Йәйге ялда ла ярҙамдан өҙөү юҡРеспубликаның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көндән-көн яңы уңыштар яуланыуы һөйөнөс өҫтәй, имен киләсәккә ышаныс бирә. Махсус йүнәлештәге дауаханаларҙың әүҙем эшмәкәрлеге менән бер рәттән ҡала поликлиникалары ла, алдынғы технологиялар ҡулланып, халыҡты юғары кимәлдә хеҙмәтләндерә. Өфөнөң 44-се поликлиникаһы ла алға ҡарап эш итә, тарихы ла уның күркәм.
Баш ҡаланың матур мөйөшөндә урынлашҡан был поликлиника бер нисә быуын халыҡтың ныҡлы ихтирамын яулаған. 1971 йылдың 27 июлендә Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау бүлегенең агрегат һәм элемтә аппаратураһы заводтарының эшселәренә, хеҙмәткәрҙәренә дауалау-иҫкәртеү ярҙамы күрһәтеү маҡсатында асылған ул. Әңгәмәсебеҙ – ойошманың баш табибы Юнир ДҮШӘНБАЕВ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ашарға тешең бөтһә, эшләргә көсөң ҡалмаҫ Тигеҙ, һау-сәләмәт, ап-аҡ тешле булыу тураһында кем генә хыялланмай икән! Ләкин күп осраҡта хыялдар ысынбарлыҡтан алыҫ тора, сөнки күптәребеҙ теш табибына ваҡытында мөрәжәғәт итмәй, уның боҙолоуына юл ҡуйып, ахыр сиктә ауыртыуына түҙә алмай поликлиникаға килергә мәжбүр. Ысынлап та, тип-тигеҙ ынйы кеүек тештәрен күрһәтеп йылмайған кеше тирә-йүндәгеләрҙә һоҡланыу уята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 444 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эскелек афәтенә ҡаршы айырым-айырым көрәшеп булмай, уны ил кимәлендә генә еңергә мөмкин. “Йәшел йылан”дан ҡотолоу юлдарына түбәндәгеләрҙе индерер инем: әхлаҡһыҙлыҡты бөтөрөү, гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, билдәле дәрәжәлә дини йоғонто яһау. Бынан тыш, төрлө кимәлдәге етәкселек, дин әһелдәре, тәрбиәселәр өлгөһөндә, ярҙамында ғына заман бәләһенә ҡаршы көрәшеп буласаҡ. Мәҫәлән, ауыл хакимиәте башлығы эсмәй икән, ул башҡаларҙы насар ҡылыҡтан тыя һәм оялта ала...
Ком: 0 // Уҡынылар: 523 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миокард инфаркты – йөрәктең ишемия сиренән яфаланғанда була торған киҫкен хәл. Уға ҡан тамырының оҙайлы ҡыҫылыуы йәки тығылыуы һөҙөмтәһендә был ағза мускулының бер өлөшө үҙгәреүе йәки һәләк булыуы, некроз хас. Ул йөрәк эшмәкәрлегендә етди етешһеҙлектәргә килтерә, йыш ҡына кеше ғүмеренә янай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 532 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙе  ҡандыраһың да ул, Ҡандракүл... Күлле ерҙә мөғжизә йәшәгәндәй. Риүәйәт-легендаларҙағы кеүек, серле урындың төпһөҙ тәрәнлегендә ниндәйҙер донъя барҙыр, төнөн Һыуһылыу өҫкә йөҙөп сығып, ай яҡтыһында сәсен тарайҙыр, ҡапыл бер өйөр йылҡы малы ҡалҡып, йәшәйешкә бәрәкәт өҫтәү өсөн ер өҫтөнә таралалыр... Ә инде таңға шаршау кеүек аҡ томан төшөп, күл уның артында яңы “кино” күрһәтергә әҙерләнә кеүек. Эйе, бер аҙҙан бында яңы күренеш асыла, һиллек тантана итә.
