Ҡандракүл ярында Туймазы ҡалаһындағы Спорт ярыштары федерацияһына нигеҙ һалған дзюдо һәм самбо буйынса спорт мастеры Фәрит Дәүләтшин иҫтәлегенә ярыммарафон ойошторолдо. Унда Туймазы, Өфө, Октябрьский, Бәләбәй, Дүртөйлө, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларынан, шулай уҡ Татарстандан һәм Удмуртиянан 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 474 тапҡыр // Тотош уҡырға
35 илдән йыйылған 350 еңел автомобиль, “Ебәк юл” раллиһына берләшеп, 8 июлдә Рәсәйҙең баш ҡалаһындағы Ҡыҙыл майҙандан старт аласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 364 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етештерәбеҙ. Хәҙер һатырға өйрәнергә кәрәкБашҡортостан ауыл хужалығы тармағы буйынса Рәсәйҙәге иң алдынғы төбәктәрҙең береһе булып иҫәпләнә (таблицаны ҡарағыҙ). Былтыр ҙа республикала Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһының үтәлеше, дөйөм алғанда, уңышлы барҙы. Бөгөн ниндәй мәсьәләләр борсой аграр өлкә вәкилдәрен, хәҙерге иҡтисади шарттарҙа артабанғы үҫеш мөмкинлектәре бармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
2015 йылда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса Башҡортостан биләгән урын
Ком: 0 // Уҡынылар: 312 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элегерәк ауылда байтаҡтан күрешмәгән әшнәләрҙең бер-береһенә шулай тип һорау биреүе ғәҙәти хәл була торғайны. Хәҙер килеп, был һорауҙы дәүләт үҙе бирә – Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу үтәсәк. Уның ҡасан уҙасағы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде – 1 июлдән алып 15 авгусҡа саҡлы барасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иген күп, ә он юҡ... Баш ҡалабыҙ урамдарында асыҡ сауҙа урындары күбәйә бара тигән тәьҫир ҡала. Был – һәйбәт күренеш, сөнки баҡсасылар үҙҙәренән артҡан йәшелсәһен, емеш-еләген һатыу мөмкинлеген алырға тейеш. Һәм ул халыҡты үҙ аҙыҡ-түлегебеҙ менән тәьмин итеү сәйәсәтенә лә тап килә. Әммә проблема хәл ителеүҙән
алыҫ әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 499 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел Рәсәй Дәүләт Думаһы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер тейешенсә файҙаланылмаған осраҡта уны хужаһынан тартып алыу тураһындағы закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Баҙарҙы үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тултырыу көнүҙәк мәсьәлә булып торғанда, ер буйынса ҡануниәт тә үҙгәрештәр кисерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күсле кәсеп – көслө кәсеп, елкәң генә етһен…Ике һуҡмаҡты хәтерләткән машина юлы урман эсенә инеп юғала ла ҙур түңәрәккә оҡшаш яланға килеп сыға. Был “утрау” – икенсе бер донъя ул. Бында техника гөрләгән, музыка уйнаған, сыбыртҡы шартлаған да тауыш юҡ… ә йәшәйеш һиҙелә! 300-ләп йорттары бар әлеге донъяның, халҡы аҙ түгел – меңдәр менән иҫәпләнә. Әйтергә кәрәк, бик тырыштар үҙҙәре, көндәре эш менән үтә. Иртә таңдан кискә тиклем уратып алған йүкә урманынан, сәскәләрҙән һут ташый улар, бала сығара.
Аталы-уллы Илшат менән Айнур Ишмөхәмәтовтарҙың да көндәре ошо донъяла үтә: умарта таҙартырға, айырылған күстәрҙе ултыртырға, балауыҙ ҡуйырға һәм башҡа бихисап бурысты башҡарырға кәрәк. Ҡайһы берҙә уҫаллашыуҙы иҫәпкә алмағанда, бындағы халыҡ ҡурсалаусы “алпамышаларҙы” ярата, шуға тәмле һәм файҙалы ризыҡтары менән ихлас бүлешә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 676 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләге булған һәр кеше үҙенә иттән ризыҡ етештерә ала. Бының өсөн һеҙгә ике-өс айлыҡ быҙау алып, уны дөрөҫ һәм файҙалы аҙыҡтар менән туҡландырырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы осорҙа пальма майы халыҡтың да, ил етәкселәренең дә теленән төшмәй, сөнки табыш артынан ҡыуған эшҡыуарҙарҙың уны төрлө ризыҡтарға ҡушыуы мәғлүм. Шуға ла йылы яҡ “ҡунағын” сикләү, акциз индереү хаҡында ла тәҡдимдәр яңғыраны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 404 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 38 Алға
Бит башына