Ир-ат һөнәре ул! Абитуриентҡа һөнәр йылғаһының ҡайһы ярын һайларға? Уңырмы-туңырмы? Сер түгел, был тәңгәлдә ата-әсәнең күбеһе ғәзизенең яҙмышына булышлыҡ итә. Ниндәй ҙә юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлаһын өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырған өлкәндәргә маҡтауҙан башҡа ни әйтәһең! Бәләкәй саҡта үҙе янында ултырып дәрес әҙерләтеүҙән алып, өҫтәмә шөғөлләнеү, репетитор яллау, хатта балаһы БДИ биргәндә ҡатнашыуға тиклем. Тик миҙалдың ике яғы була. Улы йәки ҡыҙы диплом алып та эшһеҙ йонсомаҫмы? Ысынлап та, ни өсөн үҫмер вузға ынтыла, ә һөнәрселек училищеһын ситләп үтә? Үҙ сиратында, заводтарҙың ябай эшселәргә һыуһауы берәүгә лә сер түгел. Осраҡлы күренешме был, ошо сәйер төйөндө тағатырға маташҡанда “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ойошторолған “Иң яҡшы токарь” республика конкурсының шаһиты булырға насип итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 281 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алдан килгән... мәрхүм өсөн Көнһылыуҙың ире дауаханала үлде. Бер нисә көн элгәре тиктомалдан хәле бөтөүенә, тыны ҡыҫылыуына зарланғас, табипҡа күренергә күпме генә күндерһә лә, тыңламаны бит. Хәйер, ир заты был йәһәттән үҙ һүҙле инде ул. Сирләп-маҙар китһә лә, өйҙә ятһа ята, әммә табипҡа -– һуңғы сиктә генә. Был юлы ла шулайыраҡ килеп сыҡты. “Үтер әле, һауа торошо ла үҙгәреп тора, шуға күңел болоҡһойҙор”, — тип башлыса тәбиғәткә һылтанды. Әммә өсөнсө көн тигәндә хәленең ауырайғанын һиҙеп, ир табипҡа күренергә ризалыҡ бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 258 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәгән, ти, Башҡорт киноһы... Конгресс-холда “Евразия йөрәге” сәнғәт фестивале сиктәрендә Кино йылына арналған “Башҡортостан Республикаһында киноиндустрияны үҫтереү” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” уҙҙы. Унда “Башҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов, Башҡортостан Кинематографистар союзы идараһы рәйесе Фәрит Ғәбитов, ошо союздың Йәштәр үҙәге етәкселәре Айнур Асҡаров, кинематографистар берлегенең Йәштәр үҙәге директоры Гөлфиә Шәрипова, режиссер Булат Йосопов һәм башҡа белгестәр ҡатнашлығында Башҡорт киноһының бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һөйләшеү булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 375 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ғәфү ит, балам!” Йәнтимерҙең аяҡтары үҙәгенә үтеп һыҙлай башланы. Аяҡтар… аяҡ шәрәмәттәре… Көн боҙолор булһа, шулай интектерә улар егетте. Бынан алдағы көндәрҙә лә һыҙланылар, ләкин түҙерлек ине. Ә бөгөн айырыуса ауырта. Ахыры, ул такси саҡыртып, дауаханаға барырға булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 224 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яҙғы Никола” гөрләтте Кама буйын Республикабыҙҙың күп кенә ҡала һәм райондарында төрлө кимәлдәге, шул иҫәптән Башҡортостандан ситтә лә киң билдәлелек алған төбәк-ара һәм халыҡ-ара мәҙәни байрамдар һәм фестивалдәр, йыр-бейеү бәйгеләре, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың оҫталыҡ ярыштарын ойоштороу матур йолаға әйләнгән. Был сараларҙы уларҙа ҡатнашыусылар ҙа, урындағы халыҡ та һағынып көтөп ала. Шуларҙың береһе – Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре барышында йыл һайын уҙғарылып килгән “Яҙғы Никола” халыҡ ижады республика байрамы. Ул “Рәсәй мәҙәниәте” маҡсатлы федераль программаға индерелгән һәм быйыл ун икенсе тапҡыр үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 192 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр айыҡ тормошто һайлай Һүҙ артынан һүҙ сығып, “Хәҙер эскән йәштәр юҡ шикелле ул”, – тип әйтеп ҡуйҙым абруйлы ағай менән әңгәмә барышында. Фекеремде нисек бар, шулай еткерҙем дә бит, әммә ағайҙың уға ҡаршы төшөрөн уйлап бирмәнем. “Яңылышаһың, һеңлем, ундайҙар һинең эргә-тирәңдә генә юҡтыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡҡан егет һәм ҡыҙҙар күҙгә йыш салына”, – тип яуапланы әңгәмәсем. Был мине уйға һалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 244 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағайҙарым, һеҙҙе заман түгел, шешә эсендәге ыу ҡыра Элекке прокурор, заманыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы тарихсыһы Зәкирйән Әминев менән әңгәмәләшкәндә шундай фекергә иғтибар иттем: милләтте еңеү, унан ҡол яһау өсөн башҡорт ауылдарында араҡы һатыу, уны ҡулланыу мәсьәләһе ана ниндәй юғары даирәләрҙә ҡаралған. Эскелек проблемаһына бәйле һөйләшеүҙәр матбуғат биттәрендә, радио-телевидение эфирҙарында ла әленән-әле дауам итә. Әммә бының менән генә зыян күреүселәр кәменеме һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 235 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер Себерҙән егеттәрҙе көтә... – Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре менән осрашып, әле генә район үҙәгенән ҡайтып торам. Күптәребеҙҙе борсоған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә йыйылғайныҡ, – тип ҡаршы алды Түбәнге Һаҙ ауылынан фермер хужалығы етәксеһе Юнир Искәндәров. – Шөкөр, көнүҙәк һаналғандарҙың барыһы ла ыңғай хәл ителде, хәҙер тырышып эшләргә генә ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 269 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал моңо”нда – Алтай тауышы ХVIII “Урал моңо” халыҡ-ара төрки йәштәр конкурс-фестивалендә Алтай Республикаһынан Добрыня Сатин еңеүсе тип табылды. Уға 200 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы Өфө амфитеатрында үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 261 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бармы икән тиңдәр һиңә, Ҡурай?! “Евразия йөрәге” фестивале сиктәрендә уҙған “Ҡурайфест-ӨФӨ” байрамына бөтә Ер йөҙөндә бер генә лә аналог юҡ! Быны һәр башҡорт белә. Ә ҡурай ул беҙҙең Уралда ғына үҫә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 326 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 38 Алға
Бит башына


Подержанные авто: avtoruss-tradein.ru недорогие авто опель с пробегом в москве