Рәхәтләнеп һыу инергә генә түгел, тыныс мөхиттән кинәнес, аһәң алыу, оҙаҡ ваҡытҡа көс туплау өсөн килә бында халыҡ. Мөғжизәле серлелек тә арбайҙыр. Һәр хәлдә, мәҫәлән, Ҡандракүл буйы әле кешеләр менән шығырым тулы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 683 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирәмәлгә “шүрәлеләр” эйәләгән... Бер төркөм турист Ирәмәлгә ҡырағай сәфәр ойошторған. 11-12 июндә улар Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә квадроциклдарҙа менгән. Тауҙағы йылға һикәлтәләре лә, ҙур таштар ҙа, ҡуйы урман да туҡтата алмаған уларҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 417 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ер еләккәйҙәре беште инде...” Тынсыу ҡаланан ҡасып, иркенлектә йәшәгегеҙ киләме? Өфөнән Иҙиәтуллиндар ғаиләһе тап шулай иткән дә: өйләнешкәс тә Нуримандың Нимесләр ауылына килеп төйәкләнгәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 801 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурайлы, баллы Ялтала Күптән түгел Ҡырым Республикаһының бар донъяға билдәле Ялта ҡалаһына юл төштө. Ул тәү сиратта Советтар Союзы, Америка Ҡушма Штаттары һәм Бөйөк Британия вәкилдәренең Икенсе донъя һуғышынан һуң Европа дәүләттәре ҡоролошон билдәләгән 1945 йылғы Ялта конференцияһы менән бәйле тарихҡа инеп ҡалған. Был халыҡ-ара сара уҙған Ливадия һарайы алдында ошо өс ил етәкселәре Сталин, Рузвельт һәм Черчилль осрашҡанын сағылдырған монументаль обелиск ҡуйылған. Ҡаланың иҫтәлекле урындары менән ныҡлап танышыу, Ҡара диңгеҙ буйында йөрөү, айырыуса бында йәшәүсе төрлө милләт һәм һөнәр вәкилдәре менән яҡындан аралашыу бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Түбәндәге яҙмалар нәҡ ошо хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир аҫылы  асылыр эшендә — Хаҡлы ялға сыҡҡас, яңы тормош башлана, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Эшләгән саҡта ваҡыттың үтеүен дә, балаларҙың үҫеп, буй еткереп, тормош ҡороуҙарын да һиҙмәй ҡалаһың... Күптән тирә-яҡтың тарихы менән ҡыҙыҡһына торғайным. Йәшерәк саҡта тарих уҡытыусыһы һөнәрен һайламағанмын, тип үкенгән ваҡыттарым да булды. Бына хәҙер хыялдар аҡрынлап тормошҡа аша: шәжәрәбеҙҙе төҙөнөм, ауылыбыҙ тарихын ныҡлап өйрәндем, — тип, Камил Насырйән улы алдыбыҙға әллә күпме папка һалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 375 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетлеләр оҡшаш, бәхетһеҙҙәр иһә үҙенсә бәхетһеҙ Заман үҙгәрә, тормошобоҙға яңы уңайлы технологиялар килеп инә. Бер-беребеҙ менән донъяның теләгән бер ҡитғаһынан ултырып аралашып була, һанһыҙ фото-, видеоматериалдар менән ҡыйыу эш итәбеҙ, кәрәк әйберҙе һис ҡыйынлыҡһыҙ Интернет аша алдырабыҙ... Йәшәү дәррәү бара, тип оран һалабыҙ, әммә аяҡ аҫтыбыҙҙағы ябай мәшәҡәттәрҙе күрмәмешкә һалышабыҙ түгелме?! Ғаилә институтын һаҡлау буйынса ғәйәт ҙур эш атҡарыла, тип раҫлана, ә йәмғиәтте тотоп торған бәләкәй генә “усаҡ”тарҙың ысын хәленә кереләме, аһ-зарҙарына ҡолаҡ һалынамы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 38 Алға
Бит башына