Өс ай ваҡыт ҡалдыБашҡортостанда урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙар июнь аҙағына тиклем тәғәйенләнергә тейеш. Бөгөнгә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, ҡайһы бер муниципаль советтарҙа был процедура тамамланған да инде. Шулай ҙа төп тәғәйенләүҙәр 29-30 июндә уҙа. Был турала “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 202 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бушлай дауаланыу хоҡуғын ғына бирмәй, һеҙҙең мәнфәғәттәрегеҙҙе лә яҡлайКүптән түгел редакция почтаһына республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарының береһенән хат килеп төштө. Гәзит уҡыусыбыҙ урындағы медицина хеҙмәтләндереүенә зарланған. “Беҙҙә шәхси медицина лабораториялары эшләй. Анализ биреү өсөн ҡиммәт хаҡ һорайҙар. Ә поликлиника табиптары ябай ғына тикшереү өсөн дә шунда ебәрә. 1500 – 2000 һум түләргә тура килә. Шул уҡ анализды поликлиниканың үҙендә бушлай бирергә мөмкин түгелме ни?” — тип яҙған гәзит уҡыусыбыҙ. Хатты яуапһыҙ ҡалдырманыҡ, әлбиттә — тикшерҙек, белгестәр менән кәңәшләштек, яҙған кешеһенең үҙе менән дә бәйләнешкә сыҡтыҡ. Әммә һүҙ был хаҡта түгел. Төптән уйлап ҡарағанда, хат авторы был дәғүәһе менән гәзиткә, йә булмаһа Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ла түгел, ә туп-тура үҙенең страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә тейеш ине бит, сөнки полис бушлай дауаланыу хоҡуғын ғына бирмәй. Страховка компанияһы һеҙҙең шәхси адвокатығыҙ кеүек. Ниндәй генә һорау тыумаһын, тәү сиратта ул ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса Европа чемпионаты уҙҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов эш сәфәре менән Баҡалы һәм Борай райондарында булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 257 тапҡыр // Тотош уҡырға
2017 йыл Башҡортостанда Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған
указ Интернет селтәрендәге хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында баҫылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 371 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңған да, һылыу ҙа Нәркәс Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хеҙмәткәре Нәркәс Мөхәмәтова “Мисс офис-2016” бәйгеһенең Өфөлә үткән турында
еңеү яуланы. Артабан һылыуҡай Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашып, төп бүләк –
бер миллион һум өсөн көрәшәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 646 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәхрәләрҙә көтөү-көтөү мал… Ауыл хужалығында бер генә тармаҡты алып барып булмай. Игенселек менән малсылыҡ шул тиклем тығыҙ бәйләнгән, уларҙы һис айырыу, ҡайһыһыналыр өҫтөнлөк биреү мөмкин түгел. Бигерәк тә ҙур хужалыҡтарҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Генерал бүләге иленә ҡайтты Шайморатов генералдың ҡаһарманлығы хаҡында нисәмә йылдар дауамында киң мәғлүмәт сараларында әленән-әле яҙылып тора, халыҡ батырҙың хәрби фиҙакәрлеген лайыҡлы баһалап, Герой исемен рәсми документтар менән нигеҙләп ҡуйыуҙы талап итә килде.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән осрашыуы ваҡытында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының архив документтарын республикаға тапшырыу тантанаһы үтте. Был изге миссияны Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Рөстәм Латипов башҡарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл халҡына – эш, ҡунаҡтарға – аш
“Тыныс яр” йәмғиәте Ишморат һәм Иҫке Исай ауылдары араһындағы түңәрәк яланда экологик туризм йәйелдереү өсөн заманса комплекс төҙөй башланы. Урындағы халыҡҡа – эш, ситтән килгәндәргә яҡшы ял булһын тигән маҡсат ҡуйған улар. Район хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, проектҡа 30 миллион һум тирәһе инвестиция йәлеп ителгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 434 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәхмәт тә еткән
Булған хәл

– Айтуған, ҡумырыҡты гөжөп ҡыу, Нәҙир, һин күҫәк менән ситтән һыуға шапылдатып һуғып бар, урталағылар таяҡтарҙы ағымға арҡыры тотоп, ҡапыл батырып, һыуҙы урғылтып күтәреп барығыҙ, йәки бесән сапҡандағы һымаҡ...
– Әйҙә, әйҙә, шәберәк ҡыуығыҙ.
– Һайт, һайт, шәберәк, һыҙғырып барығыҙ!
– Йылымды таяҡ менән төртөп, йыртып ҡуймағыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 410 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 38 Алға
Бит башына