Ишле ғаиләләр –  илебеҙ күрке Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 456 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағас күрке – япраҡ, Әҙәм күрке... Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар менән 2009 йылда, студенттар һабантуйына әҙерләнгән мәлдәрҙә, таныштыҡ. Икеһе бер-береһенә һыу тамсылары кеүек оҡшаған, ябай, етеҙ, алсаҡ инеләр, ойоштороу комитетындағы барлыҡ ағзаларҙы ла ошо ихлас сифаттары менән таң ҡалдырҙылар, яраттырҙылар. Ниндәй генә эш ниәт итһәк тә, Әлфиә лә, Гөлфиә лә иң алда әҙер тора. Йәһәт кенә еренә еткереп башҡарып та ҡуялар һәр бурысты. Йыр-моңға, шаярыуға ла оҫталар, улар эргәһендә бер генә бойоҡ кеше күрмәҫһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еҫе лә, эҙе лә ҡалмаҫӨфө районының Сергеевка ауылы оло юлдан бер километр самаһы ғына алыҫлыҡта. Йәшеллеккә күмелгән матур, тыныс төйәктең исеме бер нисә сәғәт эсендә бөтөн республикаға яңғыраны. 15 майҙан 16 майға ҡарата төндә бында “Газпром добыча Оренбург” йәмғиәтенә ҡараған торба үткәргестәрҙең береһенән газ конденсаты ағыу арҡаһында бөтөн халыҡты эвакуацияланылар. Шул уҡ мәлдә торбаларҙан конденсаттың ағыуын туҡтаттылар, ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ҙур эш башланды. Тәүҙә халыҡ бик ҡурҡҡайны, хатта Өфөнөң Дим биҫтәһенән (ул Сергеевканан 5-6 километр алыҫлыҡта) газ еҫе аңҡыуына зарланып шылтыратыусылар булды. Шуны билдәләргә кәрәк: бөтөн ҡотҡарыусы хеҙмәттәр ҙә дөйөм көс булып тупланып, ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыуҙа теүәл эшләне. Әммә халыҡ һаман борсолоуын белдергәс, редакцияға ла шылтыратыусылар булғас, ауылдағы хәлде барып күрергә ҡарар иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 446 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ яуаплылыҡты  уртаҡлашырға әҙер Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостандың III Граждандар форумы асылыуы тураһында гәзиттә хәбәр иткәйнек инде. Граждандар йәмғиәтенең бөгөнгө хәле нисек? Уны үҫтереү юлдары ниндәй сараларға бәйләнгән һәм эштең йоғонтоһо булырмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәштәр эштән ҡурҡмаһын” Һуңғы йылдарҙа хеҙмәт баҙарында техник профессияларҙың, етештереүгә бәйле эшсе һөнәрҙәрҙең баһаһы арта бара. Ысынлап та, иҡтисадсылар, филологтар һәм юристар аҙым һайын, әммә илдең ҡеүәтен үҫтереү, уның иҡтисадын донъя кимәлендәге бейеклеккә күтәреү өсөн сәнәғәт-етештереү белгестәре лә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эй, мәктәбем, белем усағы, һин – ғүмерҙең иң гүзәл сағы... Зәп-зәңгәр күктә, көмөш толомдарын тағатып, Ҡояш йылмая. Уның шатлығы кешеләр йөҙөндә сағылып, тирә-йүнгә байрам кәйефе бөркә. Геүләп тора мәктәп алды. Сәскә гөлләмәләре тотҡан балалар, яҙҙы һағынып көткән ҡоштар шикелле, сыр-сыу килә. Уларға олпат ағай-апайҙарҙың күкрәктәрендәге миҙал сыңы ҡушылып, ошо илаһи моң күңелде наҙлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 995 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зәкирйән ӘМИНЕВ: “Урал батыр вариҫтары – дәүләт нигеҙен аңлаған, хоҡуҡи ил ҡорған милләт” Һеҙҙең “Мең дә бер кисә” әкиәттәрен уҡығанығыҙ, шуларҙы һөйләгән кешене тыңлағанығыҙ бармы? Уҡығаным да, тыңлағаным да бар, тиеүселәр, моғайын, табылыр. Тап ана шундай боронғолоҡта онотолоп китеп әңгәмәләшкән кеүек булам мин белеме буйынса – юрист, фиғеле буйынса тарихсы-этнограф замандашыбыҙ Зәкирйән ағай ӘМИНЕВ менән аралашҡанда. Ул, әйтерһең, уҙған быуаттарға, төпкөлдә ятҡан риүәйәттәр ишегенә асҡыс табып алған да яйлап ҡына шунан алған мәғлүмәттәр, факттар, өйрәнелгән һәм өйрәнелмәгән тарих менән таныштыра беҙҙе. Һәр тарихи ваҡиғаға уның үҙ ҡарашы, дәлилле фекере бар. Башҡорт халҡы яҙмышына, менталитетына ҡарашы бөтөнләй яңыса. Шулар хаҡында гәзит уҡыусыларға ла һөйләүен һораным.
Ком: 0 // Уҡынылар: 760 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һарығолаҡ”ты һағынып Һуғыш тамамланыуға биш-алты йыл үткән. Ауылда абруйлы кеше, дүрт бала атаһы Һиммәт, иҙән йыуыусы йәш, сибәр Йомабикәгә әүрәп китә. Мөхәббәттәре дөрләп янған төндө Һиммәт өйөнә ҡайтмай. Хәйерниса, борсолоп, ирен ҡайҙан эҙләргә белмәй сәбәләнгәндә, Һарығолаҡ уны Йомабикәнең өйөнә алып бара. Шурфҡа ҡолап төшөп, аяғын һындырғанда үҙен ҡотҡарған этенә, ни ашаһам, уға ла шуны ашатырмын, тип күптән түгел генә вәғәҙәләгәйне бит Һиммәт. Этенең был ҡылығын хыянат тип ҡабул итә ир, вәғәҙәһен дә онота һәм, уны үлемгә дусар итеп, шурфҡа ырғыта...
Ком: 0 // Уҡынылар: 990 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтте Тарих — мөкиббәнлек талап иткән, еңел булмаған фән ул. Ғәҙәттә, тарихсыларҙың күптәренең ғилми тикшеренеү даирәһе ниндәйҙер осор йәки тема менән сикләнгән. Ә бына ошо йәһәттән арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән билдәле ғалим, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфәндиәровтың тарих фәне өлкәһендәге эшмәкәрлеге өйрәнгән темаларының киңлеге менән айырылып тора. Уның хеҙмәттәре Башҡортостан һәм халҡыбыҙ тарихының күп дәүерҙәрен үҙ эсенә ала. Темалары ла төрлө. Ә шулай ҙа ғалимдың тарих фәне өлкәһендәге бөтөн эшмәкәрлеге башҡорттоң үткәнен өйрәнеүгә арналған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 347 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡоштар ҙа тамаша ҡылды “Евразия йөрәге” сәнғәт фестивале Өфө халҡын бергә туплауы, мәҙәниәтле ялға ылыҡтырыуы менән фәһемле. Сараның беренсе көнөндә Өфө амфитеатрында уҙған Симфония төнөнә, мәҫәлән, 22 мең самаһы кеше килде. Концертта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 349 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына