Шағир ағай мәктәбеТимер Йосопов менән бәйле иң сағыу сәхифәләр – Әҙәбиәт институтында бергә уҡыған йылдар, уның ике йыллыҡ юғары әҙәби курсҡа килгән осоро (1977–1979), Вил Ғүмәров менән минең III-IV курстарҙа уҡыған мәл. Хисмәт Юлдашев беҙҙән ике йылға түбән. Тимер ағай – дөйөм ятаҡтың 7-се ҡатында, беҙ 6-сыла йәшәйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 353 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике йыл буйы аяуһыҙ үлем менән көрәшкәндән һуң яратҡан шағирыбыҙ Тимер Йосопов арабыҙҙан китеп барҙы. Йәштән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыған һуғыш балаһы Тимербай халҡыбыҙҙың барлыҡ булмышын эсенә һыйҙырған оло йөрәкле, саф күңелле, алсаҡ йөҙлө шағир булып уҡыусылар күңелендә мәңге ҡаласаҡ. Уның ижады тулыһынса ябай кеше яҙмышына, йәғни үҙе үткән бормалы тормош юлдарына бағышланған. Шуға ла әҫәрҙәре һәр кемгә аңлайышлы, уҡығандар унда үҙ яҙмышын, ил һыҙланыуҙарын күрә. Тимер һәр саҡ үҙе булып ҡалды, уның ижады ла үҙенә генә хас бер моңло.
Ком: 0 // Уҡынылар: 355 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тимерҙең һүнмәҫ тимерлеге Ашҡынып һәм ашығып килгән әлеге кәбисә йылының иртә яҙы йән дуҫтарыбыҙҙы бер-бер артлы алып китеп бара. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрына йөҙҙәренән йылмайыу ҡасҡан халыҡ көпә-көндөҙ даръя булып ағыла. Халыҡ шағиры Тимер Йосоповты һуңғы юлға оҙатырға дуҫтары, замандаштары, рухташтары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, иҫәпһеҙ-һанһыҙ уҡыусылары килде был матәм митингына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Чернобылдәге атом электр станцияһы менән бәйле фажиғәнән һуң 30 йыл үтте. Ул саҡта, дүртенсе энергоблок шартлағас, тоннанан ашыу ауырлыҡтағы бетон плитәләр тирә-яҡҡа уйынсыҡ шикелле осҡан, тиҙәр. Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс...
Ком: 0 // Уҡынылар: 353 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һыҙланыуҙар һуштан яҙҙыра...” 1939 йылға тиклем күп илдәрҙең ғалимдары бер үк һығымтаға килә: атомды ваҡлау һөҙөмтәһендә энергияның бүленеп сығыуына өлгәшергә мөмкин. Тәү ҡарамаҡҡа бөйөк асыш кеүек. Һәм был асыш бары тик тыныс шарттарҙа, кешелектең мәнфәғәтендә генә файҙаланырға тейеш булғандыр. Хәйер, тыныс тормошта файҙаланыуҙың да ғәмһеҙлек һәм наҙанлыҡ арҡаһында ниндәй эҙемтәләргә килтереүен хәҙер беләбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 325 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшенле ләйсән күкрәүе Ғабдулла Туҡайҙың тормош һәм ижад юлы тураһында уйлағанда, һүҙҙе уның ошо шиғри юлдарынан башлағы килә: «Күктә ни булмаҫ тиһең, осһоҙ-ҡырыйһыҙ күк бит ул!» Бына шул серле күк кеүек, күңелдәрҙе арбаусы икһеҙ-сикһеҙ ғаләм кеүек, Туҡай шиғриәте нисә быуын уҡыусыларҙы хайран итә.
Ниндәй генә халыҡтың әҙәбиәтен байҡама, Туҡай кеүек тормошсан, һәр һүҙе менән заманына тамырланған шағирҙарҙы табыуы ҡыйын. Ләкин бөйөк һүҙ оҫталарын бөйөк итә торған төп сифаттарҙың береһе нәҡ шунда бит: улар үҙ замандаштарына көнө-төнө тынғы бирмәгән ҡатмарлы хәлдәр тураһында иң ҡыйыу, иң зирәк һүҙҙәрҙе беренсе булып әйтә, һәм улар асҡан хәҡиҡәт башҡа замандар өсөн дә изгегә әйләнә, ғүмерлек аҡыл хазинаһына инә. Улар өсөн ваҡыт аралары үтә шартлы. Ғабдулла Туҡай – бына шундай даһи аҡылдар затынан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 418 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күп балалы ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу өсөн айырым шарттар булдырыу кәрәк. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһында отчет менән сығыш яһағанда әйткәйне. Төбәктәрҙә өс йыл эсендә күп балалы ғаиләләрҙең ер биләмәһенә сиратын бөтөрөү кәрәклеген дә телгә алды Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе. Әгәр ҙә ер бүлеп бирерлек мөмкинлек юҡ икән, бындай ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә йә башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә кәрәк, тип билдәләне ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала саҡтан бергә уйнап үҫеп, үҫмер, йәшлек йылдарын татыу үтеп, сәстәрен-сәскә бәйләп, матур балалар үҫтергән, хәҙер бәхетле ҡартлыҡта 70 йыл бергә ғүмер кисергән кешеләргә нисек һоҡланмаҫһың! Ишей ауылынан Мәймүнә менән Ғүмәр Рәхмәтуллиндар – тап шундай ғаилә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 388 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек бер йә ике балалы ғаиләләр ят күренеш һаналған. Ауыл урамдары йәй ҙә, ҡыш та ҡыҙҙар-малайҙар тауышынан тынмаған, сөнки һәр өйҙә тиерлек кәмендә биш-алты бала тәрбиәләнгән. Бөгөн хәл башҡасараҡ сүрәттә. Хәҙер, киреһенсә, урамда өс йә дүрт бала менән осраған ата-әсәгә ғәжәпләнеп ҡарайҙар.
Бөгөнгө ишле ғаиләләрҙең хәле нисек? Дәүләттән ярҙам сараларын тейешенсә аламы улар? Ошо һорауҙар менән күп бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 409 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ауылығыҙҙа йорт төҙөү өсөн ер ала алмай аҙапланаһығыҙмы? Улайһа, Алыҫ Көнсығышҡа барығыҙ. Унда ер бушлай бирелә. Рәсәй Президенты тәҡдим иткән яңы закон тиҙҙән ғәмәлгә инәсәк. Уға ярашлы илебеҙҙең һәр кешеһе Камчатканан, Сахалиндан, Хабаровскиҙан йә иһә шул тирәләге башҡа төбәктәрҙән бер гектарға хәтлем ерҙе бушлай алырға хоҡуҡлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 234 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 36 Алға
Бит башына