Миҙалдың өсөнсө яғыБашҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы грантына ойошторолған Йәш ижадсылар семинары башланыр алдынан яҙыусылар араһында төрлө фекерҙәр ҡайнашты: “Ҡулъяҙмалар таратылғанмы?”, “Әҙәбиәткә килгән йәштәр бармы ни ул?”, “Кимәле ниндәй һуң семинарҙың?” Һәр һорау урынлы һәм 23 июндә Өфөлә уҙған сара уларҙың һәр береһенә яуап бирҙе.
Өс секцияла эшләгән семинар барышында йәштәр өлкән әҙиптәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алды, үҙ-ара фекер алышты, ижади йөктәренең һәлмәклеген ҡапшап ҡараны.
Ком: 2 // Уҡынылар: 925 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш яҙыусыларҙың семинар-практикумында Әҙәбиәт йылындағы ижади конкурста еңгән ҡыҙҙар менән егеттәр ҡатнашты. Улар араһында мин дә булдым. Тормош ығы-зығыһына бер йәм өҫтәгән саранан күптәр тәьҫирләнеп сыҡҡандыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 885 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр яҡлап еңеүселәрБашҡортостан балаларынан торған йыйылма команда ошо көндәрҙә Бөтә донъя еңеүселәр уйындарынан һигеҙ миҙал алып ҡайтты. Был форум “Йәшәү бүләк ит” фонды тарафынан онкология ауырыуын еңгән балалар өсөн йыл һайын ойошторола. Ярыштар Мәскәүҙә үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 284 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала ла үҙен кеше тип атарға хоҡуҡлыБашҡортостанда балалар һаны 800 меңдән артыҡ, был республика халҡының 22 проценты тигән һүҙ. Бәлиғ булмаған сабыйҙар аҫраған ғаиләләр 500 меңдән ашыу. Шундай ҙур ҡатламды киләсәктә үҙ төбәген һәм илен үҫтерә алырлыҡ итеп тәрбиәләй алабыҙмы, кескәй граждандарҙың ихтыяжы нисек ҡәнәғәтләндерелә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 546 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хосуси клиникалар ғына хәл итмәйҺаулыҡ һаҡлау өлкәһе ҡаҙнанан финанслау күләме буйынса икенсе урында тора. Тимәк, дәүләт был тармаҡты үҫтереү өсөн аҡсаһын йәлләмәй. Шуға күрә медицина етәкселеге лә ошо хәстәрлектең ҡәҙерен белергә, йәмәғәтселек милкен тейешенсә файҙаланырға бурыслы. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров та яңыраҡ шулай тип белдергәйне. Бындай ҙур сығым үҙ маҡсатына өлгәшәме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 446 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был көндәрҙә халҡыбыҙ Ураҙа байрамын билдәләй. Хаҡ мосолмандар бер ай буйы төрлө ярамаған ғәмәлдәрҙән тыйылып торҙо, ошо осор ахырында мохтаждарға фытыр саҙаҡаһы бирҙе. Ҡыҫҡаһы, хәлдәренән килгәнсә яҡшылыҡ, изгелек ҡылдылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 339 тапҡыр // Тотош уҡырға
Болондарҙа бесән еҫе...Ауыл эшсәндәренең төп иғтибары бөгөн мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Уның бар төрөнөң йыл ярымлыҡ запасын туплау һәр ерҙә төп маҡсат итеп ҡуйылған. Көндәрҙең аяҙ тороуынан файҙаланып, краснокамалар күп йыллыҡ үлән бесәнен төргәктәргә йыйып, фермалар янына илтеү йүнен күрә, малсылыҡ комплекстары эргәһендәге соҡорҙарҙы һутлы сенаж менән тултыра. Ҡыҫҡаһы, көндө төнгә ялғап эшләйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алтын”дан башланған аҫыл шөғөл Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ҡымыҙ үҙенең шифаһы — бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе, һыуһынды ҡандыра алыуы менән ата-бабаларыбыҙҙың яратҡан эсемлегенә әүерелгән. Иң хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән ҡаршылар булғандар. Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшәүселәр ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнә. Әбйәлил райо­нында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, башҡорт тоҡомло аттар аҫрала, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны йылдам арта бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 407 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сәселмәй ятҡан ер юҡ”Баш ҡалабыҙ “илап” ҡына оҙатып ҡалһа ла, Баҡалы яҡтарында көн аяҙ ине.
— Эх, беҙгә лә ямғыр алып килмәнегеҙме, ҡыҙҙар? — тип ихлас ҡаршы алды райондың Мәжит Хәсәнов исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Фәйез Ғәзизов. — Ҡыҙҙыра бит. Яҙ башынан бер генә тапҡыр ямғыр эләкте. Әлдә алдан өлгөрҙөк — 15 майҙа сәсеү эштәрен тамамлағайныҡ. Иртә торған — уңған, ти халыҡ. Быйыл тап иртәләгәндәр отто ла инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 401 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йомарттар, сабырҙар сауабын алырҙарУраҙа байрамы менән!

Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары!
Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Байрам күп быуатлыҡ ислам мәҙәниәтенең иң яҡшы йолаларын сағылдыра, кешенең әхлаҡи йәһәттән камиллашыуын, яҡындары хаҡында хәстәрлек күрергә һәм мохтаждарҙың хәленә инергә ынтылышын кәүҙәләндерә. Ислам динен тотоусылар был көндәрҙә мохтаж булған һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты.
Башҡортостанда мосолман руханиҙары дин тотоусыларҙы берләштерә, конфессия-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, йәштәр араһында башҡа диндәргә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүгә күп көс һала. Төбәктә мәсеттәр төҙөү дауам итә, ислам йолалары буйынса белем биреү яҡшы кимәлдә ойошторолған, йәштәр менән әүҙем эш алып барыла, хажға барырға теләгән мосолмандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, хәйриәлек менән шөғөлләнеүселәр бихисап.
Изге Ураҙа байрамы көндәрендә һеҙгә һаулыҡ, тыныслыҡ теләйем. Яҡты байрам йорттарыбыҙға шатлыҡ һәм именлек алып килһен!

Башҡортостан Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 433 тапҡыр // Тотош уҡырға