Майҙың 3-өнән 10-ына тиклем Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа бушлай хеҙмәтләндерә. Билет һатып алғанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, инвалиды таныҡлығы йә иһә “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләү тураһында документ талап ителә. Был ваҡытта поездарҙа йөрөү сикләнмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһындағы Шанжао ҡалаһының Синьчжоу районы делегацияһы менән осрашыу уҙҙы. Унда туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Атап әйткәндә, Бөрө районында туристик ял базалары төҙөү һәм уларҙы файҙаланыу буйынса берлектәге эш хаҡында һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 293 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды етәксеһе Илья Кривогов менән осрашыуында Бәләбәйҙе үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ яңы эш урындары булдырыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыуҙы һәм моноҡалаға инвестициялар йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.
Ком: 0 // Уҡынылар: 325 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр өлкәһен коммерцияға ҡарамаған ойошмалар аутсорсингына күсереү тәжрибәһен юғары баһаланы. Был турала ул Волга буйы федераль округының Гражданлыҡ институттарын үҫтереү буйынса Йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 281 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыллыҡ коллегияла сығыш яһағанда илдең финанс министры Антон Силуанов сығымдарҙы ҡыҫҡартыу, резерв туплау, тотонолған аҡсаның һөҙөмтәлелеген арттырыу кеүек мөһим темаларға туҡталды. Иҡтисади үҫештең өҫтөнлөгө, пенсия реформаһы, һалым системаһының яҙмышы кеүек фекерҙәр ҙә әүәлгесә яңғыраманы. Финанс министрлығы дәүләт аҡсаһына консерватив ҡараш булдырырға тәҡдим итте. Ул сығымды әкренләп ҡыҫыуға, нефттең 1 барреле өсөн 40 – 50 доллар иҫәбенән сығып, ҡаҙнанан резерв туплауға кире ҡайтыуҙы күҙ уңында тота.
Ком: 0 // Уҡынылар: 317 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә үткән “Библиотөн” социаль-мәҙәни акцияһы китап һөйөүселәрҙе интерактив майҙансыҡтарға йыйҙы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханалағы үҙенсәлекле программа яҙыусыларҙы һәм шағирҙарҙы, кинорежиссерҙарҙы һәм рәссамдарҙы, уҡырмәндәрҙе һәм тамашасыларҙы берләштерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 319 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов хәйриә мәсьәләләренә ҡағылышлы ултырыш үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил буйынса барған “Хәтер вахтаһы-2016” акцияһына ярашлы, Башҡортостандан 150-нән ашыу эҙәрмән ошо көндәрҙә Рәсәйҙең дүрт төбәгенә юлланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 315 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иглин районында башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге республика конкурсы уҙғарылды. Төп бүләккә ошо райондан Фәһим Тоҡомбәтов менән Өфөнән Рәдиф Зарипов лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 274 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арналған “Георгий таҫмаһы” патриотик акцияһы башланды. “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәтендә ҡатнашыусылар һәм баш ҡалалағы хәрби-патриотик, үҫмерҙәр клубтарында шөғөлләнеүселәр “Өфө” универмагы алдындағы майҙанда хәтер һәм хәрби дан символын таратты. 9 Майға тиклем 20 меңдән ашыу Георгий таҫмаһын өләшеп сығырға ниәтләй улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 280 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 36 Алға
Бит башына