Асҡындың аҫыл заты Һәр төбәк үҙенсәлекле кешеләре менән йәмле һәм көслө. Берәүҙәр сәмсел, ярһыу булып танылһа, икенселәр – ғорурлыҡ, тәүәккәллек өлгөһө, өсөнсөләр йыр-моңға маһир, дүртенселәр кәсепкә шәп...
Асҡынды төйәк иткәндәрҙең сифаттары хаҡында уйлағанда иһә күңелгә иң беренсе “тәрән аҡыл, сыҙамлылыҡ” тигән һүҙҙәр килә. Бай һәм ҡатмарлы тарихлы ерҙә тамырланған халыҡ ипле, күндәм. Улар ыҙғышмай, ғауғалашмай, барыһы ла үҙеңә бәйле икәнен белеп, баш баҫып эшләй. Шул уҡ ваҡытта йөрәктәрендә ялҡын асҡындарҙың – ихтыяр көсөн һынмаҫ рух нығытҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер ҡөҙрәте –  ил ҡеүәте Республикабыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор: улар, аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен, минутын файҙаланып, киләһе уңышҡа нигеҙ һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Был донъяла  бергә йәшәү – бүләк” …Таң һыҙыла. Ҡыҫҡа ғына бер урамдан торған ауылдың әле бер, әле икенсе осонда күнәктәр зыңлап китә. Илаһилыҡты әтәс тауышы, һыйырҙар мөңрәүе тағы ла көсәйтеп ебәрә. Күнәктәргә гөбөрҙәп һөт ағыла башлай. Йәнә бер көн тыуҙы ауылда, яңы тормош башланды!
Ком: 0 // Уҡынылар: 540 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡ башлыҡлы ҡыҙ Йыйнаҡ ҡына дауахана залы. Ҡаршыла – регистратура. Берҙән-бер табип ҡабул итә. Ҡалғандар – ҡайһыһы ялда, йә үҙҙәре больничныйҙа. Хәтһеҙ кеше йыйылып китте. Ете-һигеҙләп булыр.
Әлеге сират бик әүҙем булып сыҡты. Күңелле буласағы күренеп тора. “Кем аҙаҡҡы?” тип белештем дә, эскәмйәгә барып ултырып, сиратташтарымды күҙәтә башланым. Ишек төбөндә – йәш ханым. Мин уны беләм. Исеме – Рита. Кибеттә халыҡ араһында эшләп теле сарланып бөткән. Беренсе булып ул һуҡрана башланы: “Эшкә йөрөүең яҡшыраҡ икән! Ярты көн үтте!”
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙип әҫәрендә – халыҡ яҙмышы Хәтерләйһегеҙҙер, “Башҡортостан” гәзитендә (2013 йылдың 25 декабрь һаны) “Бер ҡарағас бәләһе” тигән хат баҫылып сыҡҡайны. Унда бәйән ителгән ваҡиға бик күптәрҙе шаңҡытты. Танылған яҙыусы һәм драматург Мөнир Ҡунафиндың күптән түгел донъя күргән “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә” повесы ла әҙәбиәт һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырманы. Әҙип менән Әбйәлил районының Хәмит ауылында үткән осрашыу ошоно тағы бер ҡабат раҫланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 655 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Билет ал!"Филология факультетының коридорынан үтеп барғанда үкһеп илап торған бер ҡыҙҙы осраттым.
– Ниңә улай бөтөрөнәһең?
– Харап булдым инде былай булғас, күпме тырышлығым юҡҡа сыҡты. Уҡыуҙан ҡыуалар инде...
Йәл булып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
Исемле йыл үҙен аҡлармы? “Һинд киноһы килә” тигән һөйөнөслө яңылыҡ ҙур ауылыбыҙға йәшен тиҙлегендә таралды. Ғәжәп, әле афиша эленмәгән дә, ә барса халыҡ был турала хәбәрҙар. Магазинда йә клубта тиһеңме, көтөү ҡаршылағанда булһынмы, олоһоноң да, кесеһенең дә телендә – әле күрһәтелмәгән ошо фильм. Айырыуса бисә-сәсә ныҡ сурыта, арттырып та ебәрә. Исемен дә белгәндәр – “Бейе, бейе”. Ә быға тиклем “Диско бейеүсе”, “Етем”, “Ялҡау”, “Зита менән Гита” һәм башҡа шуның ише тетрәндергес киноларҙы ҡарағас, алда торған тамашаның да ифрат шәп булырына өмөт итәбеҙ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1097 тапҡыр // Тотош уҡырға
Динара ӘХМӘТОВА:  “Ҡурай” – халыҡсан ижад майҙаны” “Ҡурай” телеканалының барлыҡҡа килеүенә оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, ул халыҡ араһында киң танылыу яуланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: уны республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгәндәр ҙә ҡарай ала. Йырға, моңға сарсаған милләттәштәребеҙ өсөн был канал үҙенә күрә тыуған яҡ, туған тел менән күрешеү майҙанына әйләнде. Сит өлкәләрҙәге бик күп башҡорттарҙан йылы һүҙ ишеткәнем бар “Ҡурай” каналының эшмәкәрлеге хаҡында. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын заманса клиптар аша халыҡҡа еткереүҙәре өсөн рәхмәтле улар. Эфирҙың 80 проценты йырҙарҙан тороуы, бер яҡтан, көйҙән бүктермәйме икән тип уйларға ла нигеҙ биргән кеүек, әммә кемдең туйғаны бар әле башҡорт моңонан?!
Каналдың бөгөнгө эшмәкәрлеге хаҡында баш мөхәррире Динара ӘХМӘТОВА менән һөйләшәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1165 тапҡыр // Тотош уҡырға
Игеҙәктең була  төрлөһө Игеҙәктәр, ғәҙәттә, бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаған тип беләбеҙ. Шулай ҙа буй-һыны, ҡиәфәттәре генә түгел, хатта холоҡ-фиғеле менән дә айырылып торған игеҙәктәр осрап ҡуя ҡайһы саҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1112 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәргә  барып етһен! БДУ-ның Сибай институтында яҙыусылар менән осрашыу йыш үткәрелә. Мәҫәлән, күптән түгел уҡыу йортонда Мәүлит Ямалетдинов булып китте. Уның “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабының исем туйын студенттар ихлас тамаша ҡылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таныш йөҙлө йәлләт Был фажиғә ауылды ғына түгел, тотош районды тетрәндерҙе. Кешеләр туҡталыштарҙа, эш урынында, урамда шул хаҡта ғына һөйләне. “Вәхшиҙәрсә ҡылынған енәйәт!” – тип баш сайҡаны ололар. Йәшерәк ҡатындар араһында: “Шулай кәрәк ирҙәргә! Бүтәндәргә аҡыл булыр!” – тиеүселәр ҙә табылды. Һәләк булған ирҙең туғандары менән аралашыу ҙа ауыр тойғо ҡалдырҙы:
“Ул (килен кеше) һәр саҡ үҙе менән бысаҡ алып йөрөгән. Ябай бысаҡ түгел, ә салғынан эшләнгән ҡорал. Был хаҡта һуңынан балалары илай-илай һөйләне. Уға ҡустыбыҙҙы үлтерергә сәбәп кенә кәрәк булған...”
Ком: 0 // Уҡынылар: 332 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡустыға  эш эҙләйбеҙ! Ҡустыға эш эҙләп арманһыҙ булдыҡ бит, әй. Ҡайһыһына тиһегеҙме? Ана, теге Яланлы ауылы бар бит әле, шунда йәшәгән һеңлемдең улы инде. Эйе, эйе, уҡытыусылыҡҡа уҡығаны! Тәүҙә ата-әсәһенең духтыр иткеһе бик килгәйне лә, балың етмәй, тип кире борҙолар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 896 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғырҙар тауар түгел, Күңелдәр баҙар түгел...Ишетелә алыҫтарҙан
Әллә шиғыр, әллә аҙан.
Саҡырғандай була тауы
Ниндәйҙер фарыз намаҙға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
Битарафлығыбыҙ  сиктән ашманымы? Тыуған еребеҙгә тағы яҙ килде, тәбиғәттең йәш, матур сағы. Май айы айырыуса күркәм. Был осорҙа, ҡабатланмаҫ гүзәллеккә өҫтәп, кешеләр үҙҙәре лә тирә-яғын нисектер биҙәргә тырыша. Һәр кемдә яралһын ине лә һуң яҡты уйҙар, изге теләктәр… Әйләнә-тирәбеҙҙең таҙалығы – ярты иманыбыҙ ҙабаһа. Ул фәҡәт үҙебеҙгә бәйле. Был – һәр кемдең ҡулынан килә торған изге һәм сауаплы эш. Үҙебеҙ йәшәгән, ялдарға һәм байрамдарға йыш ҡына ҡайтып йөрөгән төйәгебеҙҙең йөҙө – күңелебеҙ көҙгөһө ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һеҙ зирәк аҡыллы, тиҙ үк төшөнөп алырһығыҙ. “Ауыл адвокаттары” тигән был яҙмамда мин өс тиҫтерҙең, өс ҡорҙаштың, өс дуҫтың тормошон түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә йыйынмайым. Оҙон һөйләүҙең ҡыҙығы ла юҡ хәҙер. Бары улар ҡалдырып киткән аҫыл заттарҙың бәғзеләрен сүпләп, ҡыҫҡа ғына епкә теҙмәксе иттем. Эреле-ваҡлыраҡ булыр-булыуын, әммә тулыны буштан, дөрөҫтө ялғандан айырырға тырыштым”, – тигән был әҫәре хаҡында Мостай Кәрим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына