Тәүәкәндәр тәүәккәлләгән.Ә һеҙ? Бөгөн ҡайһы бер кешеләр ауыҙынан «Их, элекке колхоз-совхоздарҙы һағынып иҫләргә генә ҡалды инде. Булды бит заманалар: игенен дә сәстек, малын да аҫраныҡ, ҡош-ҡортон тәрбиәләп, хатта балығын да үрсеттек», – тигәнерәк һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Эйе, заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, донъялар үҙгәреп, колхоз-совхоздар тарҡалып, ауыл хужалығы техникаһы, келәттәр пыран-зыран килһә лә, шөкөр, тормош үҙ ағышы менән дауам итә. Әлбиттә, йәшәү күпкә ауырлашты, тип илап ултырыр заман түгел. Тәүәккәлдәр үҙ йүнен күреп, уңғандар эшен булдырып, тырыштар шәхси хужалығын күтәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 338 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туҙан һөртөп аҡса эшләп буламы? …Беҙ белмәгән нәмәләр күп инде ул. Мәҫәлән, бизнес өлкәһендә ниндәй тауар тәҡдим итмәйҙәр ҙә ниндәй генә хеҙмәт күрһәтмәйҙәр. Махсус һауыттарға тултырып “Питер һауаһы”н да һаталар, агротуризм тип, ҡала байҙарынан үҙҙәренән аҡса түләтеп, хатта һарайҙағы тиреҫен дә таҙарттыралар. Өй йыйыштырыу, биналарҙы тәртиптә тотоу өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүҙе иһә бизнес донъяһына яңы килеп инде тип әйтеп булмай. Әйҙә улайһа, хәҙер ҡалабыҙҙа ғына түгел, тотош республикала уңышлы эшләп килгән “Зөһрә Йондоҙ” йәмғиәте хаҡында һөйләшеп алайыҡ әле, уҡыусым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кавказдан да, Алтайҙан да – ҡош итен эҙләп – Бына нисә йыл инде «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, уларҙың продукцияһына һәр ваҡыт ихтыяж ҙур. Һатып алыусылар ҙа нәҡ ошонда үрсетелгәнде һайлап, сифаты яғынан да, хаҡы буйынса ла отолмай, – тип һөйләне Силәбе өлкәһенең Еманжелинск ҡалаһынан килгән эшҡыуар Василий Трофимов, машинаһына тауыҡ себештәрен урынлаштырып. Баҙарҙа сауҙа итә икән ул. Инкубаторы ла бар, өҫтәп тоҡомло йомортҡа ла алған булдыҡлы егет. Тырыш эшҡыуар шулай йүнен табып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 307 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теле уның йырлап тора Гөлфирә – ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ бала. Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына, роман-герман факультетының инглиз теле бүлегенә, уҡырға инә. Тырышып белем алғандан һуң яҡты хыялдар менән Ауырғазы районының Мораҙым мәктәбенә эшкә ҡайта. Уҡыусыларға сит тел серҙәрен төшөндөрөп кенә ҡалмай, уларҙа фәнгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә лә, ижад менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 739 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кис ятамын иртәгәһе уйҙар менән” Республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла үҙ йөҙө булыуы менән дан ҡаҙанған А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында һоҡланғыс образдар ижад иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова үҙенең мәртәбәле юбилейын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 828 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул ҡояшҡа ғашиҡ ине... Һуңғы йылдарҙа ҡыуаныслы хәбәрҙәргә ҡарағанда күңелгә шом һалғандары йышыраҡ ишетелә. Тегендә самолет ҡолаған, бында янғын сыҡҡан, унда бомба шартлаған... Ҡаза, һәләкәт, ҡорбандар... Ләкин томан араһынан күренеп ҡалған ҡояш нурҙары шикелле балҡыған рухи саралар ҙа күңелде яҡтыртып ебәрә. Шунда уйлап ҡуяһың: томан мәңге түгел, ҡояш нурҙары мәңгелек!
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ете йәшлек малай ҡурай тартһа,  етмеш йәшлек ҡартҡа ҡыуаныс... Октябрьский ҡалаһында республиканың мәҙәни тормошонда матур бер традицияға әүерелгән Ҡурай байрамы үтте. Гүзәл төбәк Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән килгән һәүәѕкәр башҡарыусыларҙы һәм танылған ҡурайсыларҙы ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 888 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА. Ауырымаған кешегә рәхәт. Ул бәхетле. Донъяһы теүәл... Ә бына сирләп ҡара. Шунда уҡ тормошоңдоң ҡояшы һүнә
Ком: 0 // Уҡынылар: 334 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәйгесенән – йөҙ халыҡ көйө Башҡортостанда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған республика конкурсы уҙғарыла. Йомабай Иҫәнбаев – ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалған шәхестәрҙең береһе. Ул сит ил сәхнәләрендә – Францияла, Германияла, Швецияла, Бельгияла, Голландияла милли сәнғәтте күрһәткән. 1991 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт халҡының  Ломоносовы Бөйөк мәғрифәтсе, оло аҡыл эйәһе, ҡабатланмаҫ шәхес Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыу уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты һәләтле уҡыусылар араһында “Мәғрифәтсе, ғалим һәм шағир М. Өмөтбаев” тигән темаға республика дистанцион конкурсы ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына