“Күләш”тәге күңел йылыһын тойоп... Башҡортостандың айырыуса һаҡланған биләмәләр буйынса дирекцияһының Кушнаренко районындағы “Күләш” ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгенә хайуандарҙы иреккә сығарғанда саҡыралар. Үҙенә күрә матур йола был. Уны күрер өсөн бар эштәргә ҡул һелтәнек тә “УАЗик”та юлға сыҡтыҡ. Кушнаренкоға етәрәк боролғас, утыҙ саҡрым самаһы юлһыҙ ерҙән барырға кәрәк. “Был араны ҡайһы саҡ көнөнә ике үтергә тура килә. Ямғыр яуһа, еңел машина менән йырып сыҡҡыһыҙ”, — тип аңлатты дирекцияһының генераль директоры урынбаҫары Марат Биктимеров. Юлһыҙлыҡтың сәбәбе лә ябай икән: йәнлектәрҙе мөмкин тиклем кеше күҙенән һаҡлау.
Ком: 0 // Уҡынылар: 387 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алты сутый ғына тимәгеҙ – Грант бирҙеләр әле бына! Ҡыуанып бөтә алмайбыҙ!
– Улай булғас, трактор алаһығыҙ икән!
– Эйе шул. Күптән хыяллана инек. Иҫкеһе менән әллә ни эш ҡыйратып булмай шул!
– Ә мин еләк түтәлдәрен ике тапҡырға арттырырға уйлайым. Былтыр уңыш мул булды, һорап килеүселәр күп.
– Кемдә – еләк, кемдә – алмағас... Мин быйыл йәнә бер гектарға алмағас ултыртырға йыйынам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 383 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бөгөн булһын, күп булһын,  тип кенә йәшәп булмай...” Һуңғы бураҙналарға орлоҡ һалынып, тығыҙланып ҡуйҙы. Шуны ғына көткәндәй, әлегә тиклем Урал һырттарына эленеп, бына-бына һытылам тип торған болоттарҙың да түҙемлеге бөттө – ергә тупылдап эре тамсылар тамды. Крәҫтиән өсөн миҙгелдең тәүге бите шуның менән ябылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нур өләшеп, янып йәшәне Тирә-яҡ шул тиклем матур! Һалҡын ҡыштан һуң бар тәбиғәткә йәшәү һуты йүгерә: үләндәр морон төртөп йәшәрә, тәүге сәскәләр күңел кәрәҙен һуғара, безелдәп бал ҡорттары оса, һабантурғайҙар бейеккә-бейеккә күтәрелеп моңон һуҙа, сыйырсыҡтар, турғайҙар сыр-сыу килә, һандуғастар һайрай, әтәс, борғоһон ҡысҡыртып, тауыҡтарын саҡыра, ҡаҙҙар бәпкәләренә һөйөнөп ҡаңғылдаша...
Ком: 0 // Уҡынылар: 320 тапҡыр // Тотош уҡырға
 МӨХӘММӘТ ПӘЙҒӘМБӘРБөйөк пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошо тураһында күптәребеҙ белеп бөтмәйҙер, моғайын. Мин дә, ислам ғалимдарының китаптарын уҡымаҫ элек, уның хаҡында өлкәндәрҙән өҙөк-һурыҡ ҡына ишеткеләнем. Китаптарҙағы төрлө мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, олуғ пәйғәмбәребеҙҙең тормошон әҙме-күпме сағылдырған әҫәр яҙыу теләге тыуҙы. Романды, ҡатмарлы әҙәби алымдар ҡулланмай, аңлайышлы итеп яҙырға тырыштым. Нисек кенә булмаһын, бөйөк пәйғәмбәребеҙҙең ғүмер юлы тураһында һәр мосолман белергә тейеш.
Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булһын.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1035 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәлең нисек, солоғом? — Шәкир, һөйөнсө! Йәнһөйәрҙәге ҡарағайыңа ҡунған бит! – тип, урмандан ҡайтышлай һуғылып, ҡыуаныслы хәбәр әйтеп китте Закир бабайым. Был көн беҙҙең ғаилә өсөн оло байрамға әйләнде. Бөтәһенән дә бигерәк үҙем нығыраҡ ҡыуанғанмындыр әле. Бәләкәй генә булһам да, атайыма ҡарағай ябышырға йөрөйөм бит. Әллә ниндәй ҙур эш башҡара алмаһам да, атайым һораған батман, күрек, балта кеүек нәмәләрҙе арҡанға бәйләп алып бирәм, юғарынан төшөргән әйберҙәрҙе ситкә алып ҡуя алам. Көҙ еткәс, хуш еҫле ҡалын-ҡалын кәрәҙҙәр тултырылған батмандарҙы алып ҡайтыу — икеләтә ҙур байрам. Бала сағымдың шул бәхетле мәлдәрен берәм-берәм күҙ алдынан үткәрәм дә хәҙерге заманда урмандарға булған ҡырағай ҡылыҡтарҙы уйлап, йөрәгем әрней.
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәт байлығын да,  халыҡты ла ҡәҙерләйҙәр Һыу – йәшәү сығанағы, уның халыҡ хужалығы өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тәбиғи байлыҡты белеп файҙаланыу, юғары сифатын һаҡлау, был йүнәлештә заманса объекттар төҙөү көнүҙәк социаль-иҡтисади бурыс булып тора. Саҡмағош һыу менән тәьмин итеү предприятиеһының эшмәкәрлеге тап шул мөһим маҡсатҡа йүнәлтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 330 тапҡыр // Тотош уҡырға
 “Реаль эштәр” күп йүнәлешле “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан ғәмәлгә ашырылған “Реаль эштәр” проекты – тормош талабы. Йәшерен-батырын түгел, әммә бөгөнгө сәйәси система парламент депутаттары ҡабул иткән ҡарарҙарҙың тормошҡа ашырылыуын етерлек дәрәжәлә контролдә тотмай. Бының иһә халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы, башҡарма власть органдарының эшмәкәрлегенә ышанысты кәметеүе ихтимал. Партия ағзалары хәлде белә, аңлай һәм әлеге проекттың башланғыс алыуы ана шул кәмселектәрҙе бөтөрөргә тырышыуҙың бер сағылышы ла инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 359 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәйме, әллә инәйме? Әҙәм күрке — йөҙ, тел күрке — hүҙ, тигән ата-бабабыҙ. Үҙ-ара аралашып, хәбәрләшеп, hөйләшеп, тел күрке булған hүҙҙәргә шул тиклем күнеккәнбеҙ, уларҙың килеп сығышы, асылы, мәғәнәhе тураhында уйлап та ҡарамайбыҙ, бәғзеләрен телмәрҙә урынлы ла ҡулланмайбыҙ. Беҙҙе ғүмер буйы оҙата барған, күңелебеҙгә иң яҡын инәй (инә), әсәй (әсә) hүҙҙәренең дә тамырын, тарихын, башҡа ҡәүемдәрҙәге әйтелешен белмәйбеҙ. Хатта тел төбөн, hүҙ асылын тәрән төшөнөргә hәм төшөндөрөргә тейешле белгестәр, уҡытыусылар ҙа быға әллә ни әhәмиәт бирмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маяҡ итеп рухи йәдкәрен “Һәр халыҡ арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурлана. Улар – тарихи ареналағы, кешелек донъяһындағы визит карточкаһы. XIX быуатта Башҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтенең алғы һыҙығында барған Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев – башҡорт халҡының шундай арҙаҡлы улдарының береһе”, – тип яҙҙы күренекле ғалим, әҙәбиәтсе Ғиниәт Ҡунафин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 794 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 38 Алға
Бит башына