
Фәнил ФӘЙЗУЛЛИН – философия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы мөдире. Илебеҙҙә дөйөм танылған ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы, социаль философия һәм социология өлкәһендәге күренекле ғалимдарҙың береһе тип беләбеҙ уны. Фәнил Сәйет улының 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 48 монографияһы, техник вуздар өсөн философия дәреслектәре баҫылып сыҡҡан, уның етәкселегендә 50-нән ашыу методик ҡулланма әҙерләнгән. Милләттәр һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫешендәге социаль мәсьәләләрҙе тикшереү һәм хәл итеүҙә академик Ф.С. Фәйзуллиндың өлөшө ғәйәт ҙур.
Фәнил Сәйет улы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының иң үткер һүҙле әүҙем ағзаһы ла. Шундай итәғәтле, инсафлы кеше, уның менән аралашыуҙан ҙур кинәнес табаһың. Фәнил ағай Фәйзуллин — бөгөн беҙҙең әңгәмәсебеҙ.