Диплом  өй һалып, аҡса тапмай Ниһайәт, мәктәптәрҙә имтихандар мәле тамамланды. Хәҙер сығарылыш кисәләрен үткәрергә лә артабан һөнәр алыу тураһында уйларға ҡалды. Йыйған балл күләменә ҡарап, һәр кем юғары уҡыу йортон штурмларға йыйынасаҡ. Хәленән киләме-юҡмы, мотлаҡ шуға ынтыласаҡ. Ә кәрәкме икән был?
Ком: 0 // Уҡынылар: 332 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артисҡа ла ял кәрәк Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан тәүге тапҡыр республика “Театрҙар һабантуйы-2016” сараһы уҙғарылды. Ул Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы эргәһендә барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәйҙең көнө етеҙ  минуттарҙан тора Бында иген үҫтерергә була, тип тигеҙ-тигеҙ яландарҙы байҡап һоҡланып торғанда, эргәгә “Субару” килеп туҡтаны. Рулдәге үткер ҡарашлы, киң яурынлы ағайҙы күптән беләм. Ошо ерҙең ысын хужаһы, уның киләсәк яҙмышын ҡайғыртыусы Ҡасим Ишембаев ул. Көйлө генә барған бизнесын онотобораҡ тороп, тыуған Мәҡсүтендә ер эшенә тотоноп китте бер нисә йыл элек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 371 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Онотмайым һеҙҙе, ҡаһарман ағайҙар!” …1945 йылдың 12 ғинуары. Совет ғәскәрҙәре дошманды аяуһыҙ ҡыҫырыҡлап килә. Польша ерендә ҡаты һуғыштар бара, гитлерсылар ҙа бирешергә теләмәй. 524-се уҡсы полкыбыҙ һөжүмгә күсә һәм
дошман позицияһында ҡаты алыш башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 394 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атайһыҙ яҙмыш иркәләмәһә лә...“Үлемһеҙ полк’’тары, йыр-моңдары менән күңел төбөндәге һағышлы хәтирәләрҙе яңыртҡан етмеш беренсе Еңеү көнө лә тарихҡа уҙҙы. Уның артынан 75 йыл элек яҙмыштарҙы пыран-заран килтергән, өмөт-хыялдарҙы селпәрәмә иткән, “ҡара ҡағыҙ”ҙары, әсе күҙ йәштәре менән тамғаланған 22 июнь тыуҙы. Һуғыш осоро балаларына хас болоҡһоу уйҙар, ауыр кисерештәр күңелдә.
Ҡорҙаштарымдың — һуғыш осоро балаларының, бигерәк тә атайһыҙ үҫкәндәрҙең, хәле таныш миңә... Әммә һүҙем ул хаҡта түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 458 тапҡыр // Тотош уҡырға
Толом-толом... сыр кәштәлә Күп йылдар элек Ҡара диңгеҙгә ял итергә барышлай Краснодар крайында бәләкәй баҙарсыҡта һыу, һут алырға туҡтаныҡ. Шунда беҙгә һатыусылар ят ризыҡ тәмләп ҡарарға тәҡдим итте. Ашап ҡарағас, уның сыр икәнен белдек. Матур итеп үрелгән ҡатын-ҡыҙ толомон хәтерләтте ул. Ялдан ҡайтышлай күстәнәскә тип туғандарға, дуҫ-иштәргә лә алдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 425 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күлдең ғәйебе юҡ... Әле донъя матбуғаты Карелияла булған ҡот осҡос ваҡиға тураһында хәбәр итә: Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм мәғлүмәт киңлегендә әллә ни күҙгә салынып та бармаған был төбәктәге бер күлдә 14 бала батып үлгән... Бер юлы ун дүрт бала! Фажиғә сәбәптәре асыҡланып, ғәйеплеләр исемлеге барлана. Ә беҙҙең республикала ошондай балалар лагерҙарында тәртип нисек, кескәй ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеге күҙәтеләме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 341 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әхмәтшәриф ағайҙың эш урыны булған ферманы һүтеп ташлап, өр-яңы иркен һарай төҙөнөләр. Әммә киләһе йылына уҡ мал-тыуарҙы ялан яҡтарына күсереп алып киттеләр. Йәнәһе, бәләкәй ауылдарҙың киләсәге юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙ зыялыларынан һүҙ менән генә түгел, эше менән дә гәзиттең күптәнге дуҫы филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы
Усманова был юлы ла киләһе ярты йылға “Башҡортостан”ға яҙылып ҡуйҙы. Уның кеүек илем, халҡым тип янып йәшәгән милләттәштәребеҙ күберәк булһын ине. Хәҙер һүҙҙе үҙенә бирәйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 341 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәгә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы бинаһында Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған Республика йәштәр ижады семинары уҙғарыла. Унда исемдәре республика матбуғаты, Интернет селтәре аша йәмәғәтселеккә танылырға өлгөргән, шул уҡ ваҡытта өлкән әҙиптәрҙең хөкөмөнә бер шиғыры ла сыҡмаған ҡәләм тирбәтеүселәр осраша. Баҫмабыҙ ҙа — сараны ойоштороусыларҙың береһе. Ошо уңайҙан йәштәрҙең ижадынан
бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 541 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 38 Алға
Бит башына