Ырыҫмөхәмәтов бит ул! Сталиндың Рәхмәт хатына лайыҡ булған яугир ул Хажғәле ағай Ырыҫмөхәмәтов. Ә уға өлгәшеү өсөн күптән түгел 90 йәшен билдәләгән уҙаманға, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы уҡсы ғәскәр һалдатына, бер нисә мең саҡрым ер-һыуҙы дошмандың туп йәҙрәләре шартлауы, пулялар һыҙғырыуы аҫтында ҡайҙа йүгереп, ҡайҙа шыуышып, кәрәк сағында автоматтан ут һиптерә-һиптерә һөжүмгә ташланыу, йә иһә йөҙгә-йөҙ килешеп немец фашисын штыкка алыу, ул ғына ла түгел, ҡаршы яҡтың танкыһы һине бына-бына тапап, иҙеп үтергә ынтылғанда, бер-ике секунд араһында таһыллығыңды һәм мәргәнлегеңде егеп, уның тәгәрмәс сылбыры аҫтына гранатаңды ташлап өлгөрөү кәрәк була. Быларҙың бөтәһен дә үҙ йөрәге аша үткәреп, ҡулдары менән башҡарып, Бөйөк Еңеүгә тос өлөшөн индергән Хажғәле Әхмәтхажи улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 308 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етемһерәп ҡалды күңелдәр Халҡыбыҙҙың ышаныслы терәге булған күренекле ғалимыбыҙ Марат Вәли улы Зәйнуллин көтмәгәндә арабыҙҙан китеп барҙы. Етемһерәп ҡалды башҡорт донъяһы... Өлкәндәр – дуҫынан, фекерҙәшенән, серҙәшенән, йәштәр дөрөҫ юл күрһәтеүсе юлбашсы-остазынан айырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 347 тапҡыр // Тотош уҡырға
 “Йәнем өшөй,  тыңлап хәүефтәрҙе” Беҙ оптимист булдыҡ ғүмер буйы,
Һис тә бирешмәҫкә өйрәндек.
Төкөрмәнек ауыҙ тулы ҡанды,
Тиргәнһәк тә — эстән тиргәндек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 534 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ нисек Кеше булдыҡ… Өләсәйем әйтмешләй, ғүмер тигәндәре аҡҡан һыу һымаҡ икән ул. Бына инде, ете йәшем тулып, мәктәпкә барыр ваҡытым да еткән дәбаһа. Бик үк барғы килеп тормай ҙа бит, әлеге өләсәйем: “Уҡымаған кеше наҙан була, ә наҙан кеше аңра һарыҡтан да насарыраҡ”, – тип аңыма һеңдерә. “Беләге йыуан берҙе йығыр, белеме бар меңде йығыр”, – тип тә өҫтәп ебәрә. Бер ҙә генә һарыҡ булғым килеп тормай әле. Шул хәлгә ҡалмаҫ өсөн уҡымайса булмаҫтыр, белем шундай ҙур көс икән, мәктәп тигәндәренә барырға тура килер инде, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда II–XI класс уҡыусылары араһында Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса ойошторолған “Онотмайым. Ғорурланам” республика олимпиадаһында һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн “Йыһан донъяһы” республика рәсемдәр конкурсында еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 398 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тормош – театр, ә кешеләр – ундағы актерҙар”, – тип әйткән Шекспир. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар, сөнки театр – ысын тормоштоң көҙгөһө. Һәм, әлбиттә, сәхнәләге тормоштоң аҡлы-ҡаралы йәки йәйғор төҫтәреләй булыуы – беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙең һәм кешелектең эске донъяһының һүрәтләнеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 465 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Мәғлүм булыуынса, быйыл йәй Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторола. Был сараға ҡарашығыҙ нисек, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ком: 0 // Уҡынылар: 417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сик һаҡсылары көнөн хеҙмәттәштәрем менән йыл да түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Осрашҡас, армияла бергә үткәргән ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе ғорурланып иҫкә төшөрәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 322 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһында йәшәүсе һуғыш һәм хеҙмәт ветеранымын. Тормошта изге күңелле кешеләр, иғтибарлы етәкселәр күп булыуы мине дәртләндерә, йәшәүгә көс бирә. Сәләмәтлегем ҡаҡшағас, һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Әкрәм улы Бакировтың ҡабул итеү көнөнә яҙылғайным. Ул мине урынынан тороп ҡаршы алды, хәл-әхүәлемде һорашты, мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 323 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел Силәбе ҡалаһында үткәрелгән хәйриә концертында йыйылған аҡса Арғаяш районының Ҡуйһары ауылында мәсет төҙөү өсөн тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мораҙым: ниәттән мораҙға нисә аҙым? “Уның ғына аҡсаһы, өс тин инде...” Шулай тинеме әле? Һанап ҡарайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 985 тапҡыр // Тотош уҡырға
О внесении изменения в статью 19 Закона Республики Башкортостан
«О порядке получения права пользования участками недр местного значения в Республике Башкортостан»
Ком: 0 // Уҡынылар: 646 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарих һөйләй ҡәбер таштары... Мәғрифәтсе, шағир Сафуан хәҙрәт Яҡшығоловтың эшмәкәрлеге, йәшәйеше хаҡында гәзит уҡыусыларға хәбәр иткәйнек инде. Тәүге мәҡәлә сыҡҡандан һуң Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы халҡы саҡырыуы буйынса улар менән осрашып, шағир, мәғрифәтсенең ҡәбер ташын яңыртыу, йыйынтығын әҙерләү хаҡында фекер алышҡайныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
Офоҡтар ҙа хәҙер алдаша...Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт һауа торошо менән ғәжәпләндереп тора. Ғинуар айында йоҡа ғына кейенеп йөрөһәк, февраль уртаһында ямғыр тамсыланы. Ҡыш үтте тигәндә иһә Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрен төн эсендә ҡар күмгәйне. Хәҙер иһә яҙ үҙ йырын көйләй. Ә йәйҙән ниндәй мөғжизәләр көтөргә?.. Ни генә тиһәң дә, баҫыу йәки баҡса эштәре менән шөғөлләнгән ауыл кешеһенең тормошо тәбиғәт күренештәренә тығыҙ бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 553 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пенсия йәшенә етеп булырмы? Матбуғат баҫмалары биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында пенсия тураһында барған бәхәстәр бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Ни генә тиһәң дә, ғүмер буйы эшләп, исмаһам, ҡарт көнөңдә мохтажлыҡ кисермәй, рәхәтләнеп ял итеү теләге һәр кемдең күңел төбөндә яталыр. Ләкин һуңғы ваҡыттағы пенсия йәшен арттырыу тураһындағы хәбәрҙәр был теләкте тағы ла төпкәрәк күмеп ҡуймаймы икән? Ғөмүмән, пенсия бит ҡарт кешегә бирелгән хәйер аҡсаһы түгел, үҙебеҙсә әйткәндә, күкрәк көсө менән табылған хәләл мал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 982 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 25 Алға
Бит башына