Уңған ҡулда – бәрәкәт Эшҡыуарҙар күп республикабыҙҙа. Һәр береһенең – үҙ һуҡмағы. Мәҫәлән, кемдер ауыл хужалығы тармағына өҫтөнлөк биргән, икенселәр сауҙаға тотонған, бүтәндәр ҙә күңеленә ятҡанын һайлаған. Ә Ишембай ҡалаһындағы гүзәл затыбыҙ көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү йүнәлешенә туҡталған, ул 2009 йылдан шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. “Көнкүреш техникаһы ремонтлау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмилә ХИСМӘТУЛЛИНА үҙенең эшмәкәрлеге һәм уй-хыялдары тураһында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фабрика ауылда? Эйе, ауылда!.. Туймазы районында эшҡыуарлыҡты үѕтереү программаһын тормошҡа ашырыуға, инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур әһәмиәт бирелә. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙ бизнесын ауыл ерендә йәйелдереүселәр ҙә етерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 583 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Һыуҙан ҡала, тиҙәр, тик үҙебеҙгә һыуһыҙ ҡалмаҫҡа ине Хәҙер ауыл кешеһе лә ҡала халҡынан кәм йәшәмәй. Ҡасандыр утын яғып йылытылған йорттарға “зәңгәр яғыулыҡ” индерелгән, көйәнтә күтәреп һыу ташыйһы түгел — крандан йылы һыуы ла, һалҡыны ла ағып тора, күптәр хатта йыуыныу менән бәҙрәф өсөн дә айырым бүлмәләр хәстәрләй. Миәкә халҡы ла бындай уңайлы шарттарға күптән күнеккән. Районда “зәңгәр яғыулыҡ”тың ҡасан үткәрелә башлағанын күптәр хатта аныҡ ҡына хәтерләмәй ҙә. Хәйер, быныһы мөһим дә түгел. Иң мөһиме — халыҡ уңайлы шарттарҙа йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 386 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тәртә ҡыҫҡа, аттың башын киҫәйек…” Ҡәҙимге көнитмештә, кәбәгенән елгәртеп айырылмаған иген һымаҡ, дәүләт сәйәсәте лә, донъяның ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре лә бер өйөмдә. Уларҙы иләктән үткәреүсе лә, һәр нәмәнең үҙ урынын хәстәрләүсе лә юҡ. Етәкселәрҙең ғәмәлдәре лә, күптәрҙең, мейеһе ҡортлаған һарыҡ шикелле, нимәгә, ҡайһылай, ни өсөн тотонорға белмәй ҡаңғырыуы ла шундайыраҡ тәьҫир ҡалдыра. “Байҙың ҡатыны үлһә, түшәге яңырыр, ярлының ҡатыны үлһә, башы ҡаңғырыр” тип, халыҡ, мөлкәт мәсьәләһендә айырымланып, рухи етемлектә, әхлаҡи йәһәттән меҫкенлектә ғүмер кисереүгә хөкөм ителгән үҙебеҙҙе күҙ уңында тоттомо икән ни?
Ком: 0 // Уҡынылар: 401 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ырыҫ сәсер йәнә сәсәндәр “Башҡортомда сәсән һәр саҡ булған. Улар бар! Һәр саҡ буласаҡ!” Йәмле йәйгә аяҡ баҫҡанда ошондай девиз менән районда сәсәндәр мәктәбе тантаналы асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1104 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Игеҙәк”тең ике яҙмышы Шағир Тимер Ниәтшин 70 йәшен тултырып, ныҡлы аҙымдар менән аҡһаҡалдар тупһаһына аяҡ баҫты. Ул Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында ат ҡараусы ғаиләһендә донъяға килә. Өфөләге 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында уҡыу һәм тәрбиәләнеүе яҙмышында хәл иткес урын биләй. 1963 йылда мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, Куйбышев политехник институтында инженер-электрик һөнәрен үҙләштерә. Артабан яҙмыш китабының бите артынан битен асып, бормалы-һикәлтәле юлдар үтә. Хеҙмәт юлын Ҡарман ГРЭС-ында электрослесарь булып башлаған замандашыбыҙ мастер, Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалында өлкән уҡытыусы, 13 йыл Күмертау ҡалаһының “Искра” заводында электрон ҡорамалдарҙы көйләүсе, конструкторҙар бюроһы етәксеһе булып эшләй. Пенсияға сығыр алдынан Тимерйән Әбдрәхим улы 8 йыл хеҙмәтте һаҡлау буйынса төбәк-ара дәүләт инспекторы вазифаһын биләй. 1990 йылдан бәрәкәтле Мәләүез ерендә йәшәй һәм ижад итә. Бөгөн ул — беҙҙең ҡунағыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәйкәлдәр – тереләр өсөн Яҙыусының тыуған көнө була, үлгән көнө булмай, тиҙәр. Ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына күренекле башҡорт прозаигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрит Иҫәнғолов миҫалында инанырға була. Фани донъяла ни бары 55 йыл йәшәп өлгөргән әҙип тауҙай ижад емештәре ҡалдырҙы. Уның балалар өсөн яҙған хикәйә-повестарын, өлкәндәрҙең күңел түрен яулаған романдарын кемдәр генә белмәй икән! Әҫәрҙәр йәшәй, тимәк, әҙип үҙе лә тере.
Ком: 0 // Уҡынылар: 794 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәрәкәттән генә килер бәрәкәт Халыҡтың эш менән тәьмин ителеше барлыҡ социаль мәсьәләләрҙең дә иң мөһимелер, моғайын, сөнки уның нисек яйға һалыныуы, йәғни көнкүреш кимәлебеҙ хеҙмәт өсөн түләүгә генә бәйле. Ҡалғаны йә һүҙ, йә теләк кенә. Аҙ эш күп һүҙҙән яҡшыраҡ, ти халыҡ. Был ҙур проблема донъяның бөтә илдәренә лә хас. Ә беҙҙең республикала халыҡ эш менән нисек тәьмин ителгән? Дәүләт ярҙам итә аламы, әллә һәр кем үҙе шөғөл табырға тейешме? Эшкә урынлашыу “сәйәсәте” ниндәй йүнәлештә күҙаллана?
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маҡсат йәшәртә Мәҡсүтте Ат – башҡорт өсөн мал ғына түгел, уның йәненең бер өлөшө бит ул. Ауыл ҡарттары һөйләүенсә, нәҡ йылҡы Юрматы ырыуының бер төркөм кешеһен әлеге яҡтарға алып килгән. Ни өсөн тигәндә, аттары гелән составында тоҙ булған ергә ҡасыр булған. Һөҙөмтәлә 1720 йылда Ашҡаҙар йылғаһы буйында Мәҡсүт тигән ауыл барлыҡҡа килгән. Мал үрсетеү, донъя көтөү өсөн ифрат ҡулайлы урын ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәйәсәт, Аристотель билдәләүенсә, сәйәсмәндәрҙең халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, йәмғиәт менән мөнәсәбәткә инеүе. Сәйәсәт тар ҡатламдарҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыуға ғына йөҙ тотһа, дәүләт көсһөҙләнә. Һуңғы осорҙа илебеҙҙә бер ни тиклем дәүләт мәнфәғәтен ҡайғыртҡан эре монополиялар барлыҡҡа килде. Был тәбиғи күренеш, әммә бер яғы ғына хәүефләндерә: улар йыш осраҡта дөйөм халыҡ мәнфәғәтенән бигерәк үҙ мәнфәғәтен ҡайырыу юлына баҫа башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 474 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына