“Сама кәрәк икәнлеген белдем, самаларым ҡалғас самалы…”
Шағир тигән исем күтәрмәнем,
Тик үҙемде белә-белгәндән
Шиғыр яҙҙым. Үҙем өсөн яҙҙым.
Һирәк яҙҙым. Ярһыу күңелдән
Ком: 0 // Уҡынылар: 862 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йортоғоҙ ҡотло булһын! Үрге Ҡыйғылағы “Кристалл” йәмғиәте етәксеһе Тимур Вәлиев беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ниәтебеҙҙе әйткәс: – Гәзиткә яҙырлыҡ әллә ни ҡыйратҡан юҡ инде, – тине ипле генә. – Беҙҙә башҡаларға күрһәтерҙәй уңғандар күп ул. Берәүҙәр икмәк бешерә, икенселәр һөт ризыҡтары етештерә, тигәндәй. Ана, юлсыларҙы ғына алайыҡ. Күп төбәктәр был йәһәттән зарланһа, беҙҙә асфальт етмәгән ауыл юҡ. Кәрәк урынға йырлап ҡына барабыҙ ҙа етәбеҙ. Был, әлбиттә, райондағы юл эшсәндәренең тырышлығынан тора. Бәлки, улар хаҡында яҙырһығыҙ? Күптән түгел генә беҙҙең ауыл биләмәһе республикала үткәрелгән “Башҡортостандың иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” конкурсында өсөнсө урынды яуланы...
Ком: 0 // Уҡынылар: 625 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Эш тә, вазифа ла мине үҙе эҙләп тапты” Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе”, Салауат Юлаев ордендары кавалеры, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Радил Мөхәмәтдинов Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында донъяға килгән. 1954 йылда – Үрге Ҡыйғы урта мәктәбен, 1959 йылда Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһындағы ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған районының “Победа” колхозы агрономы булараҡ башлаған. Күркәм юбилейы уңайынан уның менән әңгәмә ойошторҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 707 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Игенсе”ләр иңләй баҫыуҙы Һәр ерҙәгесә, әле “Игенсе” йәмғиәте баҫыуҙарында ҡыҙыу мәл. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сәғит Ғәлиев етәкселегендәге эшсәндәр көндө төнгә ялғап киләһе уңышҡа нигеҙ һала. Диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан ялан-ҡырҙар трактор тауышына күмелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә Быуындан быуынға күсә килә ошо аҡыл. Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының һоҡланырлыҡ ҡына түгел, аптырарлыҡ ярҙамсыллығының шишмә башы бына ҡайҙан башлана икән! Шулай күсә халыҡ аҡылы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирҙең даны –  халҡы менән еренән Ҡасандыр бөтә ил өсөн мөһим тип һаналған сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһы арҡаһында икмәк етештереү буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшһәк тә, эшкәртелгән майҙандарҙың бөгөн килеп юҡҡа сығыуы элекке сиҙәмселәр күңелендә һағышлы уйҙар уята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хафиза хазинаһы Башҡорт ере элек-электән дауалау һәләтенә эйә кешеләре менән дан тотҡан. Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновты телгә алыу ҙа күп нәмә хаҡында һөйләй. Бөгөн дә арабыҙҙа ғаләм биргән ҡөҙрәткә, шифалы ҡулдары менән дауалау һәләтенә эйә замандаштарыбыҙ осрай. Ташбулат ауылында йәшәгән Хафиза Баязитова – шундайҙарҙың береһе. Ябай ауыл ҡатыны быуыны сыҡҡан, умыртҡалығы зыян күргән, һөйәге сатнаған әллә күпме кешегә аяҡҡа баҫырға, сабый һөйә алмаған ғаиләләргә бала бәхете татырға ярҙам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүҙәнә тотор мәл етте Ҡошсолоҡ – ауыл хужалығында иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бүҙәнә үрсетеү, уға ихтыяждың артыуы, йомортҡаһының файҙалы булыуы тураһында күргәҙмәләрҙә лә билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 438 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йоҙроҡ ҡәҙәрле, йомро кәүҙәле... Йот замандарҙа халҡыбыҙҙы үлемдән һаҡлап ҡалған, бөгөн дә табын түренән төшмәгән бәрәңгене юҡҡа ғына “икенсе икмәк” тип атамайҙар. Унан эшләнгән төрлө ризыҡ менән туҡланып, ләззәт һәм көс алмаған кеше юҡтыр ер йөҙөндә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үрсем арта, күс яңыра Майҙың тәүге яртыһында ҡышлап сыҡҡан бал ҡорттары үлеп, йәштәре менән алмашына. Яҙ иртә йәки һуң килһә, был осор бер аҙнаға алдараҡ йәки һуңыраҡ килеүе ихтимал. Йәш бал ҡорттары көндән-көн арта бара. Күстең ишәйеүе инәләренең эшмәкәрлегенә бәйләнгән. Улар йомортҡаны март айының беренсе ун көнлөгөндә үк һала башлай. Умарталарҙы ҡышҡы урынынан сығарғансы, ояла үрсем һаны меңдән ашып китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көндөҙ һыйыр ектеләр,  кисен сәхнә гөрләттеләр Йылдар үткән һайын Еңеүҙе яҡынайтҡан яугирҙәр сафы һирәгәйә бара. Иҫәпле генә тыл ветерандарының береһе әле Күмертау ҡала биләмәһенә ҡараған Маяҡ ҡасабаһында йәшәй. Ул – яңыраҡ 88 йәшен билдәләгән Рәхимә Үзбәкова. Һаулығы ҡаҡшап, зиһене һүрелгәндәй тойолһа ла, һуғыш осорондағы, унан һуңғы ауыр йылдарҙағы бөтә хәл-ваҡиғаларҙы, уларҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең байтағының исем-шәрифен бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 331 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бишбармаҡһыҙ табындың ни йәме?Мәғлүм булыуынса, сит ил санкциялары үҙебеҙҙә сифатлы тауар етештереүгә яңы мөмкинлектәр асты. Эшҡыуарҙар был аҙымды хуплап ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 366 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабырлыҡҡа өйрәтте Әсәйебеҙ – оло йөрәкле һәм ҙур ихтирамға лайыҡ кеше. “Бөйөк әсә” тип атар инем мин уны. Уҡытыусы тигән изге исемгә һис бер тап төшөрмәй, Ғафури һәм Ишембай райондары мәктәптәрендә 42 йыл буйы балаларға белем бирҙе ҡәҙерле кешебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 293 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атайым Шәрифулла Һаҙыев 1917 йылда Дыуан районының Әбдрәшит ауылында тыуған. Мәсәғүт педучилищеһында белем алған. Ун туғыҙ йәшендә әсәйем Разияға өйләнгән, улар уҡыған саҡта танышҡан. Атайымды беҙҙең ауылға уҡытыусы итеп ебәргәндәр, ул урыҫ теленән белем биргән. Сәрбиә әбейҙәрҙә фатирҙа торған. Ул беҙгә: “Атайың бик итәғәтле, ихтирамлы, бөхтә егет ине”, – тип һөйләй торғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 255 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө сәнғәт училищеһының “Саптар” этно-төркөмө Ҡаҙағстанда үткән “Жубанова яҙы” халыҡ-ара фестивалендә лауреат исемен яуланы. Музыканттарыбыҙ икенсе дәрәжә диплом алып ҡайтты. Уларға шулай уҡ 100 мең тәңкәлек сертификат та тапшырҙылар. Аҡсаны “Саптар”ҙар сәхнә костюмдары һатып алыуға тотонорға ниәтләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 305 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына