Рәсәй хәрби ветерандар госпиталдәре ассоциацияһы кәңәшмәһен асып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Николай Никитин тотош Рәсәйҙән һәм БДБ дәүләттәренән йыйылған хәрби госпиталь етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне лә шунда уҡ уртаға һалып һөйләшәһе проблемаларға күсте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 335 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шишмә районының Тәпәреш ауылында Һаулыҡ көнө үтте. Сараны район хакимиәте, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы һәм “Аҡтау” социаль адаптация үҙәге ойошторҙо. Ауылға юғары квалификациялы табиптар килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 327 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса семинар, июлдә Ғафури районында ойоштороласаҡ “Мәргән уҡсы” фестиваленең беренсе туры үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 631 тапҡыр // Тотош уҡырға
Талант – Хоҙайҙан бирелгән байлыҡ, уны бойомға ашырыу өсөн беренсе сиратта көс һалыу, ең һыҙғанып эшләү зарур. Әммә объектив тормош шарттары булмаһа, күкрәк көсөнөң тыйылып тороуы ихтимал. Быныһы һәр кемгә аңлашыла, яңы ғына тормош баҫҡыстарына үрмәләгән йәштәргә бигерәк тә. Тап ана шул белем эстәүҙә тынғыһыҙ эҙләнгән бер төркөм егеттәр һәм ҡыҙҙар хәтергә төшә лә тора. Улар араһында Тимербикә Ғәниева исемле үтә теремек ҡыҙ булғанлығы бөгөнгөләй күҙ алдында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 443 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ата-әсә ғаиләлә татыулыҡ булыуын теләй һәм шуға ынтыла. Тик көндәлек тормошта быға өлгәшеү бик ҡыйынға тура килә, сөнки балалар уйынсыҡҡа йә башҡа нәмәгә талашырға ла күп һорамай, бер-береһен үсекләүҙән дә тартынмай. Ниндәй генә формала булмаһын, бер туғандар араһындағы ярыш, ата-әсәһен үҙ-ара көнләшеү тойғоһо – сабыйҙың тәбиғи үҫеш процесы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 384 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Улар үткән юлда һибелеп ҡала Кешелеккә бәхет бөртөктәре...” Ҡар күп булды быйыл. Яҡшы дымланған ерҙә иген шаулап үҫер, уңыш мул булыр тип ышана ауыл хеҙмәтсәндәре. Йылдағыса, миҙгел эштәренә бөтөн көсөн һалып, ихлас тотондо улар. Көн дә, хеҙмәткә ҡеүәт өҫтәгәндәй, аяҙытып ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 410 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләгән кеше форсатын таба 11 бала атаһы Исмәғил Шәңгәрәев ғаиләһе менән Дубай ҡалаһына күсеп, шунда киң бизнес йәйелдергән. “Тығыҙ эш графигы сабыйҙарығыҙға, ҡатынығыҙға иғтибар бүлергә ҡамасауламаймы?” тигән һорауға ул былай тип яуапланы:
Ком: 0 // Уҡынылар: 856 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡоллоҡҡа төшөргән аҡса – Тағы ла шулар маҙаға тейә! Көн дә, төн дә пакуй юҡ. Нисек кенә ҡотолорға икән? – шундай асыулы һүҙҙәр менән танышым телефонын ситкә атып бәрҙе. Кемдеңдер шылтыратыуынан егеттең кинәт кәйефе боҙолдо. Тәүҙә эштең ниҙә икәнен аңламайыраҡ торҙом. Аҙаҡ, ул барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләгәс, ниндәй ҡапҡанға эләгеүен аңланым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүлергә һәм ҡабатламаҫҡа Яңы барлыҡҡа килгән Милли гвардияға ниндәй бурыстар йөкмәтелер?

Был айҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Милли гвардия ойоштороу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Яңы көс структураһы ижтимағи тәртипте тәьмин итәсәк, ғәҙәттән тыш хәлдәр була ҡалһа, халыҡтың именлеге өсөн яуап бирәсәк, ил сиктәрен һаҡлауҙа, терроризмға ҡаршы көрәштә лә ҡатнашасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йола үҙгәрмәгән: “Башҡорт”тоҡо – өстән! Ошо көндәрҙә Өфөлә “FIGHT NIGHTS” Рәсәй промоушенының 45-се турниры үтте. 73 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһындағы көрәш турнирҙың төп ваҡиғаһына әүерелде. Майҙанға “Башҡорт” ҡушаматлы Венер Ғәлиев менән “Снайпер” Акоп Степанян (имгәнгән Давид Хачатрян урынына) сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 609 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡ хаҡты ҡыуа 1 апрелдән илдә бензинға һәм дизель яғыулығына акциздар күтәрелде. Әммә бындай үҙгәрештәр һис кенә лә ҡулланыусыларҙы автомобилдәренән баш тартырға мәжбүр итмәй. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, күптәр газ яғыулығына өҫтөнлөк бирә йәки “тимер ат”тарын бәләкәйерәк моторлыға алмаштыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 518 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүәккәлдәр таба әмәлен Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта инженер вазифаһында йөрөгән Әдил Әхмәтдиновтың кинәт фермерлыҡҡа тотоноуын һәр кем үҙенсә фараз итте. “Әллә фермер икмәге еңел бирелә тип уйлай инде, эшләгән урыны ла насар түгел ине”, – тип әйтеүселәр ҙә булды. Егетте электән белгәндәр: “Әдил тотонһа, эшләр ул”, – тип уның был ниәтен хупланы. Бына шулай теүәл дүрт йыл элек “Әхмәтдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы барлыҡҡа килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли әҙәбиәт ҡайҙа тәгәрәй? Ҡайҙа һин, бөйөк композитор?
Ҡайҙа һин, шиғыр яҙыусы?
Ҡайҙа һин, яуыз инквизитор –
Бөтә ялған ижадсыларҙы
яндырыусы?
Был һүҙҙәр – “Ҡош юлы” бард фестивале лауреаты Тимур Әхмәтйәновтың йырынан. Бик тәрән фекер һалынмағандыр уға, әммә бөгөн “шиғыр яҙыусы” менән халыҡ араһында бәйләнеш юҡлығын аңлатырлыҡ кимәлдә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 851 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илебеҙҙә демографик хәл менән маҡтанырлыҡ түгел – Рәсәй статистика хеҙмәтенең мәғлүмәттәре нәҡ ошо турала һөйләй. Мәҫәлән, үткән йыл күрһәткестәре буйынса илебеҙҙә тыуым 5 процентҡа кәмегән, ә үлеүселәр 2 процентҡа артҡан. Дәүләт етәкселеге был хәлдән сығыу юлын эҙләй, төрлө саралар ҡуллана. Шуларҙың береһе – күп балалы ғаиләләргә һәр йәһәттән уңайлы шарттар тыуҙырыу, матди һәм рухи ярҙам ҡулы һуҙыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 822 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев белдереүенсә, һуңғы ике йылда йәшелсәселек инвесторҙарҙың төп иғтибарын йәлеп иткән тармаҡҡа әүерелде. “Ун йыл әүәл инвесторҙар араһында башлыса малсылыҡ йәки иген үҫтереү буйынса проекттар хаҡында һүҙ алып барылһа, хәҙер улар йәшелсә үҫтереү зарурлығы хаҡында әңгәмәләшә. Ысынлап та, был – кәрәкле йүнәлеш”, – ти ул был хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24 Алға
Бит башына