
Талғын ғына көй уйнай башланы... Шаршау асылды... Һәм, иртәнге тыныс күлдең өҫтөндә йөҙгән аҡҡоштар кеүек, сәхнәгә бал ҡортондай нескә билле ун һылыу килеп сыҡты. Хәрәкәттәре, үҙҙәрен тотоуҙары шул тиклем ипле, улар һис тә атлап бара тип уйламаҫһың. Сәхнә буйлап йөҙәләр кеүек. Һәр береһе үҙ милли кейемен кейгән, һоҡланып бөткөһөҙ. Береһенең кейеме ябайлығы менән күңелгә ятһа, икенсеһенеке тантаналылығы менән күҙҙең яуын ала. Тамашасылар иһә был көтөлмәгән күренешкә башта хайран ҡалып, шаҡ ҡатып ултырҙы, ә һуңынан инде уларҙың ҡул сабыуын туҡтатып та булманы... Бына ошо кимәлдә башланып китте “ШОС һәм БРИКС илдәренең студент яҙы” фестивале уңайынан үткәрелгән “Яҙ батшабикәһе-2016” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы.