Мостай бында  бармай, ә ҡайта ...Сәхнәлә Зөбәржәт, Аҡйегет, Айгөл, Ричард, Ану, Салауат, Мөнирә, Ильяс, Мария Тереза, Любомир Зух, Мәрәһим, Аҡйондоҙ образдарын һынландырған йәштәрҙең шул тиклем оҫта уйнауын күргән һәр кем: “Ҡайҙан килгән бындай дәртле, рухлы, йәш, матур артистар?” — тип ҡуйғандыр, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 458 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәт. Гитара. Йырҙар... “Бушлыҡ... Тик физик түгел, ә рухи яҡтан. Кәйеф күтәренке һәм әхлаҡи ҡәнәғәтлек һиҙелә, күңелемдә – тыныслыҡ. Яңы ҡайтып индем. Сумкамда булған әйберҙәрҙе лә сығармай, бүлмәмдең мөйөшөнә ҡуйҙым. Аяҡтарым хәлдән тайған тәнемде саҡ-саҡ карауатҡа алып барып еткерҙе. Ятам. Башымда бер генә уй – мин бәхетле! Рәхмәт Аллаһыма. Һаман йылмайыуымды йыйып ала алмайым. Әллә күпме ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, шундай байрамды күрергә, “Ҡош юлы” бард фестиваленә барырға мөмкинлек биргәне өсөн. Ғәҙәттә, ошо ваҡытта һәр студент йүгереп йөрөп сессияһын ябып маташа... Минең дә бирәсәк имтихандар ҡалған, әммә ял көндәрен тап ошолай дуҫтар менән осрашып, саф һауала туйғансы уйнап, һыу инеп, яңы шәхестәр менән танышып, сәхнәлә генә түгел, усаҡ янында ла төрлө йырҙар тыңлап үткәреүем күпкә яҡшыраҡ булды тип иҫәпләйем”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин һине яңырттым йөрәктә***
Шиғыр килә… Ҡайсаҡ саҡырмайым да,
Әммә нисектер ул барыбер килә,
Мең йоҙаҡлы күңел ишегенән
Бер асҡысһыҙ үтә лә керә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 439 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мәктәпкә барырға үҙем аҡса эшләйем” “Йәйге каникул яҡынлаша башлау менән ата-әсә йүгерергә тотона. Баланы ниндәй лагерға ебәрергә? Ҡайһыһында рәхәтләнеп ял итергә мөмкин? Хаҡы күпме, аҡса еткереп булырмы?
Эйе, һис һүҙһеҙ, лагерҙа кинәнеп ял итергә мөмкин. Өҫтәүенә эргәһендә һыу инерлек йылғаһы, һоҡланырлыҡ тәбиғәте булһа, бала янында яҡшы дуҫтар табылһа, яуаплы, етди вожатыйҙар эшләһә... Көс-дәрт алаһың, һаулыҡты нығытаһың, тиҫтерҙәрең менән аралашып, тормошҡа бер аҙ өлкәндәрсә ҡарай башлайһың.
Ошо барлыҡ өҫтөнлөктәргә ҡарамаҫтан, ун йәшлек улыбыҙ быйыл лагерҙан баш тартып, эш менән шөғөлләнергә теләк белдерҙе. “Ун ҡаҙ бәпкәһе алайыҡ, – тине. – Уларҙы йәйгеһен олатай менән өләсәй янында көтөрмөн. Аҙаҡ бер нисә ҡаҙҙы һатып, миңә мәктәп кәрәк-ярағы, кейем алырбыҙ. Ҡалғаны олатай менән өләсәйгә, үҙебеҙгә ашарға булыр. Мәктәпкә үҙ аҡсама әҙерләнгем килә”.
Ошондай йөкмәткеле хат килде гәзит уҡыусыбыҙҙан. Ун йәшлек малай дөрөҫ фекер йөрөтә түгелме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 385 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыйыр һөт бирмәй...  Уны һауалар Ауылда кем барыһынан да иртәрәк тора икәнен беләһегеҙме? Кем ҡояштың беренсе нурҙарына тиклем ярты эшен тамамлай? Әлбиттә, һауынсы!
“Ашҡаҙар” кооперативының Корнеевка һөтсөлөк комплексында район хужалыҡтарының машина менән һауыу операторҙары араһында ярыш үтте. Байрам әләмен урындағы предприятиеның алдынғы һауынсыһы Алла Кофонова күтәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 365 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫеште хеҙмәт тиҙләтә Кешелектең бөгөнгө йәшәйешен электр энергияһынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул — сәнәғәттең юғары технологияларға ҡоролған, иң әүҙем үҫеш алған йүнәлеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 291 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәртипте һәр кем үҙенән башлаһа ине – Егеттәр, һеҙгә бөгөн Ленин урамындағы 83-сө йорттоң ҡыйығын ябырға тура килер.
– Цюрупа урамындағы 156/2-се йорттоң подъезд алдын иҙмә менән тигеҙләп ҡуйырға кәрәк. Фәлән йортта һыу үлсәгес прибор ватылған…
Ком: 0 // Уҡынылар: 253 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырлыҡ сәс донъяға, матурлыҡ ур! Йүрүҙән буйындағы һабантуй майҙаны халыҡ менән шығырым тулы. Тирмәләр ҡаласығы, уйын-ярыш майҙансыҡтары, сауҙа рәттәре... Уртала – ҙур сәхнә. Салауат йыйынына тупланған халыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 291 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сиргә яуап бирер ҡеүәт бар Дауалап булмай торған сиргә дусар ителгән, шулай уҡ ауырығанын белмәй йә иһә уға ҡул һелтәп йөрөп, хәлен һуңғы сиккә еткергән кешеләр артыу сәбәпле, “Рәсәйҙә граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы 323-сө Федераль законда “паллиатив медицина ярҙамы” тигән төшөнсә барлыҡҡа килгәйне. Уға ярашлы һауыҡтырыу учреждениеларында махсус урындар булдырыла башланы. Паллиатив ярҙам бүлексәһе Ҡандра ауылының 1-се район дауаханаһында ла бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 273 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡытай-япондар ҡыҙыҡһына Ҡытай менән Япония компаниялары Рәсәйҙең ауыл хужалығын үҫтереүгә ярҙам итергә ниәтен белдерҙе. Мәҫәлән, тәүгеләре Воронеж янында кролик үрсетеүгә 6 миллиард 50 миллион һум аҡса, япондар Приморьела теплица төҙөүгә бер миллиард һум бүләсәген хәбәр итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына