Мәскәү яланында тирмә ҡороп Майҙан уртаһында – ҙур тирмә. Эргәһендә боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары урын алған. Ҡунаҡсыл хужалар һәр кемде милли ризыҡ менән һыйлай, ҡымыҙ эсереп, һыуһынын ҡандыра...
Ком: 0 // Уҡынылар: 335 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милләт бәҫен ҡайғыртыусылар Донъяла киң билдәле виртуаль энциклопедияның туған телебеҙҙәге бүлеге үҙенең башҡорт мөхитенең айырылғыһыҙ өлөшө булыуын көндән-көн нығыраҡ раҫлай. Википедия ирекмәндәре телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү, милләтебеҙҙе һәм республикабыҙҙы халыҡ-ара кимәлдә танытыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара. Бер туҡтауһыҙ тулыланған интернет-белешмәлә уның айырып күренерлек үҙ йөҙө, һиҙелерлек ҡаҙаныштары бар. Был тәү сиратта һаны 36 меңдән артып киткән мәҡәләләр күплегендә сағыла. Һәр тел бүлегендә мотлаҡ булырға тейеш “1000 мәҡәлә” проекты буйынса “БашВики”ның ағымдағы урыны 47-се булһа, үҫеш темпы буйынса ул беренсе-икенсе баҫҡыстан төшкәне юҡ. Түбәндә һүҙ был ҡаҙаныштарҙы яулауға һиҙелерлек өлөш индергән милләттәштәребеҙ хаҡында. Ижади эш менән шөғөлләнеүселәр булараҡ, уларҙы хаҡлы рәүештә һөнәрҙәштәребеҙ тип нарыҡларға ла була бит!
Ком: 4 // Уҡынылар: 890 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алаҫ!” тигән оран ишетеп, ҡор тупланы меңдәр ҡәүеме Былтыр Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының йыйыны тәүге тапҡыр ойошторолғайны. Улар – мең ҡәүеменең бер тармағы, әммә сараға ҙур ырыуҙың башҡа төркөмдәренә ҡараған вәкилдәре лә йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 426 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Әсәйҙең бәлештәре” йылыһы Бөтә донъяны шаулатып ике көн буйы барған бәлеш флешмобы Башҡортостанды ла урап үтмәне. “Ватан” этнопаркындағы “Әсәйҙең бәлештәре” тип исемләнгән байрам сараһында төрлө райондарҙан һәм Өфөнән йыйылған йөҙгә яҡын кеше үҙ оҫталығын һынап ҡараны. Байрамды “Ҡапыл туй” ғаилә йорто ойошторҙо. Ул глобаль селтәрҙең “Перископ” тигән Твиттер ҡушымтаһы аша бөтә донъяға күрһәтелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 228 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Байкал күле  Чехиянан алыҫ түгел” Әлбиттә, картанан ҡараһаң, улар икеһе ике ҡитғала ята. Ләкин чех ғалимы Владимир Годбодь үҙе йәшәгән Брно ҡалаһынан Көнсығыш Себергәсә автомобилдә сәйәхәт ҡылғас, был арауыҡты күңеленә яҡын күреп шулай тип әйтәлер инде. Владимир Башҡортостанда ла йыш була, сөнки ҡатыны – яҡташыбыҙ. Күптән түгел Миләүшә ханым менән икәүләп беҙҙең редакцияға инеп сығыуҙарынан файҙаланып, унан ошо сәйәхәт һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәре ҡалдырған тәьҫорат тураһында һөйләүен үтендек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 222 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айтуғанда малайҙар тыуырмы?Оҙаҡ эҙләгәндәрме уңдырышлы ерҙе, тиҙ генә килеп тапҡандармы – әйтеүе ҡыйын, әммә урын һайлай белгәндәр – ауылдан бер саҡрым тирәһендә генә Ағиҙел ағып ята, тирә-яҡты үләне билдән ялан-ҡырҙар уратып алған. Үҙе хазина түгелме ни ошондай ер?! Нисек кенә булмаһын, моратына ирешкән айтуғандар: аслыҡты ла еңгән, киләсәккә лә ғүмер биргән.
Тәүге сабый ауылда ХХ быуаттың 30-сы йылдары
Ком: 0 // Уҡынылар: 355 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төп бурысыбыҙ – сифатлы ҡанундар сығарыуға нигеҙ һалыу” Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламент контроле кеүек эш алымын әүҙем файҙалана. Беҙ ҡабул иткән закондарҙың үтәлешен, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарының боҙолмауын күҙәтеү, ә улар боҙолған осраҡта парламент тикшереүе үткәреү һәм башҡарма, суд власы органдары менән берлектә проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләү вәкәләтенә эйәбеҙ. Ошо норманы үтәү йәһәтенән 2016 йылдың көҙгө сессияһы ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле булмаҡсы.
Парламенттағы һигеҙ комитеттың һәр береһе Башҡортостан Республикаһы закондарының үтәлеше тураһындағы мәғлүмәттәрҙе белешә ала. Атап әйткәндә, коллегалар етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, аҙыҡ-түлектең сифатын һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен, коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡулланыу нормативтарын өйрәнергә ниәтләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 227 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ил гиҙгәндәй, ваҡыттарҙы гиҙәм...”

Килдем әле Өфөләргә,
Булырмы шағир булып?
Өфөлә бит шағирҙарың
Йөрөй шығырым тулып.
Ком: 0 // Уҡынылар: 353 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал мираҫы” һүнеп ҡалмаясаҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Даян Солтанғужин “Клязьмалағы маҡсаттар биләмәһе” Бөтә Рәсәй форумында 200 мең һумлыҡ грант яуланы. “Милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге йәш белгестәр” сменаһында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ошо көндәрҙә Владимир өлкәһендә үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 206 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшләгәндең ҡулында – бәрәкәт Мосолман биш намаҙҙан тыш ваҡытын эш менән үткәрергә тейеш. Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған ерҙә йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлек тыуҙырылған икән, әҙәм балаһына тырышып донъя көтөү фарыз. “Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ”, – тиелгән был йәһәттән Ҡөрьәндең “Тәүбә” сүрәһендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 233 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15 Алға
Бит башына