма – Өфө ҡалаһының баҡсасылар союзы рәйесе Фәнил СИРАЕВ һорауҙарыбыҙға яуап бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алтын башаҡ” тос булды Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары көтөп алған ижади байрам – “Алтын башаҡ-2016” фестиваленең гала-концерты үтте. Рәсәй киноһы йылына арналған тамаша сағыу рухта барҙы, факультеттарҙан иң көслө коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 431 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтынға байыныҡ – Рәсәйҙең Үҙәк банкы алтын һатып алыу буйынса февралдә иң алдынғылар рәтенә сыҡҡан тип ишеткәйнем. Шул дөрөҫмө?
Ком: 0 // Уҡынылар: 344 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡайта алмаһам, улыбыҙ нигеҙебеҙҙе һыуытмаһын” Хоҙай Тәғәлә Фазулла ағай менән Нурйыһан еңгәйгә ҙур шатлыҡ ебәрҙе – улдары тыуҙы. Ҡыуанысы эсенә һыймаған йәш атай сабыйына йыш һәм оҙаҡ ҡарап тора, уның менән бер өҙлөкһөҙ һөйләшә, бәләкәсте киң күкрәкле әзмәүер ир-егет итеп күҙ алдына килтерергә тырыша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 409 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хоҙай аҡтан айырмаһын Башҡортостан һөт менән үҙен 130 процентҡа тәьмин итә – бер кешегә 445 килограмм һөт етештерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 319 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡар иреп, ер өҫтө кипкәс, халыҡ урманда, ҡырҙа былтырғы кипкән үләнде үртәй, шуның менән тупраҡты яңырта, бөжәктәрҙән ҡотҡара, баҫыуҙы сәсеүгә әҙерләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 317 тапҡыр // Тотош уҡырға
Академик Марат АҘНАБАЕВ: “Өлкән йәштәге ауырыуҙарға ябай итеп башҡортса аңлаттым…” Бер шәхес тураһында 100-ҙән ашыу кешенең яҙыуы мөмкинме? 2009 йылда академик һәм табип Марат Талғат улы Аҙнабаевтың 70 йәшенә арнап сығарылған биобиблиографияһында профессор хаҡында донъя күргән мәҡәләләрҙең исемлеген үҙ күҙҙәрем менән күрмәһәм, бәлки, быға мин дә ышанмаҫ инем. Әҙиптәр һәм журналистар Рәшит Солтангәрәев, Ғәзим Шафиҡов, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Факиһа Туғыҙбаева, Мәрйәм Бураҡаева, Ризван Хажиев, Рәлис Ураҙғолов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Лариса Абдуллина, Сибәғәт Рахманғолов, Фәнзил Санъяров һәм башҡа бик күптәр күренекле күҙ табибына һоҡланып, төрлө матбуғат баҫмаларында фекерҙәрен белдергән, шиғри юлдарын арнаған. Һәр береһе уны үҙенсә күргән, үҙенсә асҡан, үҙенсә уҡыусыға еткергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 437 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейек маңлайлы ҡатын кем ул? Үткән йәй Арҡайым ҡаласығы янында ҡаҙыу эше алып барған археологтар ғәҙәти булмаған табышҡа юлыға. Һигеҙ метр тәрәнлектә ятҡан ҡәберлектә улар артҡараҡ ҡайҡайып торған уғата бейек маңлайлы баш һөйәгенә тап була. Беҙҙең эраның II-III быуаттарында йәшәгән
30-35 йәшлек күскенсе ҡатындыҡы тип билдәләнгән был табыш журналистар араһында ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Ҡайһы бер сит ил журналистары хатта, Арҡайымда сит планета кешеһенең ҡәбере табылған, тип яҙып сыҡты. Рәсәй телевидениеһы, уға ҡушылып беҙҙекеләр ҙә, март башында ошо турала өс-дүрт көн рәттән саң ҡаҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 442 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзиттең быйылғы 29 ғинуар һанында баҫылып сыҡҡан публицист, ғалим Рәшит Шәкүрҙең “Себенлеме, Суби-меңме?” тигән мәҡәләһенә ҡарата фекеремде белдермәксемен. Унда бәйән ителгән Әлшәй районындағы Себенле (урыҫса Чебенли) атамаһының сығышына аңлатма бирә алмайым — хаҡым да, фаразым да юҡ. Әммә Рәшит әфәнде әйтеүенсә, Ейәнсура районындағы Яңы Себенле ауылының исеме “суби” этнонимына барып тоташа... Был фекер менән бер нисек тә килешә алмайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 25 апрелдән 25 майға тиклем дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын төҙөкләндереү айлығы иғлан ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 451 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә йыл һайын үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ йыл директоры” Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандың гүзәл заттары юғары наградаларға лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 325 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хайран итә был ҡытайҙар! Сираттағы яңылығы менән тағы күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырҙылар. Лас-Вегаста үткән шоуҙа пилотһыҙ “оса торған мотоцикл”ды халыҡҡа күрһәттеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 335 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡ күңелле, игелекле ағайҙарым… Үҙең күптән инде олатай булып, һәрпәйер һаҡал урынына ҡаҡ эйәгеңде һыпырып йөрөһәң дә, йәш өлкәнлегенә ҡарамай, кемгәлер “ағай” тип өндәшеү ысындан да рәхәт икән. Бының кинәнесе йәнә лә шунда: ағай кеше барҙа һине рәхимһеҙ донъяның бәлә-ҡазаһы урап үтер һымаҡ, ә ағайҙар күҙ алдынан юғала ҡалһа, юлыңды яҡтыртып торған шәмдәрҙе, гүйә, кемдер өрөп һүндерә. Шул саҡта әҙәм балаһына нимә ҡала инде? Юҡ, йәшәүҙән мәңгегә төңөлөү түгел. Бәлки, хәтерләүҙер? Ысынлап та, бәлки, йонсоу көндө яҡтыртып ебәргән, йөрәкте семтеп-семтеп ала торған хәтирәләрҙер?
Ком: 0 // Уҡынылар: 344 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 24 Алға
Бит башына